Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ғәмәлдәр 22:16 - Изге Яҙма

16 Һуҙылма! Тор ҙа һыуға сумдырылыу йолаһын үт, Раббыға мөрәжәғәт итеп, гонаһтарыңды йыуып төшөр».

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

16 Шулай итеп, тағы нимә көтөргә? Тор ҙа һыуға сумдырылыу йолаһын үт, Раббыға мөрәжәғәт итеп, гонаһтарыңды йыуып төшөр», – тине ул.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

16 Һуҙылма! Тор ҙа һыуға сумдырылыу йолаһын үт, Раббыға мөрәжәғәт итеп, гонаһтарыңды йыуып төшөр».

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ғәмәлдәр 22:16
19 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Эдом кешеһе Доег Шаулға барып: «Дауыт Ахимәләхтең өйөндә», – тип хәбәр биргәндән һуң сығарылған.


«Нишләп ултырабыҙ һаман? – ти Йәһүҙә халҡы. – Тороғоҙ, ҡасайыҡ нығытмалы ҡалаларға, Шунда үлемебеҙҙе көтөп алырбыҙ! Аллабыҙ Раббы әжәлгә дусар итте, Эсергә ағыулы һыу бирҙе, Сөнки Уға ҡаршы гонаһ ҡылдыҡ.


– Һин бер ҡасан да минең аяҡтарымды йыуырға тейеш түгелһең! – тине Петрус. – Әгәр йыумаһам, Минең менән бер уртаҡлығың да булмаҫ, – тине Ғайса.


Раббыны исеме менән саҡырғандар барыһы ла ҡотолор».


– Гонаһтарығыҙ ғәфү ителһен өсөн һәр берегеҙ тәүбәгә килегеҙ һәм Ғайса Мәсих исеме менән һыуға сумдырылыу йолаһын үтәгеҙ. Шул ваҡытта Алланың бүләген – Изге Рухты ҡабул итерһегеҙ.


Таш бәргән ваҡыттарында Стефанус доға ҡылды: – Раббым Ғайса, минең рухымды ҡабул ит!


Бында ла ул баш ҡаһиндарҙан исемеңде телгә алған һәр кемде ҡулға алырға вәкәләт алып килде, – тип яуапланы Һананиас.


Шул саҡ, әйтерһең, күҙҙәрен ҡаплап торған балыҡ тәңкәләренә оҡшаш бер нәмә ҡойолоп төштө, Шаул тағы күрә башланы. Ул урынынан торҙо ла һыуға сумдырылыу йолаһын үтте.


Коринҫостағы имандаштар берҙәмлегенә сәләм! Алла һеҙҙе Үҙенең изгеләре булырға саҡырған, һеҙ ҙә Ғайса Мәсихтә Аллаға бағышланғанһығыҙ. Һеҙгә һәм һәр ерҙә лә Раббыбыҙ Ғайса Мәсих исеменә мөрәжәғәт итеүселәрҙең барыһына ла сәләм. Мәсих – уларҙың һәм беҙҙең Раббыбыҙ.


Беҙ һәммәбеҙ ҙә: йәһүдтәр һәм гректар, ҡолдар һәм иреклеләр, бер Рух менән сумдырылып, бер тән булдыҡ һәм барыбыҙға ла бер үк Рухтан эсеү бирелде.


Һеҙҙең ҡайһы берҙәрегеҙ бына шундайҙарҙан ине. Әммә Раббыбыҙ Ғайса Мәсих исеме һәм Аллабыҙ Рухы менән йыуылып таҙарындығыҙ, изгеләндегеҙ һәм аҡландығыҙ.


Сумдырылыу йолаһын үткән барығыҙ ҙа Мәсихкә кейендегеҙ, тип әйтеп була.


Ул берҙәмлекте изгеләндереү өсөн Үҙен ҡорбан итте һәм һүҙ аша һыу менән таҙарындырҙы.


беҙҙе ҡылған ғәҙел эштәребеҙ өсөн түгел, ә Үҙенең шәфҡәте арҡаһында ҡотҡарҙы, яңы тормош биргән һыу менән таҙарындырҙы, Изге Рух менән яңыртты.


Шуға күрә ихлас күңел, иман алып килгән тулы ышаныс менән күңелдәребеҙҙе бысранған выждандан таҙарындырып, тәнебеҙҙе саф һыу менән йыуып, Аллаға яҡынлайыҡ.


Һыу аша – һыуға сумдырылыу йолаһы аша – хәҙер һеҙ ҙә ҡотҡарылырһығыҙ. Һыуға сумдырылыу – тәндең керен йыуып төшөрөү түгел, ә Аллаға саф выждан тураһында үтенес. Был Ғайса Мәсихтең үленән терелеп тороуы аша мөмкин булды.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ