Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ғәмәлдәр 4:1 - Изге Яҙма

1-2 Петрус һәм Яхъя халыҡ менән һөйләшкән арала, улар янына ҡаһиндар, Алла йорто һаҡсылары башлығы һәм саддукейҙар килде. Ғайсаның терелеүе нигеҙендә үленән терелеү тураһында вәғәз һөйләп, халыҡты өйрәткән Ғайса илселәренә уларҙың асыуҙары килде.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

1-2 Петр менән Яхъя халыҡты өйрәткән ваҡытта, улар янына руханиҙар, Алла Йортон һаҡлаусылар башлығы һәм саддукейҙар килде. Уларҙың Ғайсаның терелеүен миҫалға килтереп, үлеләрҙең тереләсәге тураһында вәғәз һөйләп торған илселәргә асыуҙары килеп,

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

1-2 Петрус һәм Яхъя халыҡ менән һөйләшкән арала, улар янына ҡаһиндар, Алла йорто һаҡсылары башлығы һәм саддукейҙар килде. Ғайсаның терелеүе нигеҙендә үленән терелеү тураһында вәғәз һөйләп, халыҡты өйрәткән Ғайса илселәренә уларҙың асыуҙары килде.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ғәмәлдәр 4:1
20 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Шунда улар Ғайсаның икмәк әсеткеһенән түгел, ә фарисейҙар һәм саддукейҙар тәғлимәтенән һаҡланырға ҡушҡанын аңланылар.


Улар үҙҙәренең шәкерттәрен Һируд батша яҡлылар менән бергә Ғайса янына ебәрҙе. – Остаз, – тине улар, – беҙ Һинең тура һүҙле булғаныңды һәм, дөрөҫлөктән ситкә тайпылмайынса, Алла юлына өйрәтеүеңде беләбеҙ. Һин бер кемдән дә ҡурҡмайһың, бер кемгә лә ярарға тырышмайһың.


Баш ҡаһиндар һәм аҡһаҡалдар иһә, Бараббасты иреккә сығарыуҙы, ә Ғайсаны үлем язаһына тарттырыуҙы талап итергә тип, халыҡты ҡотортоп ҡуйғайны.


Шулай уҡ ҡанун белгестәре, аҡһаҡалдар һәм баш ҡаһиндар ҙа Ғайсаны мыҫҡылланы:


Ул, күп кенә фарисейҙарҙың һәм саддукейҙарҙың һыуға сумдырылырға тип килгәнен күреп, уларға былай тине: – Эй һеҙ, ағыулы йылан тоҡомо! Кем һеҙгә Алланың яҡынлашып килгән асыуынан ҡасып ҡала алырһығыҙ тип әйтте?


Бер көндө, халыҡты Алла йортонда аң-белемгә өйрәтеп, Һөйөнөслө Хәбәрҙе иғлан иткән сағында, Ғайса янына аҡһаҡалдар менән баш ҡаһиндар һәм ҡанун белгестәре килде.


Йәһүҙә, баш ҡаһиндар менән Алла йортон һаҡлаусыларҙың башлыҡтарына барып, Ғайсаны уларға тотоп биреү тураһында һөйләште.


«Хеҙмәтсе үҙенең хужаһынан ҙурыраҡ түгел», – тигән һүҙҙәремде хәтерләгеҙ. Мине эҙәрләгәндәр икән, һеҙҙе лә эҙәрләрҙәр. Минең һүҙемде тотһалар, һеҙҙекен дә тоторҙар.


Бына ул, римлыларҙың ғәскәри төркөмөн һәм Алла йортоноң баш ҡаһиндар менән фарисейҙар тарафынан ебәрелгән һаҡсыларын эйәртеп, шунда килде. Улар факелдар, яҡтыртҡыстар һәм ҡоралдар тотҡайны.


Иң баш ҡаһин Ханнас, Ҡаяфас, Яхъя, Искәндәр һәм баш ҡаһин ырыуынан булған бүтәндәр ҙә шунда ине.


Иң баш ҡаһин һәм уның яҡлылар, йәғни саддукей төркөмөндәгеләр, көнләшеүҙән шартлар хәлгә етеп,


Алла йорто һаҡсылары башлығы һәм баш ҡаһиндар, быны ишеткәс, тағы ни булыр икән инде, тип аптырашта ҡалды.


Ошонан һуң тәртип һаҡсылары башлыҡтары менән бергә илселәрҙе барып алып килделәр. Халыҡ таш бәрә башлар тип ҡурҡып, илселәргә көс ҡулланманылар.


Шул юл менән улар халыҡты, аҡһаҡалдарҙы һәм ҡанун белгестәрен Стефанусҡа һөстөрҙөләр; һөжүм итеп, тотоп алдылар һәм Юғары кәңәшмә алдына алып килделәр.


Шулай итеп, Алла һүҙе киң таралды, Йәрүсәлимдә шәкерттәр һаны байтаҡҡа артты, хатта ҡаһиндарҙың да бик күптәре иманға килде.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ