Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ғәмәлдәр 23:1 - Изге Яҙма

1 Паулус Юғары кәңәшмә ағзаларына ҡарап: – Туғандар! – тине. – Бөгөнгө көнгәсә Алла ҡаршыһында саф выждан менән йәшәнем.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

1 Павел Юғары кәңәшмә ағзаларына ҡарап: – Туғандар! – тине. – Бөгөнгө көнгәсә Алла ҡаршыһында саф выждан менән йәшәнем.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

1 Паулус Юғары кәңәшмә ағзаларына ҡарап: – Туғандар! – тине. – Бөгөнгө көнгәсә Алла ҡаршыһында саф выждан менән йәшәнем.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ғәмәлдәр 23:1
17 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Яуыз артынан һис кем баҫтырмағанда ла ҡасыр; тәҡүә арыҫландай ҡыйыу булыр.


Ә Мин һеҙгә әйтәм: туғанына асыу тотҡан кешене лә хөкөм көтә. Туғанына «мәғәнәһеҙ» тип әйтеүсе Юғары кәңәшмә алдында яуап тоторға, ә «ахмаҡ» тиеүсе йәһәннәм утына тарттырылырға тейеш.


– Атайҙар һәм ағай-эне! Үҙемде яҡлап бер нисә һүҙ әйтергә рөхсәт итегеҙ, – тине Паулус.


Икенсе көндө, йәһүдтәрҙең Паулусты нимәлә ғәйепләүҙәрен аныҡ белергә теләп, ғәскәриҙәр башлығы баш ҡаһиндарға, Юғары кәңәшмә ағзаларының бөтәһенә лә йыйылырға әмер бирҙе һәм Паулусты, бығауҙарын систереп, улар алдына баҫтырҙы.


Һүҙҙәремде баш ҡаһин һәм аҡһаҡалдар кәңәшмәһе раҫлай ала. Дамаскта йәшәгән йәһүд туғандарға мин уларҙан хат алдым һәм, шул юлдан барыусыларҙы ҡулға алып, язаға тарттырыр өсөн Йәрүсәлимгә алып килергә тип, Дамаскка йүнәлгәйнем.


Ә хәҙер һеҙ һәм Юғары кәңәшмә, уның хаҡындағы эште теүәлерәк тикшерергә теләйбеҙ тигән булып, ғәскәриҙәр башлығынан уны янығыҙға килтереүҙәрен һорағыҙ. Беҙ әҙер генә торорбоҙ ҙа уны бында килеп етмәҫ борон уҡ үлтерербеҙ, – тинеләр.


– Йәһүдтәр, Паулус хаҡындағы эште теүәлерәк тикшереү өсөн тигән булып, иртәгә һинән Паулусты Юғары кәңәшмә алдына килтереүегеҙҙе һорарға һүҙ ҡуйышҡандар, – тип яуап бирҙе егет. –


Аҙаҡ, уны ни өсөн ғәйепләүҙәрен белергә теләп, ул кешене йәһүдтәрҙең Юғары кәңәшмәһенә алып барҙым


Бындағыларҙың бер өлөшө – саддукейҙар, икенсе өлөшө фарисейҙар икәнлеген күргәндән һуң, Паулус ҡысҡырып: – Туғандар! Минең ата-бабаларым фарисей булған, үҙем дә фарисей. Мине үлеләрҙең терелеүенә өмөт бағлағаным өсөн хөкөм итәләр, – тине.


Шуға күрә һәр ваҡыт Алла алдында һәм кешеләр ҡаршыһында саф выждан менән йәшәргә тырышам.


Кәңәшмәлә ултырған бөтә кеше Стефанусҡа текләне, һәм уның йөҙө фәрештәнекенә оҡшаған һымаҡ күренде.


Үҙемдә бер ниндәй ғәйеп күрмәһәм дә, бының менән аҡланмайым. Фәҡәт Раббы ғына – минең Хөкөмдарым.


Беҙ шуның менән ғорурланабыҙ һәм быға выжданыбыҙ ҙа шаһит: беҙ был донъяла, бигерәк тә һеҙҙең арала, Алла теләгәнсә, ихлас һәм намыҫ менән эш иттек. Беҙҙе был донъя зирәклеге түгел, ә Алла мәрхәмәте оҙатып йөрөнө.


Уның урынына, хурлыҡлы йәшерен эштәрҙе кире ҡағып, хәйлә юлына баҫмайынса һәм Алла һүҙен боҙмайынса, киреһенсә, хәҡиҡәтте асып, Алла алдында яуаплы булып, үҙебеҙҙе һәр кешенең выждан хөкөмөнә тәҡдим итәбеҙ.


Көнө-төнө доға ҡылып, һине туҡтауһыҙ иҫкә төшөргәндә, ата-бабаларым кеүек саф выждан менән үҙем дә хеҙмәт иткән Аллаға рәхмәт әйтәм.


Беҙҙең өсөн доға ҡылығыҙ. Беҙ намыҫыбыҙҙың саф булыуына ышанабыҙ, сөнки һәр нәмәлә дөрөҫ эш итергә тырышабыҙ.


әммә быны баҫалҡылыҡ һәм ихтирам, саф выждан менән эшләгеҙ. Шул ваҡытта һеҙгә яла яғыусылар һәм Мәсихтәге тел тейҙермәҫ йәшәү рәүешегеҙ өсөн хурлаусылар оятҡа ҡалыр.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ