Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ғәмәлдәр 6:1 - Изге Яҙма

1 Шәкерттәрҙең һаны арта барҙы. Шул көндәрҙә грекса һөйләшкән йәһүдтәр, көндәлек ризыҡты бүлгәндә беҙҙең тол ҡатындарҙы иҫәпкә алмайҙар, тип йәһүд телендә һөйләшеүселәргә ризаһыҙлыҡ белдерҙе.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

1 Шәкерттәрҙең һаны арта барҙы. Шул көндәрҙә грек телле йәһүдтәр, көндәлек ризыҡты бүлгән ваҡытта беҙҙең тол ҡатындарҙы иҫәпкә алмайҙар, тип йәһүд телендә һөйләшеүселәргә ризаһыҙлыҡ белдерҙе.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

1 Шәкерттәрҙең һаны арта барҙы. Шул көндәрҙә грекса һөйләшкән йәһүдтәр, көндәлек ризыҡты бүлгәндә беҙҙең тол ҡатындарҙы иҫәпкә алмайҙар, тип йәһүд телендә һөйләшеүселәргә ризаһыҙлыҡ белдерҙе.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ғәмәлдәр 6:1
38 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Үлеп барғандар миңә фатиха бирә торғайны, Тол ҡатындың күңелен ҡыуанысҡа тултыра инем.


Әллә мохтаждарҙың үтенесен кире ҡаҡтыммы, Тол ҡатындың өмөтөн һүндерҙемме,


Уның ғәмәлдәре дәрәжә һәм шөһрәт, Хаҡлығы иһә мәңгелек.


Ни өсөн шулай икәнен аңларға теләнем, Бының менән килешеү бик ауыр ине.


Яҡшылыҡ эшләргә өйрәнегеҙ, Ғәҙеллеккә ынтылығыҙ, Залимдарҙы фашлағыҙ, Етемдең хаҡлығын яҡлағыҙ, Тол ҡатындың хаҡы өсөн көрәшегеҙ!»


Килер ваҡыт – Яҡуп нәҫеле тамыр йәйер, Исраил үрсем бирер һәм сәскә атыр, Ер йөҙөн емештәре менән тултырыр.


Улар араһында рәхмәт йырҙары яңғырар, Шатлыҡ ауаздары ишетелер. Мин халҡымды ишәйтермен, кәмемәҫтәр, Уларҙы абруйлы, данлы итермен, Һис кем уларҙы кәмһетмәҫ.


Һиндә ата менән әсәне хурлайҙар, килмешәкте рәнйетәләр, етем менән тол ҡатынды ҡыйырһыталар.


Хөкөм итер өсөн һеҙгә килермен, Сихырсыға, уйнашсыға, ялғанлап ант иткәндәргә, Эшләгәндең хеҙмәт хаҡын бирмәй йонсотҡанға, Тол ҡатынды һәм етемде иҙеүсегә, Килмешәкте йәбер итеүсегә – Минән ҡурҡмағандарға – ҡаршы Арымай-талмай ғәйепләүсе булырмын, – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. –


– Ҡайғы һеҙгә, ҡанун белгестәре һәм фарисейҙар! Ике йөҙлөләр! Һеҙ кешеләрҙән Күктәр Батшалығын бикләп тотаһығыҙ, үҙегеҙ ҙә инмәйһегеҙ, инергә теләүселәрҙе лә индермәйһегеҙ!


Әммә улар араһындағы ҡайһы бер Кипр һәм Курене кешеләре, Антиохияға килгәс, башҡа халыҡ кешеләренә лә Раббы Ғайса хаҡындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе еткерҙе.


Антиохияға алып килде. Улар бында бер йыл торҙолар, имандаштар берҙәмлеге менән осрашып, күп кешеләрҙе өйрәттеләр. Шәкерттәрҙе мәсихселәр тип иң тәүҙә Антиохия ҡалаһында атай башланылар.


Шунан һуң шәкерттәр, һәр береһе үҙ хәленән килгәнсә, Йәһүҙиәлә йәшәгән имандаштарына ярҙам ебәрергә булды.


Уның һүҙҙәрен ҡабул итеүселәр һыуға сумдырылыу йолаһын үтәне һәм шул көндө иманлылар өс меңгә яҡын кешегә тулыланды.


Ерҙәрен һәм мөлкәттәрен һатып, һәр кемдең ихтыяжына ҡарап бүлеп бирҙеләр.


илселәр ҡарамағына тапшыра ине. Был аҡсалар һәр кемгә ихтыяжына ҡарап бүлеп бирелде.


Тыңлап тороусыларҙың күбеһе илселәр һөйләгән вәғәзгә ышанды, һәм иманға килеүсе ирҙәрҙең һаны биш меңгә етте.


Бик күп ир-ат һәм ҡатын-ҡыҙ Раббыға инанды, уларҙың һаны артҡандан-арта барҙы.


– Беҙ һеҙгә ҡәтғи рәүештә был Кеше исеменән өйрәтмәҫкә бойорғайныҡ түгелме? Ә һеҙ үҙегеҙҙең тәғлимәтегеҙҙе бөтә Йәрүсәлимгә тараттығыҙ һәм ул Кешенең үлемендә беҙҙе ғәйепләйһегеҙ, – тине.


Шуға ун ике илсе, бөтә шәкерттәрҙе йыйып: – Алла һүҙен вәғәзләүҙе ситкә ҡуйып, ризыҡ бүлеү менән шөғөлләнһәк, дөрөҫ булмаҫ, – тинеләр. –


Шулай итеп, Алла һүҙе киң таралды, Йәрүсәлимдә шәкерттәр һаны байтаҡҡа артты, хатта ҡаһиндарҙың да бик күптәре иманға килде.


Ул йыш ҡына грек телле йәһүдтәр менән әңгәмәләр ҡорҙо, бәхәсләште, ә тегеләре уны үлтерергә тырышты.


Петрус улар менән бергә Яфоға килде. Уны өҫкө ҡаттағы бүлмәгә алып менделәр. Бөтә тол ҡатындар Петрус янына йыйылды, илай-илай уға Доркас тере сағында үҙе теккән күлдәктәрҙе, кейемдәрҙе күрһәтте.


Петрус, ҡулын һуҙып, уға торорға ярҙам итте. Тол ҡатындарҙы һәм бүтән иманлыларҙы саҡырып, терелгән Табиҫаны уларҙың ҡаршыһына баҫтырҙы.


Башҡаларға хеҙмәт итеү һәләте бирелһә, хеҙмәт итһен, өйрәтеү бүләге бирелһә, өйрәтһен.


Зарланмағыҙ, уларҙың бәғзеләре зарланып, йән алыусы фәрештә тарафынан ҡырылды.


Улар ғивриме? Мин дә! Исраилдармы? Мин дә! Ибраһим нәҫеленәнме? Мин дә!


Өсөнсө йылда, уңыштың ундан бер өлөшөн биреү йылында, бөтә уңышығыҙҙың ундан бер өлөшөн айырып ал да уны левигә, килмешәккә, етемдәргә һәм тол ҡатындарға бир. Улар ҙа һеҙ йәшәгән ерҙәрҙә ашап туйынһындар.


Мин тыуғас, һигеҙенсе көндә үк сөннәткә ултыртылғанмын, Исраил халҡынанмын, Бинйәмин ырыуынанмын, ғивриҙәрҙән тыуған ғивримен, ҡанун буйынса фарисей,


Ысын тол ҡатындар тураһында хәстәрлек күр.


Алтмыш йәштән дә кәм булмаған, үҙ ғүмерендә иренә тоғролоҡ һаҡлаған тол ҡатындарҙы ғына тол ҡатындар исемлегенә индер,


Бер-берегеҙҙе туғандарса яратыуығыҙҙы дауам итегеҙ.


Атабыҙ Алла ҡаршыһында саф, тапланмаған диндарлыҡ – бәләгә тарыған етемдәр менән тол ҡатындар хаҡында хәстәрлек күреү һәм үҙеңде был донъяның боҙоҡлоғонан һаҡлау ул.


Әллә Изге Яҙмала: «Алла Үҙе беҙгә һалған рухты көнләшеү менән ашҡынып ярата», – тип юҡҡа әйтелгән тип уйлайһығыҙмы?


Алла һеҙҙе хөкөм итмәһен өсөн, бер-берегеҙгә зарланмағыҙ, имандаштар: Хөкөмдар инде ишек төбөндә тора.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ