Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ғәмәлдәр 23:9 - Изге Яҙма

9 Шау-шыу күтәрелде, фарисейҙарҙан булған ҡайһы бер ҡанун белгестәре тороп, ҡәтғи рәүештә: – Беҙ был кешелә һис бер насарлыҡ күрмәйбеҙ. Бәлки, уға ысынлап та рух йәки фәрештә әйткәндер, – тинеләр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

9 Ҙур ғауға ҡупты, фарисейҙарҙан булған ҡанун белгестәре ҡаты бәхәсләште. – Беҙ был кешелә һис бер насарлыҡ күрмәйбеҙ. Бәлки уға рух йәки фәрештә әйткәндер, – тине улар.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

9 Шау-шыу күтәрелде, фарисейҙарҙан булған ҡайһы бер ҡанун белгестәре тороп, ҡәтғи рәүештә: – Беҙ был кешелә һис бер насарлыҡ күрмәйбеҙ. Бәлки, уға ысынлап та рух йәки фәрештә әйткәндер, – тинеләр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ғәмәлдәр 23:9
23 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Кешенең юлы Раббыға хуш булһа, Раббы уны дошмандары менән дә яраштыра.


Бынан һуң түрәләр менән халыҡ ҡаһиндарға һәм пәйғәмбәрҙәргә: – Был кеше үлем язаһына лайыҡ түгел, сөнки ул беҙгә Аллабыҙ Раббы исеменән һөйләне, – тинеләр.


Фарисейҙарға ҡараған ҡанун белгестәре, Ғайсаның шундай кешеләр менән бергә ашап ултырғанын күреп, Уның шәкерттәренә: – Нисек Ул һалым йыйыусылар һәм башҡа гонаһлылар менән бер табында ашай ала? – тинеләр.


Пилатос өсөнсө тапҡыр: – Ул ниндәй яуызлыҡ эшләгән һуң? Үлем язаһына тарттырырлыҡ бер ғәйебе лә юҡ бит. Шулай булғас, Уны сыбыртҡылайым да иреккә ебәрәм, – тине.


Пилатос баш ҡаһиндарға һәм халыҡҡа: – Мин был кешене ғәйепләрлек бер сәбәп тә күрмәйем, – тине.


Фарисейҙар һәм уларға ҡараған ҡанун белгестәре, асыуланып, Ғайсаның шәкерттәренә ризаһыҙлыҡ белдерҙе: – Ни өсөн һеҙ һалым йыйыусылар һәм башҡа гонаһлы әҙәмдәр менән бергә ашап-эсеп ултыраһығыҙ?


Шунда торған һәм быны ишеткән халыҡ: «Күк күкрәне», – тиеште, ә ҡайһы берәүҙәр: «Уның менән фәрештә һөйләште», – тине.


Раббы Ғайса Мәсихкә инанғандан һуң беҙгә биргән бүләген Алла уларға ла биргән икән, Аллаға ҡаршы торорға мин кем һуң? – тине Петрус.


Дамаскка етеп килгәндә, төш тирәһендә, ҡапыл күктән төшкән сағыу яҡтылыҡтан тирә-яғым балҡып китте.


Мин ергә йығылдым һәм: «Шаул, Шаул! Ниңә һин Мине эҙәрлекләйһең?» – тигән тауыш ишеттем.


һәм ғәйепләүҙең йәһүдтәр ҡанунындағы бәхәсле мәсьәләләргә ҡағылышлы икәнлеген белдем. Әммә уны үлемгә йәки төрмәгә ябырлыҡ ғәйеп табып булманы.


сөнки саддукейҙар үленән терелеү ҙә, фәрештәләр ҙә, рухтар ҙа юҡ тиҙәр, ә фарисейҙар быларҙың бөтәһенә лә ышана.


Мин уның үлемгә хөкөм итерлек бер ғәйебен дә күрмәйем, әммә, ул үҙе ғали йәнәптәренең хөкөм итеүен һорағанлыҡтан, уны ҡайсарға ебәрергә булдым.


Ситкәрәк китеп: – Был кеше үлемгә йәки тотҡонлоҡҡа хөкөм итерлек бер нәмә лә эшләмәгән, – тип һөйләштеләр.


Уҙған төндә миңә үҙем инанып хеҙмәт иткән Алланың бер фәрештәһе күренде.


Әгәр инде Алланан булһа, һеҙ уны юҡ итә алмаҫһығыҙ, ни бары үҙегеҙҙе Аллаға ҡаршы ҡуйырһығыҙ, – тине Ғамалиил. Аҡһаҡалдар уның һүҙенә ҡолаҡ һалды.


Ул ергә йығылды һәм: – Шаул, Шаул! Ниңә һин Мине эҙәрлекләйһең? – тигән тауыш ишетте.


Беҙ Раббыла көнсөллөк тыуҙырырға теләйбеҙме ни? Әллә Унан ҡөҙрәтлерәкбеҙме?


Шемуил уларға: – Миңә ҡаршы бер нәмә лә тапмауығыҙға бөгөн Раббы һәм Ул мәсехләгән батша шаһит, – тине. – Эйе, шаһит! – тинеләр.


Дауыт ошо һүҙҙәрҙе әйтеп бөтөүгә, Шаул: – Был һинең тауышың түгелме, Дауыт улым? – тип ҡысҡырҙы ла илап ебәрҙе.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ