Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ғәмәлдәр 26:23 - Изге Яҙма

23 Ә улар Мәсихтең ғазап сигергә тейешлеген һәм үленән беренсе булып тереләсәген, йәһүдтәрҙе һәм башҡа халыҡтарҙы яҡтыртыр тигән хәбәрҙе иғлан итәсәген әйткәйнеләр, – тине Паулус.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

23 Ә улар Мәсихтең ғазап сигергә тейешлеген һәм үленән беренсе булып тереләсәген, йәһүдтәрҙе һәм башҡа халыҡтарҙы яҡтыртыр тигән хәбәрҙе иғлан итәсәген әйткәйнеләр, – тине Павел.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

23 Ә улар Мәсихтең ғазап сигергә тейешлеген һәм үленән беренсе булып тереләсәген, йәһүдтәрҙе һәм башҡа халыҡтарҙы яҡтыртыр тигән хәбәрҙе иғлан итәсәген әйткәйнеләр, – тине Паулус.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ғәмәлдәр 26:23
29 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Һинең менән ҡатын араһына, Һинең тоҡом менән уның тоҡомо араһына Дошманлыҡ һалам Мин. Ҡатындың улы башыңды иҙер, Һин уның үксәһен сағырһың».


«Мин, Раббы, һине Үҙемдең ғәҙел ниәтем менән саҡырҙым, Һине етәкләрмен, хәстәрләрмен. Һуҡырҙарҙың күҙен асыр өсөн, Зиндандағы әсирҙәрҙе, Ҡараңғыла ултырған тотҡондарҙы сығарыр өсөн Һине халыҡҡа – килешеүемдең билдәһе, Ҡәүемдәргә яҡтылыҡ нуры итермен.


Инде Ул былай ти: «Яҡуп ырыуҙарын аяҡҡа баҫтырыу, Иҫән ҡалған исраилдарҙы ҡайтарыу өсөн, Ҡолом булыуың ғына етмәгән, Ҡотҡарыуым ер йөҙөнөң Иң алыҫ төбәктәренә барып етһен тип, Һине халыҡтар өсөн яҡтылыҡ сығанағы итәсәкмен».


Раббы былай ти: – Дауыт нәҫеленә һәм Йәрүсәлимдә йәшәүселәргә мәрхәмәт һәм доға рухын яуҙырырмын. Улар Миңә – үҙҙәре сәнскән затҡа ҡарарҙар ҙа, берҙән-бер балалары үлгәндәге һымаҡ ҡайғырырҙар, баш балаһы өсөн хәсрәтләнгән кеше һымаҡ әсенерҙәр.


«Эй ҡылыс, уян! Миңә яҡын булғанға, Миңә хеҙмәт иткән көтөүсегә ҡаршы күтәрел! – Шулай ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. – Көтөүсене һәләк ит, һарыҡтар таралһын! Шунда Мин ҡулымды бәрәстәргә ҡаршы күтәрермен.


Әҙәм Улы Изге Яҙмала яҙылғандағыса китә. Әммә Әҙәм Улына хыянат итәсәк кешегә ҡайғы! Әгәр ҙә тыумаған булһа, уның өсөн яҡшыраҡ булыр ине.


Улар ҡәберҙәренән сыҡты, ә Ғайса терелгәс, изге Йәрүсәлим ҡалаһына инделәр, унда уларҙы күптәр күрҙе.


Ул – мәжүсиҙәргә асылыш алып килеүсе яҡтылыҡ, халҡың Исраилдың Даны.


Мәсих Үҙенең шөһрәтенә өлгәшер алдынан ошондай ғазаптар аша үтергә тейеш булмағанмы ни?


– Изге Яҙмала былай тиелгән: Мәсих ғазап сигергә, өсөнсө көндә терелергә,


Йәнемде Минән бер кем дә тартып алмай, Мин уны Үҙем бирәм. Йәнемде бирергә лә, кире алырға ла хакимлығым бар. Был бойороҡто Мин Атамдан алдым.


Ғайса: – Мин – терелеү һәм тормош. Миңә ышанған кеше үлһә лә йәшәйәсәк.


Тәнен серетмәйенсә Уны үленән терелтеп торғоҙоуы тураһында иһә Алла былай тигән: «Дауытҡа бирелгән изге һәм ышаныслы вәғәҙәне һеҙҙең өсөн бойомға ашырасаҡмын».


Ни өсөн һеҙ Алла үлеләрҙе терелтә алмай, тип уйлайһығыҙ?


Алла Үҙ Мәсихенең ғазап сигәсәге тураһында барлыҡ пәйғәмбәрҙәр аша алдан әйткән хәбәрен шулай тормошҡа ашырҙы.


Шемуилдан башлап унан һуңғы бөтә пәйғәмбәрҙәр был көндәр хаҡында алдан хәбәр итте.


Мин үҙем алғандарҙы һеҙгә тапшырҙым. Иң мөһиме, Изге Яҙмала яҙылғанса, Мәсих беҙҙең гонаһтарыбыҙ өсөн үлде һәм,


Был донъяның илаһы уларҙың аҡылын томалаған һәм улар, иманға килмәйенсә, Алланың һыны булған Мәсихтең балҡышлы шөһрәтен күрһәтеүсе Һөйөнөслө Хәбәрҙең нурын күрмәйҙәр.


Ул – тәндең башы, тән иһә – Уға инаныусылар берҙәмлеге. Ул – бөтә нәмәлә лә беренсе булыу өсөн башланғыс, үлеләрҙән тәүге булып терелгән.


Алла – бөтә нәмәнең маҡсаты һәм башланғысы. Үҙенә эйәргән күп кешеләрҙе данға алып килгән сағында, ҡотолоуҙарына нигеҙ һалған Ғайсаны ғазаптар аша камиллыҡҡа еткерергә тейеш ине.


һәм тоғро шаһит, үленән беренсе булып терелгән, ерҙәге батшаларҙың Башлығы Ғайса Мәсихтән һеҙгә мәрхәмәт һәм именлек булһын! Беҙҙе яратҡан, Үҙенең ҡаны аша гонаһтарыбыҙҙан ҡотолдорған


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ