Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ғәмәлдәр 5:13 - Изге Яҙма

13 Халыҡ уларҙы хөрмәт итһә лә, уларға ҡушылырға баҙнат итеүсе булманы.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

13 Халыҡ уларҙы хөрмәт итте, ләкин ят кешеләрҙән бер кем дә уларға ҡушылырға баҙнат итмәне.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

13 Халыҡ уларҙы хөрмәт итһә лә, уларға ҡушылырға баҙнат итеүсе булманы.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ғәмәлдәр 5:13
19 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

– Эй Алла бәндәһе! Нишләнең һин миңә? Ҡылған ғәйептәремде хәтергә төшөрөп, улымды үлтертергә килдеңме ни? – тине ҡатын Ильясҡа.


Сиондағы гонаһлыларҙың ҡото осто, Аллаһыҙҙар ҡалтырауға төштө: «Ялмап йотҡан ут эсендә кемебеҙ һуң тере ҡалыр? Мәңге һүнмәҫ ялҡын эргәһендә кемебеҙ йәшәй алыр?»


Әммә быны нисек атҡарырға белмәнеләр, сөнки Ғайсаның һәр һүҙен йотлоғоп тыңлаған халыҡ Уның менән ине.


Хәйер, башлыҡтарҙың да күбеһе Уға инанғайны инде, ләкин үҙҙәрен фарисейҙар ғибәҙәтхананан айырыр тип ҡурҡып, быны белдермәнеләр.


Шунан һуң сығышы менән Аримаҫаянан булған Йософ Пилатостан Ғайсаның кәүҙәһен алырға рөхсәт һораны. Йософ Ғайсаның шәкерте ине, әммә, йәһүд башлыҡтарынан ҡурҡыуы арҡаһында, ул быны йәшереп йөрөнө. Пилатос рөхсәт биргәс, Йософ Ғайсаның кәүҙәһен арҡысаҡтан төшөрөп алды.


Һуҡырҙың ата-әсәһе, йәһүд башлыҡтарынан ҡурҡҡанлыҡтан, шулай тип яуап бирҙе. Сөнки башлыҡтар Ғайсаның Мәсих икәнлеген таныған һәр кемде ғибәҙәтхананан айырырға ҡарар иткәйне.


Был ваҡиға Эфеста йәшәгән бөтә йәһүдтәргә һәм башҡа халыҡ кешеләренә мәғлүм булғас, барыһы ла ҡурҡыуға төштө, Раббы Ғайсаның исеме тағы ла нығыраҡ ихтирам ителә башланы.


Юғары кәңәшмә ағзалары, яза бирерлек сәбәп таба алмағас, тағы бер тапҡыр янап, Петрус менән Яхъяны сығарып ебәрҙе. Сөнки булған хәл айҡанлы бөтөн халыҡ Алланы данлай ине.


Ошонан һуң тәртип һаҡсылары башлыҡтары менән бергә илселәрҙе барып алып килделәр. Халыҡ таш бәрә башлар тип ҡурҡып, илселәргә көс ҡулланманылар.


Ошо һүҙҙәрҙе ишеткәс тә Һананиас йығылып китте һәм йән бирҙе. Барыһын да ишетеп торған кешеләрҙең ҡото осто.


Башҡаларҙың хеҙмәте менән беҙ, тейеш булғандың сигенә сығып, самаһыҙ маҡтанмайбыҙ, ләкин, иманығыҙ арта барған һайын, Алла тарафынан беҙгә билдәләнгән хеҙмәт сиктәре буйынса, эшебеҙҙе тағын да нығыраҡ киңәйтергә өмөтләнәбеҙ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ