Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ғәмәлдәр 4:13 - Изге Яҙма

13 Юғары кәңәшмә ағзалары Петрус менән Яхъяның ҡыйыулығын күрҙеләр һәм, уларҙың уҡымаған, ябай кешеләр икәнен белеп, хайран ҡалдылар. Шунан һуң ғына уларҙың Ғайса менән бергә йөрөгән кешеләр икәнен аңланылар.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

13 Белемдәре аҙ булған был ябай ғына ике кешенең – Петр менән Яхъяның ҡыйыулығын күреп, Юғары кәңәшмәлә ултырыусылар бик ғәжәпләнде. Уларҙың Ғайса менән бергә йөрөгән кешеләр икәнлегенә хәҙер генә иғтибар иттеләр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

13 Юғары кәңәшмә ағзалары Петрус менән Яхъяның ҡыйыулығын күрҙеләр һәм, уларҙың уҡымаған, ябай кешеләр икәнен белеп, хайран ҡалдылар. Шунан һуң ғына уларҙың Ғайса менән бергә йөрөгән кешеләр икәнен аңланылар.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ғәмәлдәр 4:13
22 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Бынан һуң Ғайса: – Эй Атам, күк менән ерҙең Хужаһы! – тине. – Быларҙы зирәктәрҙән һәм аҡыл эйәләренән йәшереп, сабыйҙарға асып биргәнең өсөн Һиңә шөкөрана ҡылам!


Ул ҡапҡа яғына ыңғайлағайны, уны икенсе хеҙмәтсе ҡыҙ күреп, шунда тороусыларға: – Бына был да назаралы Ғайса менән булды, – тине.


Бер аҙҙан шунда торғандар уның янына килеп: – Һин ысынлап та шуларҙың береһе. Һөйләшеүеңдән үк күренеп тора, – тинеләр.


Ғайса Петрус менән Яхъяны ҡалаға ебәрҙе: – Барығыҙ, беҙгә Ҡотҡарылыу байрамы ашын әҙерләгеҙ.


Ғайса, Үҙенең әсәһен һәм шунда уҡ торған яратҡан шәкертен күреп, әсәһенә: – Бына был – һинең улың, – тине.


Йәһүдтәр: – Был Кеше, бер ерҙә лә уҡымаған булһа ла, Яҙмаларҙы ҡайҙан шул тиклем яҡшы белә икән? – тип ғәжәпләнде.


Әммә ҡанунды белмәгән был халыҡ ләғнәтле.


Һауыҡҡан кешенең дә улар янында тороуын күргәс, ҡаршы һүҙ әйтә алманылар һәм


Әммә тегеләр: – Үҙегеҙ уйлап ҡарағыҙ, Алла һүҙен түгел, һеҙҙең һүҙҙе тыңлаһаҡ, был Алла ҡаршыһында дөрөҫ булырмы һуң?


Хәҙер, Раббыбыҙ, уларҙың янауҙарын ишет һәм беҙ ҡолдарыңа Һинең һүҙеңде ҡыйыу рәүештә һөйләргә ҡөҙрәт бир.


Доға ҡылғандан һуң улар торған урын һелкенеп китте һәм бөтәһе лә Изге Рух менән һуғарылды, Алла һүҙен ҡыйыу рәүештә һөйләй башланылар.


Барнабас уны илселәр янына алып барҙы һәм Шаулдың юлда Раббыны күреүен, Раббының уға ниҙәр әйтеүен, уның Дамаскта Ғайса тураһында ҡыйыу рәүештә вәғәзләүен һөйләп бирҙе.


Раббы тураһында ҡыйыу рәүештә вәғәзләп, Шаул Йәрүсәлимдә илселәр менән бергә йөрөнө.


Әммә Алла, аҡыллыларҙы һәм көслөләрҙе оятҡа ҡалдырыр өсөн, донъяла ахмаҡ һәм көсһөҙ тип һаналғандарҙы һайлап алды.


Уның йәшерен ниәттәре асылыр һәм ул йөҙтүбән ҡапланыр ҙа Аллаға табынып: «Алланың һеҙҙең арағыҙҙа булыуы хаҡ», – тип әйтер.


Ошондай өмөтөбөҙ булғанға, беҙ ҙур тәүәккәллек менән эш итәбеҙ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ