Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ғәмәлдәр 22:1 - Изге Яҙма

1 – Атайҙар һәм ағай-эне! Үҙемде яҡлап бер нисә һүҙ әйтергә рөхсәт итегеҙ, – тине Паулус.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

1 – Атайҙар һәм ағай-эне! Үҙемде яҡлап бер нисә һүҙ әйтергә рөхсәт итегеҙ, – тине Павел.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

1 – Атайҙар һәм ағай-эне! Үҙемде яҡлап бер нисә һүҙ әйтергә рөхсәт итегеҙ, – тине Паулус.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ғәмәлдәр 22:1
21 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ғибәҙәтханаларға, башлыҡтар йәки хакимиәт кешеләре алдына килтерелгән ваҡытта, үҙебеҙҙе нисек яҡларға, нимә тип яуап бирергә, тип борсолмағыҙ.


Күңелегеҙгә һалып ҡуйығыҙ: «Үҙебеҙҙе яҡлау өсөн нимә тип яуап бирербеҙ?» – тип алдан уйламағыҙ.


– Туғандар! – тип һүҙен дауам итте Паулус. – Ибраһим нәҫеле балалары һәм Алланы ололаусы башҡа кешеләр! Ҡотҡарылыу хаҡындағы был хәбәр беҙгә ебәрелде.


Ҡайһылары йәһүдтәр халыҡ алдына этеп сығарған Искәндәр исемле бер кешегә кәңәштәр бирҙе. Искәндәр, халыҡҡа һүҙ әйтергә теләп, ҡулы менән ишара яһаны.


Паулус Юғары кәңәшмә ағзаларына ҡарап: – Туғандар! – тине. – Бөгөнгө көнгәсә Алла ҡаршыһында саф выждан менән йәшәнем.


Бындағыларҙың бер өлөшө – саддукейҙар, икенсе өлөшө фарисейҙар икәнлеген күргәндән һуң, Паулус ҡысҡырып: – Туғандар! Минең ата-бабаларым фарисей булған, үҙем дә фарисей. Мине үлеләрҙең терелеүенә өмөт бағлағаным өсөн хөкөм итәләр, – тине.


Идарасы, һөйләргә мөмкин тип, Паулусҡа ишара яһаны. – Һинең был халыҡ өҫтөнән күп йылдар хөкөмдар булыуыңды беләм, шуға күрә һинең алдыңда үҙемде яҡлап һүҙ әйтә алыуыма шатмын, – тине Паулус. –


Мин уларға, римлыларҙа ғәйепләнеүсе ғәйепләүсе менән осрашмайынса һәм ғәйепләүгә ҡаршы үҙен яҡлай алыу мөмкинлеге булмайынса, кешене язаға тарттырыу ғәҙәте юҡлығы тураһында әйттем.


– Мин йәһүдтәр ҡанунына ла, Алла йортона ла, ҡайсарға ҡаршы ла һис ниндәй яманлыҡ ҡылманым, – тине Паулус үҙен яҡлап.


Ул шулай тип үҙен яҡлағанда, Фестус яман ҡысҡырып: – Һин, Паулус, аҡылдан шашҡанһың! Күп белеүең һине аҡылдан яҙҙыра, – тип уны бүлдерҙе.


Римға килеп өс көн торғандан һуң, Паулус йәһүд башлыҡтарын йыйып алды. Улар килгәс: – Туғандар! Үҙ халҡыбыҙға йәки аталарыбыҙҙың йолаларына ҡаршы һис бер нәмә эшләмәһәм дә, мин Йәрүсәлимдә тотҡон булдым һәм римлылар ҡулына тапшырылдым, – тине. –


– Туғандар һәм аҡһаҡалдар! – тип башланы һүҙен Стефанус. – Тыңлағыҙ. Атабыҙ Ибраһим Харан ҡалаһына күсеп килгәнгә тиклем, Месопотамияла йәшәгән сағында, уға шөһрәтле Алла күренгән.


Был иһә ҡанун талаптарының йөрәктәренә яҙылғанлығын күрһәтә. Был хаҡта уларҙың выждандары ла шаһитлыҡ итә: уй-фекерҙәре уларҙы әле аҡлай, әле ғәйепләй.


Мине ғәйепләүселәргә үҙемде яҡлап шулай тип яуап бирәм:


Моғайын, әле һаман беҙҙең хаҡта, былар алдыбыҙҙа аҡланып тора, тип уйлайһығыҙҙыр. Юҡ, беҙ, Мәсихтә булып, Алла алдында әйтәбеҙ, быларҙың бөтөнөһө лә, һөйөклөләрем, һеҙҙе рухи яҡтан нығытыу өсөн башҡарыла.


Алла ихтыяры менән һеҙ кисергән көйөнөстөң ниндәй тойғолар уятыуын ҡарағыҙ: хаталарҙы төҙәтергә ынтылыш, аҡланыу теләге, булып уҙғандарға ҡарата асыу, хәүефләнеү, мине һағыныу, тәүәккәллек һәм ғәйеплегә яза биреү теләге. Был эштә һәр яҡтан да саф булыуығыҙҙы күрһәттегеҙ.


Тәүгеләре иһә ысын күңелдән түгел, ә үҙҙәренә файҙа эҙләгәндән, төрмәләге хәлемде ауырайтыу өсөн Мәсихте вәғәзләй.


Миңә һеҙҙең бөтәгеҙ тураһында ла шулай тип уйларға нигеҙ бар, сөнки һеҙ минең йөрәгемдә урын алдығыҙ. Төрмәлә булған ваҡытта ла, Һөйөнөслө Хәбәрҙе яҡлағанда һәм раҫлағанда ла, барығыҙ ҙа минең менән Алла мәрхәмәтен бүлешәһегеҙ.


Хөкөм алдында тәү тапҡыр яуап тотҡанда, янымда береһе лә булманы, бөтөнөһө лә ташлап китте. Был уларға ғәйеп һаналмаһын.


Йөрәктәрегеҙҙә Мәсихте Хаким итеп изгеләп ололағыҙ. Өмөтөгөҙ хаҡында һеҙҙән хисап талап иткән һәр кемгә яуап бирергә һәр ваҡыт әҙер булығыҙ,


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ