Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ғәмәлдәр 4:12 - Изге Яҙма

12 Башҡа бер кемдән дә ҡотолоу килмәҫ. Был күктең аҫтында кешеләргә бирелгән исемдәр араһында беҙҙе ҡотҡара алған башҡа исем юҡ, – тине Петрус.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

12 Башҡа бер кемдән дә ҡотолоу килмәҫ. Ер йөҙөндә кешеләргә бирелгән исемдәр араһында беҙҙе ҡотҡара алырҙай бүтән исем юҡ, – тине Петр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

12 Башҡа бер кемдән дә ҡотолоу килмәҫ. Был күктең аҫтында кешеләргә бирелгән исемдәр араһында беҙҙе ҡотҡара алған башҡа исем юҡ, – тине Петрус.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ғәмәлдәр 4:12
19 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Һыу күтәрелгәндән-күтәрелде, ер өҫтөндәге бөтә бейек тауҙарҙы баҫып китте.


Ауыҙынан ут-ялҡын бөркөлә, Көйҙөргөс осҡондар атыла.


Мәрйәм Ир Бала табыр һәм һин Уға Ғайса тип исем ҡушырһың, сөнки Ул Үҙенең халҡын гонаһтарҙан ҡотҡарасаҡ.


шулай уҡ Йәрүсәлимдән башлап, барлыҡ халыҡтарға тәүбәгә килеү һәм гонаһтары ярлыҡаныу хәбәре Уның исеменән вәғәзләнергә тейеш.


Ғайса уға: – Мин – юл, хәҡиҡәт һәм тормош. Минең аша ғына Атам янына барып була.


Улына инанған кешенең мәңгелек тормошо бар, ә Уға буйһонмаусы инде тормош күрмәйәсәк: уның өҫтөндә Алланың асыуы тора.


– Туғандар! – тип һүҙен дауам итте Паулус. – Ибраһим нәҫеле балалары һәм Алланы ололаусы башҡа кешеләр! Ҡотҡарылыу хаҡындағы был хәбәр беҙгә ебәрелде.


Йәрүсәлимдә ер йөҙөндәге төрлө илдәрҙән килгән диндар йәһүдтәр йәшәй ине.


Һалынған нигеҙҙән башҡа төрлөнө бер кем дә һала алмай, ә ул нигеҙ – Ғайса Мәсих.


Тик һеҙ, иманығыҙҙың нигеҙендә ныҡлы һәм ҡаҡшамаҫ булып, үҙегеҙ ишеткән Һөйөнөслө Хәбәр биргән өмөттән ситләшмәгеҙ. Ул донъялағы һәр йән эйәһенә вәғәзләнгән һәм мин, Паулус, Уның хеҙмәтсеһе булдым.


Тик һаҡ булығыҙ, үҙегеҙгә Һөйләүсенән ваз кисмәгеҙ. Ул ерҙә һөйләгән сағында кешеләр Уны тыңламаған өсөн язаһыҙ ҡалмаған икән, күктән тороп Киҫәтеүсенән баш тартһаҡ, беҙ инде ҡатыраҡ язаға дусар буласаҡбыҙ.


Әгәр ошондай бөйөк ҡотҡарылыу менән иҫәпләшмәйбеҙ икән, әле килеп язаны нисек урап үтә алырбыҙ? Был ҡотҡарылыу тураһында бит тәүләп Раббы Үҙе асып һалды һәм Уның әйткәндәрен ишеткән кешеләр беҙгә быны раҫланы.


Исеме тормош китабында табылмаған һәр кем шул утлы күлгә ырғытылды.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ