Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ғәмәлдәр 3:15 - Изге Яҙма

15 Һеҙ тормошто Булдырыусыны үлтерҙегеҙ! Ләкин Алла Уны терелтте, беҙ быға шаһит булдыҡ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

15 Һеҙ тормошто Булдырыусыны үлтерҙегеҙ, әммә Алла Уны терелтте. Беҙ – бының шаһиттары.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

15 Һеҙ тормошто Булдырыусыны үлтерҙегеҙ! Ләкин Алла Уны терелтте, беҙ быға шаһит булдыҡ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ғәмәлдәр 3:15
29 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ул тормош сығанағы булып торған, ә тормош кешеләр өсөн яҡтылыҡ булған.


Мин уларға мәңгелек тормош бирәм. Улар бер ҡасан да һәләк булмаясаҡ, уларҙы бер кем дә Минән тартып ала алмаясаҡ.


Ғайса уға: – Мин – юл, хәҡиҡәт һәм тормош. Минең аша ғына Атам янына барып була.


Ул Һин ышанып тапшырған кешеләргә мәңгелек тормош бирһен тип, Уға барлыҡ кешеләр өҫтөнән хакимлыҡ бирҙең бит.


Ғайса: – Әгәр ҙә һин Алла бүләгенең нимә икәнен һәм үҙеңдән: «Миңә эсергә һыу бир әле», – тип һораусының кем икәнлеген белһәң, үҙең Унан һорар инең һәм Ул һиңә тере һыу бирер ине, – тип яуапланы.


ә Мин биргән һыуҙы эскән кеше бер ҡасан да һыуһамаҫ. Мин биргән һыу ул кешелә мәңгелек тормошҡа аға торған шишмәгә әүереләсәк.


Үҙендә тормош булған кеүек, Улына ла Үҙ-Үҙендә тормошҡа эйә булыу ҡөҙрәте бирҙе


Әммә Алла, үлем бығауҙарын өҙөп, Уны терелтте, сөнки үлем Ғайса алдында көсһөҙ ине.


Һәм бына Алла ошо Ғайсаны үленән терелтте, беҙ бөтәбеҙ ҙә – бының шаһиттары.


Исраилға тәүбә итеү һәм гонаһтарынан ярлыҡаныу мөмкинлеге биреү өсөн, Алла Уны Юлбашсы һәм Ҡотҡарыусы итеп Үҙенең уң яғына күтәрҙе.


Изге Яҙмала былай тип яҙылған бит: «Тәүге кеше – Әҙәм – тере йән эйәһе булды». Ә һуңғы Әҙәм тормош биреүсе Рух булды.


менән Алла Мәсихтә лә, Уны үленән терелтеп, күктә Үҙенең уң яғына ултыртҡанда эш итте.


Иманда беренсе булып барған һәм уны камиллыҡҡа еткергән Ғайсанан күҙ яҙлыҡтырмайыҡ. Ул, хурлығына иғтибар итмәйенсә, киләсәктә юлында көткән шатлыҡ хаҡына арҡысаҡҡа ҡаҙаҡланды һәм Алла тәхетенең уң яғына ултырҙы.


Алла – бөтә нәмәнең маҡсаты һәм башланғысы. Үҙенә эйәргән күп кешеләрҙе данға алып килгән сағында, ҡотолоуҙарына нигеҙ һалған Ғайсаны ғазаптар аша камиллыҡҡа еткерергә тейеш ине.


һәм, камиллыҡҡа өлгәшкәндән һуң, Үҙенә тыңлаусан булған бөтөнөһө өсөн дә мәңгелек ҡотолоу сығанағына әйләнде.


Беҙ Алланың Улы килгәнен һәм хаҡ Алланы таныр өсөн беҙгә аң биргәнен дә беләбеҙ. Һәм беҙ – хаҡ Аллала, Уның Улы Ғайса Мәсихтә. Ул – хаҡ Алла һәм мәңгелек тормош.


Ул миңә тағы былай тине: – Ғәмәлгә ашты! Мин – Альфа һәм Омега, Башы һәм Аҙағы. Мин һыуһағанға тере һыу шишмәһенән бушлай һыу эсерәм.


Шунан һуң фәрештә миңә Алланың һәм Бәрәстең тәхетенән ағып сыҡҡан, гәлсәр һымаҡ ялтырап торған тере һыу йылғаһын күрһәтте.


Рух та, кәләш тә: «Кил!» – тиҙәр. Быларҙы ишетеүсе лә: «Кил!» – тип әйтһен. Һыуһаған да килһен, теләгән кеше тере һыуҙы бушлай алһын.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ