Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ғәмәлдәр 4:32 - Изге Яҙма

32 Иманға килеүселәр йөрәктәре һәм күңелдәре менән берҙәм булды. Береһе лә үҙ милкен, минеке генә, тип һанаманы, бөтә нәмәләре уртаҡ ине.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

32 Барлыҡ иман юлындағы кешеләр йөрәктәре һәм күңелдәре менән берҙәм булды. Уларҙың береһе лә үҙ милкен минеке тип әйтмәне, бөтөн нәмә уртаҡ ине.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

32 Иманға килеүселәр йөрәктәре һәм күңелдәре менән берҙәм булды. Береһе лә үҙ милкен, минеке генә, тип һанаманы, бөтә нәмәләре уртаҡ ине.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ғәмәлдәр 4:32
21 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Раббы һүҙе буйынса батша һәм түрәләр биргән бойороҡ ғәмәлгә ашһын өсөн Алланың ихтыяры Йәһүҙә халҡының күңеленә берҙәмлек һала.


Үҙҙәренең һәм балаларының именлеге хаҡына Минән ҡурҡып йәшәһендәр, Мине мәңге хөрмәт итһендәр өсөн уларға бер йөрәк, бер юл бирермен.


Мин инде донъяла түгел, Мин Һинең яныңа китәм, ә улар донъяла ҡала. Изге Атам! Беҙ бер булған кеүек, улар ҙа бер булһындар өсөн, уларҙы Үҙ исемеңдең – Миңә биргән исемеңдең ҡөҙрәте менән һаҡла.


Улар һәр ваҡыт берҙәм булып доға ҡылды. Бер нисә ҡатын менән Ғайсаның әсәһе Мәрйәм дә, ҡустылары ла улар менән булды.


Илленсе көн байрамы еткәндә иманлыларҙың барыһы ла бергә ине.


Илселәр халыҡ араһында күп хикмәттәр һәм мөғжизәләр ҡылды. Имандаштар бергәләшеп Сөләймән айуанында осрашып торҙо.


беҙ ҙә, күп булһаҡ та, Мәсихтә бер тән тәшкил итәбеҙ, тик һәр беребеҙ айырым-айырым бер-беребеҙҙең ағзалары булып торабыҙ.


Имандаштар, Раббыбыҙ Ғайса Мәсих исеме менән үтенеп һорайым: барығыҙ ҙа бер һүҙҙә тороғоҙ, арағыҙҙа бүленештәр булмаһын, киреһенсә, бер уйлы һәм бер маҡсатлы булығыҙ.


Шулай итеп, имандаштар, ҡыуанығыҙ, камиллыҡҡа юл ҡуйығыҙ, нәсихәттәремде ҡабул итеп алығыҙ, фекерҙәш булығыҙ һәм бер-берегеҙ менән татыу йәшәгеҙ. Шул ваҡытта мөхәббәт һәм именлек Аллаһы һеҙҙең менән булыр.


Нисек кенә булмаһын, Мәсих тураһындағы Һөйөнөслө Хәбәргә лайыҡлы йәшәгеҙ. Мин киләмме, яңынан һеҙҙе күрәмме, әллә килмәйемме – берҙәм булыуығыҙҙы һәм иңгә-иң терәп, Һөйөнөслө Хәбәргә ышаныу хаҡына көрәшеүегеҙҙе ишетеп торорға яҙһын.


Шулай итеп, татыу йәшәгеҙ, бер-берегеҙгә ҡарата миһырбанлы, туған йәнле һәм рәхимле, тыйнаҡ булығыҙ.


Кемгәлер һөйләү оҫталығы бирелгән икән, Алланан килгән һүҙҙәр менән һөйләһен; кемгәлер хеҙмәт итеү оҫталығы бирелгән икән, Алла биргән көс менән хеҙмәт итһен. Шулай итеп, Ғайса Мәсих аша һәр ниҙә Алланың шөһрәте күтәрелер. Мәсихкә мәңгенән-мәңгегә дан һәм ҡөҙрәт булһын! Амин!


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ