Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ғәмәлдәр 3:17 - Изге Яҙма

17 – Хәҙер, туғандар, аңлайым: һеҙ, быны башлыҡтарығыҙ кеүек үк, белмәйенсә эшләнегеҙ, – тип дауам итте Петрус. –

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

17 – Хәҙер, туғандар, мин беләм: һеҙ, башлыҡтарығыҙ кеүек үк, белмәйенсә эшләнегеҙ, – тип дауам итте Петр. –

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

17 – Хәҙер, туғандар, аңлайым: һеҙ, быны башлыҡтарығыҙ кеүек үк, белмәйенсә эшләнегеҙ, – тип дауам итте Петрус. –

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ғәмәлдәр 3:17
23 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

– Мин быны кем эшләгәнен белмәйем, – тип яуапланы Авимәләх. – Һин үҙең дә әйтмәнең, ошоға тиклем ишеткәнем дә юҡ ине.


Әммә Йософ баш тартты, хужаһының ҡатынына: – Мин бында булғанға күрә хужам өйөндә бер нимә өсөн дә борсолмай, бөтә нәмәне лә миңә ышанып тапшырҙы.


Йософ былай тине: – Ниңә быны эшләнегеҙ? Минең кеүек кеше күрәҙәлек итеп белә алыр, тип уйламанығыҙмы?


Мусаның һаман тауҙан әйләнеп ҡайтмауын күргәс, халыҡ Һарунды уратып алды ла: – Беҙгә үҙ артынан эйәртерлек илаһ эшлә, – тине, – сөнки беҙҙе Мысырҙан алып сыҡҡан әҙәм, теге Муса менән нимә булғанын белмәйбеҙ.


Бында килеп, минең өсөн ошо халыҡты ҡарға әле, сөнки ул минән көслөрәк. Һин ҡарғыш яуҙырһаң, бәлки, мин уны еңә һәм еремдән ҡыуып сығара алырмын. Шуны беләм: һин кемде фатихалаһаң – шул фатихалы, кемде ҡарғаһаң, шул ҡарғышлы була.


Пилатос иһә, баш ҡаһиндарҙы, башлыҡтарҙы һәм халыҡты йыйып,


Ғайса: – Атам! Уларҙы ярлыҡа, сөнки нимә эшләгәндәрен үҙҙәре лә аңламайҙар! – тине. Ғәскәриҙәр йәрәбә һалып, үҙ-ара Уның кейемдәрен бүлешеп алдылар.


Улар быларҙың барыһын да Минең исемем хаҡына эшләр, сөнки Мине Ебәргәнде белмәйҙәр.


Ә былай эшләүҙәре, Атаны ла, Мине лә белмәүҙәренән.


Уға: – Әллә һин дә Галилеянанмы? Яҙмаларҙы тикшереп ҡара, аңларһың: Галилеянан бер ниндәй ҙә пәйғәмбәр сыҡмаясаҡ, – тип яуап бирҙеләр.


Йәрүсәлим халҡы һәм уларҙың башлыҡтары Ғайсаның кем икәнен таныманы, Уны хөкөм итеп, пәйғәмбәрҙәрҙең һәр шәмбе уҡыла торған һүҙҙәрен ғәмәлгә ашырҙы.


Һүҙҙәремде баш ҡаһин һәм аҡһаҡалдар кәңәшмәһе раҫлай ала. Дамаскта йәшәгән йәһүд туғандарға мин уларҙан хат алдым һәм, шул юлдан барыусыларҙы ҡулға алып, язаға тарттырыр өсөн Йәрүсәлимгә алып килергә тип, Дамаскка йүнәлгәйнем.


Дөрөҫ, мин үҙем дә назаралы Ғайсаның исеменә ҡаршы мөмкин булғандың барыһын да эшләргә кәрәк, тип уйлай торғайным.


– Беҙ, – тине йәһүд башлыҡтары, – Йәһүҙиәнән һинең хаҡта хаттар ҙа алманыҡ, унан килгән имандаштарыбыҙ ҙа һинең хаҡта бер ни хәбәр итмәне, насар бер нәмә лә һөйләмәне.


Муса тауҙа булғанда, улар Һарунға: «Беҙгә үҙ артынан эйәртерлек илаһтар эшлә, сөнки беҙҙе Мысырҙан алып сыҡҡан Муса менән нимә булғанын белмәйбеҙ», – тигәндәр.


Алла Үҙ халҡын ташламаны, Ул уларҙы алдан уҡ һайлап алды. Һеҙ Изге Яҙмала Ильяс тураһында нимә тиелгәнен белмәйһегеҙме ни? Ул, Исраил халҡына зарланып, Аллаға:


Был донъялағы бер генә хаким да шул аҡылға төшөнмәгән. Әгәр уны аңлаһалар, шөһрәтле Раббыны арҡысаҡҡа ҡаҙаҡламаҫтар ине.


Әммә уларҙың аҡылы томаланған, сөнки иҫке килешеү яҙмаларын уҡығанда уларҙың аҡылы шул бөркәнсек менән ябылған һымаҡ. Ул бөркәнсекте Мәсих кенә алып ташлаясаҡ.


Уларҙың наҙанлыҡтан һәм тиҫкәрелектән аңдары томаланған. Алла тарафынан бирелгән тормоштан ситләтелгәндәр.


Әгәр ҙә артабан да йәшәйем икән, был эшемдең уңышлы булыуын аңлата. Был осраҡта ҡайһыныһын һайлармын – белмәйем.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ