Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ғәмәлдәр 24:16 - Изге Яҙма

16 Шуға күрә һәр ваҡыт Алла алдында һәм кешеләр ҡаршыһында саф выждан менән йәшәргә тырышам.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

16 Шуға күрә һәр ваҡыт Алла алдында һәм кешеләр ҡаршыһында саф выждан менән йәшәргә тырышам.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

16 Шуға күрә һәр ваҡыт Алла алдында һәм кешеләр ҡаршыһында саф выждан менән йәшәргә тырышам.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ғәмәлдәр 24:16
20 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Паулус Юғары кәңәшмә ағзаларына ҡарап: – Туғандар! – тине. – Бөгөнгө көнгәсә Алла ҡаршыһында саф выждан менән йәшәнем.


Был иһә ҡанун талаптарының йөрәктәренә яҙылғанлығын күрһәтә. Был хаҡта уларҙың выждандары ла шаһитлыҡ итә: уй-фекерҙәре уларҙы әле аҡлай, әле ғәйепләй.


Мәсих исеменән һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм, һөйләгәндәрем ялған түгел, быны Изге Рух аша выжданым раҫлай:


Йәһүдтәргә лә, йәһүд булмағандарға ла, Алла берҙәмлегенә лә ҡаршылыҡ булып тормағыҙ.


Үҙемдә бер ниндәй ғәйеп күрмәһәм дә, бының менән аҡланмайым. Фәҡәт Раббы ғына – минең Хөкөмдарым.


Беҙ шуның менән ғорурланабыҙ һәм быға выжданыбыҙ ҙа шаһит: беҙ был донъяла, бигерәк тә һеҙҙең арала, Алла теләгәнсә, ихлас һәм намыҫ менән эш иттек. Беҙҙе был донъя зирәклеге түгел, ә Алла мәрхәмәте оҙатып йөрөнө.


Уның урынына, хурлыҡлы йәшерен эштәрҙе кире ҡағып, хәйлә юлына баҫмайынса һәм Алла һүҙен боҙмайынса, киреһенсә, хәҡиҡәтте асып, Алла алдында яуаплы булып, үҙебеҙҙе һәр кешенең выждан хөкөмөнә тәҡдим итәбеҙ.


Һеҙ иманлылар алдында үҙебеҙҙе ни тиклем изге, ғәҙел һәм эскерһеҙ тотоуыбыҙға һеҙ ҙә, Алла Үҙе лә шаһит.


иманыңды һәм саф намыҫыңды һаҡла, сөнки ҡайһы берәүҙәр, намыҫлылыҡтан баш тартып, имандарын һәләк итте.


Өгөтләүемдең маҡсаты – саф йөрәктән, таҙа выждандан һәм эскерһеҙ имандан килгән мөхәббәтте тыуҙырыу.


иманыбыҙҙың серле асылын саф выждан менән һаҡларға тейеш.


Көнө-төнө доға ҡылып, һине туҡтауһыҙ иҫкә төшөргәндә, ата-бабаларым кеүек саф выждан менән үҙем дә хеҙмәт иткән Аллаға рәхмәт әйтәм.


Саф өсөн барыһы ла саф, ә иман тотмаған боҙоҡ кешеләр өсөн бер ниндәй ҙә саф нәмә юҡ, сөнки уларҙың аҡылдары ла, намыҫтары ла боҙоҡ.


Шуға күрә ихлас күңел, иман алып килгән тулы ышаныс менән күңелдәребеҙҙе бысранған выждандан таҙарындырып, тәнебеҙҙе саф һыу менән йыуып, Аллаға яҡынлайыҡ.


Беҙҙең өсөн доға ҡылығыҙ. Беҙ намыҫыбыҙҙың саф булыуына ышанабыҙ, сөнки һәр нәмәлә дөрөҫ эш итергә тырышабыҙ.


Мәсих ҡанының көсө ни тиклем ҙур! Ул бит мәңгелек Рух аша Үҙен Үҙе кәмселекһеҙ ҡорбан рәүешендә Аллаға тапшырҙы. Беҙ тере Аллаға хеҙмәт итә алһын өсөн, Уның ҡаны беҙҙең выжданыбыҙҙы үлемгә илткән эштәрҙән арындырыр.


Берәйһе Алла хаҡында ҡайғыртып нахаҡҡа ғазап сикһә, Алла быны хуш күрә.


әммә быны баҫалҡылыҡ һәм ихтирам, саф выждан менән эшләгеҙ. Шул ваҡытта һеҙгә яла яғыусылар һәм Мәсихтәге тел тейҙермәҫ йәшәү рәүешегеҙ өсөн хурлаусылар оятҡа ҡалыр.


Һыу аша – һыуға сумдырылыу йолаһы аша – хәҙер һеҙ ҙә ҡотҡарылырһығыҙ. Һыуға сумдырылыу – тәндең керен йыуып төшөрөү түгел, ә Аллаға саф выждан тураһында үтенес. Был Ғайса Мәсихтең үленән терелеп тороуы аша мөмкин булды.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ