Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ғәмәлдәр 21:5 - Изге Яҙма

5 Әммә, китер ваҡыт еткәс, юлға сыҡтыҡ. Барлыҡ иманлылар ҡатындары һәм балалары менән беҙҙе ҡаланан сыҡҡансы оҙата барҙы, ә яр буйына килеп еткәс, бөтәбеҙ бергә тубыҡланып доға ҡылдыҡ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

5 Китер ваҡыт еткәс, юлға сыҡтыҡ. Барлыҡ иман тотоусылар ҡатындары һәм балалары менән беҙҙе ҡала ситенә тиклем оҙата барҙы, ә яр буйына килеп еткәс, бөтәбеҙ бергә тубыҡланып доға ҡылдыҡ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

5 Әммә, китер ваҡыт еткәс, юлға сыҡтыҡ. Барлыҡ иманлылар ҡатындары һәм балалары менән беҙҙе ҡаланан сыҡҡансы оҙата барҙы, ә яр буйына килеп еткәс, бөтәбеҙ бергә тубыҡланып доға ҡылдыҡ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ғәмәлдәр 21:5
15 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Раббыға ошо доға-үтенестәрен тамамлағандан һуң, тубыҡланған килеш ҡулдарын күккә һоноп ҡорбан усағы алдында торған Сөләймән аяғөҫтө баҫты.


Бөтә Йәһүҙәнең ир-аттары ҡатындары, бала-сағалары менән Раббы ҡаршыһында баҫып тора.


Ул көндә ҙур-ҙур ҡорбандар килтерелде, халыҡ күңел асты, сөнки был бөйөк шатлыҡты уларға Алла Үҙе бирҙе. Ҡатын-ҡыҙҙар ҙа, балалар ҙа күңел асты, Йәрүсәлимдәге тантана алыҫтарға ишетелеп торҙо.


Дәрәжә һәм шөһрәт Уның хозурында, Изге торлағында – ҡеүәт һәм гүзәллек.


Ә ашаусыларҙың һаны, ҡатындарҙы һәм балаларҙы иҫәпкә алмағанда, биш мең самаһы ир кеше ине.


Бер көндө махау сирле кеше Ғайса янына килде лә алдына тубыҡланып: – Теләһәң, мине таҙарта алаһың бит, – тип ялбарҙы.


Ғайса Үҙе, уларҙан таш бәреме алыҫлығындай ситкә китеп, тубыҡланып доға ҡылды:


Шулай итеп, берҙәмлек уларҙы юлға оҙатты. Фойникә һәм Самария өлкәләрен үткәндә улар, йәһүд булмаған халыҡтарҙың Аллаға табан боролоуҙары тураһында һөйләп, бөтә имандаштарҙың күңелендә ҙур ҡыуаныс уятты.


Төн еткәс тә имандаштары Паулус менән Силасты Бероя ҡалаһына оҙатты. Берояға барып еткәс, Паулус менән Силас йәһүдтәр ғибәҙәтханаһына китте.


Һөйләп бөткәс, тубыҡланып, улар менән бергә доға ҡылды.


Бигерәк тә уның «мине ҡабат күрмәҫһегеҙ инде» тигән һүҙҙәренә ҡайғырҙылар. Шунан уны карапҡаса оҙата барҙылар.


Бүлмәнән бөтә кешене сығарып ебәргәс, Петрус тубыҡланып доға ҡылды ла мәйеткә табан боролдо: – Табиҫа, тор! Ҡатын күҙҙәрен асты, Петрусты күреп, тороп ултырҙы.


Әгәр ҙә ки һеҙҙең Раббыға хеҙмәт иткегеҙ килмәй икән, кемгә хеҙмәт итерегеҙҙе хәҙер үк ошонда хәл итегеҙ. Ата-бабаларығыҙ Евфрат йылғаһы аръяғында сәждә ҡылған илаһтарғамы, әллә әле һеҙ йәшәп ятҡан ерҙәге әмөриҙәрҙең илаһтарынамы? Әммә мин һәм минең нәҫелем Раббыға хеҙмәт итәсәкбеҙ.


Йушағ Исраилдың бөтә йәмғиәтенә – ҡатын-ҡыҙҙы ла, бала-сағаны ла, араларында йәшәгән килмешәктәрҙе лә индереп – Муса ҡушҡандарҙың бөтәһен дә уҡыны, бер генә һүҙен дә ҡалдырманы.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ