Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ғәмәлдәр 4:20 - Изге Яҙма

20 Беҙ күргәндәребеҙ һәм ишеткәндәребеҙ тураһында һөйләмәй булдыра алмайбыҙ, – тип яуап бирҙе.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

20 Беҙ күргәндәребеҙ һәм ишеткәндәребеҙ тураһында һөйләмәй булдыра алмайбыҙ, – тип яуап бирҙе.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

20 Беҙ күргәндәребеҙ һәм ишеткәндәребеҙ тураһында һөйләмәй булдыра алмайбыҙ, – тип яуап бирҙе.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ғәмәлдәр 4:20
27 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Раббы Рухы минең аша һөйләй, Телемдең осонда – Уның һүҙе.


Ләкин Раббы миңә былай тине: – Һин үҙеңде, йәшмен, тип әйтмә! Мин һине кемгә ебәрһәм, шуға барырһың, һиңә нимә бойорһам, шуны һөйләрһең.


Әгәр ҙә мин: «Башҡаса Уны иҫкә алмайым, Инде Уның исеменән һөйләмәйем», – тиһәм, Һинең һүҙең эсемдә ялҡындай дөрләп яна, Елегемә үтеп өтөп ала, Уны эстә тоторға маташып хәлдән тайҙым, Инде әмәлем ҡалманы.


Эскенәйем яна! Йәнем әрней. Ғазап талай йөрәгемде! Өнһөҙ ҡала алмайым мин, Дошмандың борғо тауышын, Яу ауазын ишетеп, күңелем тетрәнә.


Мин Раббының асыуына тулышҡанмын, Уны башҡаса тотоп тыя алмайым. Раббы былай ти: «Асыуымды урамдағы балаларға түк, Йыйылышҡан егеттәрҙең өҫтөнә ауҙар! Ир менән ҡатын да, өлкән кеше лә, Көндәре һанаулыһы ла ҡотола алмаҫ.


Инде һөргөндә йәшәгән яҡташтарың янына бар. Улар һине тыңлаһа ла, тыңламаһа ла: «Раббы Хаким былай тип әйтә!» – тиерһең.


Арыҫлан үкергәндә Кем ҡурҡыуға ҡалмаҫ? Раббы Хаким һөйләй башлаһа, Кем пәйғәмбәрлек ҡылмаҫ?


Мин иһә Яҡупҡа енәйәттәрен, Исраилға гонаһтарын әйтер өсөн, Көс менән, Раббының Рухы менән, Хаҡлыҡ һәм батырлыҡ менән тулымын.


Билғам Балаҡка: – Бына бит, килдем, тик үҙемдән ни ҙә булһа әйтә аламмы ни инде? Алла телемә ни һалһа, шуны ғына һөйләрмен.


Бына фатиха бирергә бойороҡ алдым, Ул фатиха бирҙе – мин быны үҙгәртә алмайым.


Был хәлдәрҙе улар тәүге көндәрҙән үк үҙ күҙҙәре менән күргән һәм Алланың һүҙен иғлан итеп йөрөгән һүҙ хеҙмәтселәренең һөйләгәндәренә таянып яҙҙы.


Әммә һеҙ үҙегеҙгә Изге Рух ингәндән һуң ҡөҙрәт алырһығыҙ һәм Йәрүсәлимдә, бөтә Йәһүҙиәлә, Самарияла, хатта донъяның сигенә үк барып етеп, һәр ерҙә Минең хаҡта шаһитлыҡ ҡылырһығыҙ.


Силас менән Тимоҫеус Македониянан килгәс, Паулус үҙенең бөтә ваҡытын, Ғайсаның Мәсих икәнлеге хаҡында шаһитлыҡ ҡылып, йәһүдтәргә вәғәз һөйләүгә бағышланы.


Һәм бына Алла ошо Ғайсаны үленән терелтте, беҙ бөтәбеҙ ҙә – бының шаһиттары.


Барыһы ла Изге Рух менән һуғарылып, башҡа телдәрҙә һөйләшә башланы: был һәләтте уларға Алла Рухы бирҙе.


Һин, бөтәһенә лә күргәндәреңде һәм ишеткәндәреңде һөйләп, Уның тураһында шаһитлыҡ ҡылырһың.


Һеҙ тормошто Булдырыусыны үлтерҙегеҙ! Ләкин Алла Уны терелтте, беҙ быға шаһит булдыҡ.


Беҙ – был эштәрҙең шаһиты. Шулай уҡ Алла Үҙенә буйһоноусыларға биргән Изге Рух та был эштәргә шаһит, – тип яуап бирҙеләр.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ