Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ғәмәлдәр 2:38 - Изге Яҙма

38 – Гонаһтарығыҙ ғәфү ителһен өсөн һәр берегеҙ тәүбәгә килегеҙ һәм Ғайса Мәсих исеме менән һыуға сумдырылыу йолаһын үтәгеҙ. Шул ваҡытта Алланың бүләген – Изге Рухты ҡабул итерһегеҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

38 – Һәр берегеҙ, гонаһтарығыҙ кисерелһен өсөн, тәүбә итеп Ғайса Мәсих исеме менән һыуға сумдырылыу йолаһын үтәгеҙ һәм Алланың бүләген – Изге Рухты ҡабул итерһегеҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

38 – Гонаһтарығыҙ ғәфү ителһен өсөн һәр берегеҙ тәүбәгә килегеҙ һәм Ғайса Мәсих исеме менән һыуға сумдырылыу йолаһын үтәгеҙ. Шул ваҡытта Алланың бүләген – Изге Рухты ҡабул итерһегеҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ғәмәлдәр 2:38
43 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Былар юғарынан өҫтөбөҙгә Рух түгелгәнгәсә дауам итер. Артабан сүл – емеш баҡсаһына, Баҡса булған ерҙәр урманға әйләнер.


«Йолоп алыусы – Сионға, Яҡуп нәҫеленең гонаһтан ваз кискәндәренә килер!» – тип белдерә Раббы.


«Миңә ҡалһа, – ти Раббы, – Улар менән төҙөшкән килешеүем ошо: һеҙгә иңдергән Рухым, ауыҙығыҙға һалған һүҙҙәрем әленән алып мәңгегә һеҙҙең үҙегеҙҙән, балаларығыҙҙан һәм зат-зәүерегеҙҙең ауыҙынан китмәҫ».


Халҡым Исраил өҫтөнә Үҙемдең Рухымды яуҙырырмын, инде уларҙан йөҙ йәшермәм», – тип белдерә Раббы Хаким.


Раббы былай ти: – Дауыт нәҫеленә һәм Йәрүсәлимдә йәшәүселәргә мәрхәмәт һәм доға рухын яуҙырырмын. Улар Миңә – үҙҙәре сәнскән затҡа ҡарарҙар ҙа, берҙән-бер балалары үлгәндәге һымаҡ ҡайғырырҙар, баш балаһы өсөн хәсрәтләнгән кеше һымаҡ әсенерҙәр.


Шуға күрә барса халыҡтарға барығыҙ һәм уларҙы Минең шәкерттәрем итегеҙ, уларҙы Ата, Улы һәм Изге Рух исеме менән һыуға сумдырығыҙ,


– Тәүбәгә килегеҙ, – тине ул вәғәзендә. – Күктәр Батшалығы яҡынлашты.


Килгән кешеләр үҙҙәренең гонаһтарын асыҡтан-асыҡ таныны һәм Яхъя уларҙы Иордан йылғаһында сумдырҙы.


Шул ваҡыттан алып Ғайса: – Тәүбәгә килегеҙ, сөнки Күктәр Батшалығы яҡынлашты! – тип иғлан итеп йөрөй башланы.


– Ваҡыт етте, – тине Ул. – Алла Батшалығы яҡынлаша! Тәүбәгә килегеҙ һәм Һөйөнөслө Хәбәргә ышанығыҙ!


Иманға килеп, һыуға сумдырылыу йолаһын үтәгән кеше ҡотҡарыласаҡ, ә ышанмағандар хөкөм ителәсәк.


шулай уҡ Йәрүсәлимдән башлап, барлыҡ халыҡтарға тәүбәгә килеү һәм гонаһтары ярлыҡаныу хәбәре Уның исеменән вәғәзләнергә тейеш.


Халыҡ унан: – Беҙ нимә эшләйек һуң? – тип һораны.


Уға инанған һәр кемдең гонаһтары Уның исеме аша ғәфү ителәсәк, тип барса пәйғәмбәрҙәр Уның тураһында һөйләне, – тине Петрус.


Шулай итеп, Петрус уларҙы Ғайса Мәсих исеме менән һыуға сумдырырға ҡушты. Һуңынан улар Петрустан үҙҙәре янында бер нисә көнгә ҡалыуын һоранылар.


– Шулай итеп, туғандар, һеҙгә мәғлүм булһын! – тип һүҙен дауам итте Паулус. – Һеҙгә Ғайса аша гонаһтарығыҙҙың ғәфү ителеүе хаҡында белдерелә.


Үҙе һәм өйөндәге туғандары һыуға сумдырылыу йолаһын үтәгәс, Лидиә: – Мине Раббыға инаныусы тип һанаһағыҙ, өйөмә килеп ҡунаҡ булығыҙ, – тип инәлде һәм ахырҙа беҙҙе күндерҙе.


Шулай итеп, хәҡиҡәтте белмәйенсә йәшәгән замандарҙы Алла ғәйеп итмәне, ләкин хәҙер Ул бөтә ерҙә бар халыҡҡа тәүбә итергә бойора.


Тәүбә итеп Аллаға табан боролоуҙың һәм Раббыбыҙ Ғайсаға инаныуҙың зарурлығы тураһында йәһүдтәргә лә, йәһүд булмағандарға ла иғлан иттем.


Һуҙылма! Тор ҙа һыуға сумдырылыу йолаһын үт, Раббыға мөрәжәғәт итеп, гонаһтарыңды йыуып төшөр».


һәм тәүҙә Дамаск һәм Йәрүсәлим кешеләренә, унан бөтә Йәһүҙиә ерендә йәшәүселәргә һәм йәһүд булмаған башҡа халыҡтарға вәғәз һөйләнем. Мин уларҙы тәүбә итеп Аллаға табан боролорға, тәүбәгә килеүҙәрен күрһәтә торған лайыҡлы эштәр ҡылырға саҡырҙым.


Ә һеҙ, гонаһтарығыҙ юйылһын өсөн, тәүбә итегеҙ һәм Аллаға табан боролоғоҙ.


Исраилға тәүбә итеү һәм гонаһтарынан ярлыҡаныу мөмкинлеге биреү өсөн, Алла Уны Юлбашсы һәм Ҡотҡарыусы итеп Үҙенең уң яғына күтәрҙе.


Әммә, Алла Батшалығы һәм Ғайса Мәсих исеме хаҡындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе бәйән иткән Филиппусҡа ышанғас, ирҙәр ҙә, ҡатындар ҙа һыуға сумдырылыу йолаһын үтте.


Әммә Петрус уға: – Әгәр, Алла бүләген аҡсаға һатып алырға мөмкин, тип уйлайһың икән, аҡсаларың менән бергә һәләк булырһың! – тине. –


Һыуға сумдырылыу йолаһын үтәп, Ғайса Мәсихкә сумдырылған бөтәбеҙҙең дә Уның үлеменә сумдырылыуын белмәйһегеҙме ни?


Беҙ Мәсихтә Уның ҡаны аша йолоп алынабыҙ, гонаһтарыбыҙ ғәфү ителә. Бының менән Алла сикһеҙ мәрхәмәтен күрһәтте.


беҙҙе ҡылған ғәҙел эштәребеҙ өсөн түгел, ә Үҙенең шәфҡәте арҡаһында ҡотҡарҙы, яңы тормош биргән һыу менән таҙарындырҙы, Изге Рух менән яңыртты.


Һыу аша – һыуға сумдырылыу йолаһы аша – хәҙер һеҙ ҙә ҡотҡарылырһығыҙ. Һыуға сумдырылыу – тәндең керен йыуып төшөрөү түгел, ә Аллаға саф выждан тураһында үтенес. Был Ғайса Мәсихтең үленән терелеп тороуы аша мөмкин булды.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ