Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ғәмәлдәр 22:5 - Изге Яҙма

5 Һүҙҙәремде баш ҡаһин һәм аҡһаҡалдар кәңәшмәһе раҫлай ала. Дамаскта йәшәгән йәһүд туғандарға мин уларҙан хат алдым һәм, шул юлдан барыусыларҙы ҡулға алып, язаға тарттырыр өсөн Йәрүсәлимгә алып килергә тип, Дамаскка йүнәлгәйнем.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

5 Бының шулай икәнлеген баш рухани һәм аҡһаҡалдар кәңәшмәһе раҫлай ала. Мин уларҙан Дамаскыла йәшәүсе йәһүдтәргә хат алып, шул юлдан барыусыларҙы язалау өсөн бығаулап Иерусалимға килтерергә тип, Дамаскыға бара инем.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

5 Һүҙҙәремде баш ҡаһин һәм аҡһаҡалдар кәңәшмәһе раҫлай ала. Дамаскта йәшәгән йәһүд туғандарға мин уларҙан хат алдым һәм, шул юлдан барыусыларҙы ҡулға алып, язаға тарттырыр өсөн Йәрүсәлимгә алып килергә тип, Дамаскка йүнәлгәйнем.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ғәмәлдәр 22:5
21 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Таң менән халыҡ аҡһаҡалдары, баш ҡаһиндар һәм ҡанун белгестәре Юғары кәңәшмәгә йыйылдылар. Ғайсаны улар алдына баҫтырҙылар.


Шулай бер көн, Петрус иманлылар алдына тороп баҫты. Йыйылышта йөҙ егермегә яҡын кеше бар ине.


– Туғандар! – тип һүҙен дауам итте Паулус. – Ибраһим нәҫеле балалары һәм Алланы ололаусы башҡа кешеләр! Ҡотҡарылыу хаҡындағы был хәбәр беҙгә ебәрелде.


– Туғандар! – тип дауам итте Петрус. – Ырыуыбыҙ башлығы Дауыт хаҡында тураһын әйтәм: ул үлде һәм ергә тапшырылды. Билдәле булыуынса, уның ҡәбере бөгөнгө көнгәсә һаҡланған.


– Атайҙар һәм ағай-эне! Үҙемде яҡлап бер нисә һүҙ әйтергә рөхсәт итегеҙ, – тине Паулус.


Паулус Юғары кәңәшмә ағзаларына ҡарап: – Туғандар! – тине. – Бөгөнгө көнгәсә Алла ҡаршыһында саф выждан менән йәшәнем.


Бындағыларҙың бер өлөшө – саддукейҙар, икенсе өлөшө фарисейҙар икәнлеген күргәндән һуң, Паулус ҡысҡырып: – Туғандар! Минең ата-бабаларым фарисей булған, үҙем дә фарисей. Мине үлеләрҙең терелеүенә өмөт бағлағаным өсөн хөкөм итәләр, – тине.


Йәрүсәлимдә шуның менән шөғөлләндем дә: баш ҡаһиндарҙан вәкәләт алып, Ғайсаға эйәргән күптәрҙе төрмәгә яптырҙым, башҡалар уларҙы үлемгә хөкөм иткәндә ризалығымды белдерҙем.


Ғибәҙәтхананан ғибәҙәтханаға йөрөп, йыш ҡына Ғайсаға булған имандарынан баш тартырға мәжбүр итеп, язаланым. Асыуым бик көслө булғанлыҡтан, ундайҙарҙы хатта сит ҡалаларҙа ла эҙәрлекләнем.


Тағы шундай маҡсат ҡуйып, баш ҡаһиндар тапшырған эш буйынса һәм уларҙың вәкәләте менән Дамаскка китеп барғанда,


Римға килеп өс көн торғандан һуң, Паулус йәһүд башлыҡтарын йыйып алды. Улар килгәс: – Туғандар! Үҙ халҡыбыҙға йәки аталарыбыҙҙың йолаларына ҡаршы һис бер нәмә эшләмәһәм дә, мин Йәрүсәлимдә тотҡон булдым һәм римлылар ҡулына тапшырылдым, – тине. –


– Беҙ, – тине йәһүд башлыҡтары, – Йәһүҙиәнән һинең хаҡта хаттар ҙа алманыҡ, унан килгән имандаштарыбыҙ ҙа һинең хаҡта бер ни хәбәр итмәне, насар бер нәмә лә һөйләмәне.


– Хәҙер, туғандар, аңлайым: һеҙ, быны башлыҡтарығыҙ кеүек үк, белмәйенсә эшләнегеҙ, – тип дауам итте Петрус. –


Икенсе көндө Йәрүсәлимдә йәһүд башлыҡтары, аҡһаҡалдар һәм ҡанун белгестәре йыйылды.


Илселәр, фәрештәне тыңлап, таң менән Алла йортона килде һәм аң-белемгә өйрәтә башланы. Иң баш ҡаһин һәм уның яҡлылар, Исраил халҡының аҡһаҡалдарын саҡырып, Юғары кәңәшмә йыйҙы. Илселәрҙе алып килергә бойорҙолар.


Бында ла ул баш ҡаһиндарҙан исемеңде телгә алған һәр кемде ҡулға алырға вәкәләт алып килде, – тип яуапланы Һананиас.


Һеҙҙең йәһүд динендә булғанымда нисек йәшәгәнемде лә, Алла берҙәмлеген аяуһыҙ эҙәрләгәнем һәм юҡ итергә тырышҡанымды ла,


ашҡынып Мәсих берҙәмлеген эҙәрлекләнем, ҡанун талаптарын үтәү буйынса намыҫым да таҙа булды.


Берҙәмлек өлкәндәре һиңә ҡулдарын ҡуйған саҡта, Алла тарафынан пәйғәмбәрлек аша бирелгән рухи бүләгеңде иғтибарһыҙ ҡалдырма.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ