Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ғәмәлдәр 4:27 - Изге Яҙма

27 Ысынлап та, Һируд менән Понтиос Пилатос ошо ҡалала Үҙең мәсехләгән изге Хеҙмәтсең Ғайсаға ҡаршы мәжүсиҙәр һәм Исраил халҡы менән берләште.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

27-28 Ысынлап та, Ирод һәм Понтий Пилат, мәжүсиҙәр һәм Израиль халҡы менән бергә, Изге Хеҙмәтсең Ғайсаға – Үҙең майлаған Мәсихкә ҡаршы, Һинең ҡөҙрәтең һәм ихтыярың арҡаһында буласағы алдан билдәләнгән эште ҡылыу өсөн ошо ҡалаға йыйылдылар.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

27 Ысынлап та, Һируд менән Понтиос Пилатос ошо ҡалала Үҙең мәсехләгән изге Хеҙмәтсең Ғайсаға ҡаршы мәжүсиҙәр һәм Исраил халҡы менән берләште.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ғәмәлдәр 4:27
53 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Кем бысраҡ эсенән берәй таҙа нәмә таба алыр? Бер кем дә!


Кем ул кеше – пак булырға? Ҡатын-ҡыҙҙан тыуған зат нисек тәҡүә булһын?


Кеше Алла күҙендә нисек хаҡ була алһын? Ҡатындан тыуған зат нисек пак булһын?


Донъя батшалары ҡуҙғалыша, Хакимдар берләшә Раббыға һәм Уның мәсихенә ҡаршы.


Әйтер: «Мин Сионға, изге тауыма, Үҙемдең батшамды ултырттым».


Ҡәүемдәр шаулашыр, батшалыҡтар тетрәнер, Алла тауышын яңғыратыр ҙа ер иреп киткәндәй булыр.


Быларҙың барыһын электән үк әҙерләгәнемде, Борон замандан уҡ ниәтләгәнемде ишетмәгәйнеңме ни? Нығытмалы ҡалаларҙы емереп, Уларҙы харабаға әйләндереп, Һинең аша ниәтемде әле бойомға ашырҙым.


Кешеләр тарафынан хурланған, Ҡәүемдәрҙән ситкә тибәрелгән, Хакимдарҙың ҡоло булған затҡа Исраилдың Ҡотҡарыусыһы, Изге Аллаһы Раббы былай ти: «Тоғро Раббы хаҡына, Һине һайлап алған Исраилдың Изгеһе хаҡына батшалар Һине күреп аяғүрә баҫыр, Түрәләр алдыңда йөҙтүбән ергә ҡапланыр».


Кешеләр тарафынан хурланды, ситкә тибелде; Сир-ғазаптарҙы үҙе татып белде. Һәммәһе унан йөҙ сөйөрҙө, ситкә боролдо, Түбәнһеттек, әҙәмгә лә һанаманыҡ.


Раббы Хакимдың Рухы минең өҫтөмдә, Сөнки Раббы мине мәсехләне; Мохтаждарға һөйөнөслө хәбәр еткерергә, Йөрәге йәрәхәтлеләрҙең яраларын бәйләргә, Әсирҙәргә азатлыҡ иғлан итергә, Тотҡондарға ирек хәбәрен әйтергә тип ебәрҙе.


Шул арала Ғайса тураһындағы хәбәрҙәр өлкә идарасыһы Һирудҡа барып ишетелде.


Ошо Һируд, ағаһы Филиппустың ҡатыны Һирудиас арҡаһында Яхъяны ҡулға алып, бығаулап, төрмәгә ултыртҡайны.


Һирудтың тыуған көнөндә Һирудиастың ҡыҙы ҡунаҡтар алдында бейене. Был Һирудҡа шул тиклем оҡшаны,


– Ә бына был хаҡта ни әйтерһегеҙ? Бер кешенең ике улы булған. Беренсеһенең янына килеп, ул: «Улым, бөгөн йөҙөм баҡсаһына барып эшләп ҡайт әле», – тигән.


Эй Йәрүсәлим! Пәйғәмбәрҙәрҙе үлтереүсе, Алла тарафынан үҙенә ебәрелгәндәрҙе таш бәреп һәләк итеүсе Йәрүсәлим! Ҡош үҙенең ҡошсоҡтарын ҡанат аҫтына йыйған кеүек, Мин дә һинең балаларыңды нисә тапҡыр шулай бергә йыйырға теләнем, ләкин һеҙ килергә теләмәнегеҙ!


Улар Ғайсаны бәйләп, өлкә идарасыһы Пилатосҡа алып барып тапшырҙылар.


– Әле беҙ Йәрүсәлимгә китеп барабыҙ. Унда Әҙәм Улы баш ҡаһиндар һәм ҡанун белгестәре ҡулына тотоп биреләсәк. Уны, үлемгә хөкөм итеп, мәжүсиҙәр ҡулына тапшырырҙар.


Шулай уҡ ҡанун белгестәре менән баш ҡаһиндар ҙа, Ғайсаны мыҫҡыллап, бер-береһенә: – Башҡаларҙы ҡотҡарҙы, ә Үҙен ҡотҡара алмай.


– Һиңә Изге Рух төшөр һәм Юғарыларҙан Юғары һине ҡөҙрәтенең күләгәһе менән солғап алыр, шуның өсөн дә һин тыуҙырыр Бала изге булыр һәм Алла Улы тип аталыр, – тип яуап бирҙе уға фәрештә. –


Ғайсаны һаҡлап тороусылар уны мыҫҡыл итте, туҡманы.


Кәңәшмәлә ҡатнашыусыларҙың барыһы ла тороп, Ғайсаны Пилатос янына алып килде.


«Раббының Рухы Минең өҫтөмдә, сөнки Ул Мине фәҡирҙәргә Һөйөнөслө Хәбәрҙе еткереү өсөн мәсехләне. Ул Мине әсирҙәргә – ирек, һуҡырҙарға – күрә башлауҙарын иғлан итергә, йәберләнгәндәрҙе азат итергә


– Әҙәм Улы күп ғазаптар кисерәсәк, аҡһаҡалдар, баш ҡаһиндар һәм ҡанун белгестәре тарафынан кире ҡағыласаҡ һәм үлтереләсәк, әммә өсөнсө көндә Ул терелеп торасаҡ, – тине.


Ул Үҙенекеләр янына килде, әммә улар Уны ҡабул итмәне.


«Мин – Алла Улы» тигән мәлдә нисек һеҙ Миңә «көфөр һөйләйһең» тип әйтә алаһығыҙ? Мине Алла Үҙе изге хеҙмәт өсөн айырып алып, был донъяға ебәрҙе бит.


Ғайсаны Ҡаяфас янынан өлкә башлығының һарайына алып килделәр. Был иртә менән булды. Йәһүдтәр һарайға инмәне, сөнки инһәләр, таҙарыныуҙары боҙолоп, Ҡотҡарылыу байрамында ҡатнаша алмаҫтар ине.


Пилатос үҙе улар янына сыҡты: – Был Кешене нимәлә ғәйепләйһегеҙ?


Әммә ғәскәриҙәрҙең береһе Ғайсаның ҡабырғаһына һөңгө менән сәнсте, унан шунда уҡ ҡан менән һыу ағып сыҡты.


Алла, назаралы Ғайсаны Изге Рух менән мәсехләп, Уға ҡөҙрәт бирҙе һәм Ғайса, яҡшылыҡтар ҡылып, Иблис йонсотҡан кешеләрҙе һауыҡтырып йөрөнө, сөнки Алла Уның менән булды.


Ҡулыңды һуҙ һәм Изге Хеҙмәтсең Ғайса исеме менән һауыҡтыр, хикмәттәр һәм мөғжизәләр күрһәт.


Беҙгә тап шундай Баш Ҡаһин кәрәк тә инде: изге, ғәйепһеҙ, саф, гонаһлыларҙан айырылған һәм күктән юғары күтәрелгән.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ