Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ғәмәлдәр 2:5 - Изге Яҙма

5 Йәрүсәлимдә ер йөҙөндәге төрлө илдәрҙән килгән диндар йәһүдтәр йәшәй ине.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

5 Иерусалимда иһә ер йөҙөндәге төрлө илдәрҙән килгән диндар йәһүдтәр йәшәй ине.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

5 Йәрүсәлимдә ер йөҙөндәге төрлө илдәрҙән килгән диндар йәһүдтәр йәшәй ине.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ғәмәлдәр 2:5
17 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Үҙең сәскән баҫыуҙың тәүге уңышын йыйғас, Ураҡ байрамын үткәр. Йыл аҙағында, баҫыуҙан бөтә уңышты йыйып алғас, Уңыш йыйыу байрамын үткәр.


Мин уларҙың ғәмәлдәрен дә, фекерҙәрен дә беләм. Бөтә ҡәүемдәрҙе һәм телдәрҙе бергә туплаған сағым етер. Улар килеп Минең шөһрәтемде күрәсәк.


Миңә Күк ғәскәрҙәре Раббыһының һүҙе булды:


Барса халыҡтар Алла Батшалығы хаҡындағы ошо Һөйөнөслө Хәбәрҙе ишетһен өсөн, ул бөтә донъяла иғлан ителер. Ана шунан һуң аҙағы килер.


Нисек йәшен йәшнәп, күктең бер ситенән икенсе ситенә саҡлы ут ялтлап китә, Әҙәм Улы Үҙенең көнөндә шулай булыр.


Ошо ваҡытта Йәрүсәлимдә Шимғон исемле тәҡүә һәм Алланы ололап йәшәгән бер кеше бар ине. Ул Исраилға йыуаныс килерен көтөп ғүмер итте, Изге Рух менән һуғарылғайны.


Клеопас исемле берәүһе: – Ошо көндәрҙә Йәрүсәлимдә булған хәл тураһында бында килгәндәрҙән бер Һин генә белмәйһеңдер, – тине.


Байрамда Аллаға табынырға килеүселәр араһында гректар ҙа бар ине.


Ул үҙе лә, уның бөтә ғаиләһе лә Алланы ололап, Унан ҡурҡып йәшәне. Ул йәһүдтәргә мул хәйер-саҙаҡалар бирер һәм һәр ваҡыт Аллаға доға ҡылыр булды.


Фәрештә киткәс, Корнелиус ике хеҙмәтсеһен һәм үҙенең шәхси йомоштарын үтәгән диндар бер ғәскәриҙе саҡырып алды.


Әммә йәһүдтәр, мәшһүр ғаиләләрҙән булған диндар ҡатындарҙы һәм ҡаланың етәксе кешеләрен ҡотортоп, Паулус менән Барнабасты эҙәрләне, уларҙы был төбәктән ҡыуҙыртты.


Илленсе көн байрамы еткәндә иманлыларҙың барыһы ла бергә ине.


Унда йәһүдтәр араһында хөрмәтле, диндар һәм ҡанунға тоғро Һананиас исемле берәү


Диндар кешеләр Стефанусты ерләне, ҡайғырып ныҡ иланы.


Филиппус йыйынып шул юлға сыҡты һәм бында бер хәбәшиҙе осратты. Ул кеше алашар, кәндәки, йәғни Хәбәшстан батшабикәһенең ҡарамағындағы бөтөн хазинаны һаҡлаусы юғары дәрәжәле түрә ине. Аллаға табынырға тип Йәрүсәлимгә килгән,


Ошо көндән алып был күк аҫтындағы бар халыҡтарға Мин һеҙҙән ҡурҡыу һәм дәһшәтләнеү тойғоһо күндерермен. Һеҙҙең хаҡта ишеткәндәр, ҡоттары алынып, ҡурҡыуға төшәсәк», – тине.


Тик һеҙ, иманығыҙҙың нигеҙендә ныҡлы һәм ҡаҡшамаҫ булып, үҙегеҙ ишеткән Һөйөнөслө Хәбәр биргән өмөттән ситләшмәгеҙ. Ул донъялағы һәр йән эйәһенә вәғәзләнгән һәм мин, Паулус, Уның хеҙмәтсеһе булдым.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ