Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ғәмәлдәр 26:3 - Изге Яҙма

3 Һин йәһүдтәрҙең барлыҡ йолаларын һәм бәхәсле мәсьәләләрен яҡшы беләһең. Шуға күрә мине сабыр ғына тыңлауыңды үтенәм.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

3 Һин, йәһүдтәрҙең барлыҡ йолаларын һәм бәхәсле фекерҙәрен бик яҡшы белгәнлектән, мине түҙемлек менән тыңларһың, тип үтенәм.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

3 Һин йәһүдтәрҙең барлыҡ йолаларын һәм бәхәсле мәсьәләләрен яҡшы беләһең. Шуға күрә мине сабыр ғына тыңлауыңды үтенәм.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ғәмәлдәр 26:3
13 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Һатыу-алыу шарттары һәм ҡағиҙәләре яҙылған ҡағыҙҙарҙы – мөһөр баҫылғанын да, асығын да – алдым.


Һинең хаҡта уларға, һин, йәнәһе, бүтән халыҡтар араһында йәшәгән барлыҡ йәһүдтәрҙе улдарын сөннәткә ултыртмағыҙ, йәһүд халҡының йолаларын тотмағыҙ тип өндәп, Муса ҡанунынан баш тартырға өйрәтәһең икән, тип әйткәндәр.


Идарасы, һөйләргә мөмкин тип, Паулусҡа ишара яһаны. – Һинең был халыҡ өҫтөнән күп йылдар хөкөмдар булыуыңды беләм, шуға күрә һинең алдыңда үҙемде яҡлап һүҙ әйтә алыуыма шатмын, – тине Паулус. –


Һине оҙаҡ мәшәҡәтләмәҫ өсөн, беҙҙең ҡыҫҡа ғына үтенесебеҙҙе ихлас тыңлауыңды үтенәм.


Ләкин уның хаҡында императорға нимә яҙырға ла белмәйем. Шуға күрә, тикшергәндән һуң яҙырлыҡ берәй нәмә булһын ине тип, мин уны һеҙҙең алдығыҙға, бигерәк тә, Агриппас батша, һинең ҡаршыңа килтерҙем.


– Агриппас батша! Бөгөн һинең алдыңда йәһүдтәрҙең бөтә ғәйепләүҙәренән үҙемде яҡлай алыуыма бәхетлемен.


Батшаға былар тураһында билдәле һәм мин уның алдында ҡыйыулыҡ менән бәйән итә алам. Был эштәрҙең батшаның иғтибарынан ситтә ҡалмағанлығына шигем юҡ, сөнки уларҙың береһе лә йәшерен эшләнмәне.


Беҙҙең ун ике ырыу, ул вәғәҙәнең тормошҡа ашыуына өмөт бағлап, көнө-төнө Аллаға тырышып хеҙмәт итә. Агриппас батша, йәһүдтәр мине шул өмөт өсөн ғәйепләй ҙә инде.


Римға килеп өс көн торғандан һуң, Паулус йәһүд башлыҡтарын йыйып алды. Улар килгәс: – Туғандар! Үҙ халҡыбыҙға йәки аталарыбыҙҙың йолаларына ҡаршы һис бер нәмә эшләмәһәм дә, мин Йәрүсәлимдә тотҡон булдым һәм римлылар ҡулына тапшырылдым, – тине. –


Беҙ уның: «Назаралы Ғайса был Йортто емерәсәк һәм Мусаның беҙгә биргән йолаларын үҙгәртәсәк», – тигәнен ишеттек.


Пәйғәмбәрлек һәләтем булһа ла, барлыҡ серҙәрҙе һәм һәр төрлө ғилемде белһәм дә, тауҙар күсерерлек иманым булһа ла, мөхәббәтем юҡ икән, мин бер ни ҙә түгел.


Батшалығының тәхетенә ултырғас, Леви ырыуынан булған ҡаһиндарҙа һаҡланған төргәк китаптан үҙенә ошо ҡанунды күсереп алһын.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ