Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ғәмәлдәр 2:23 - Изге Яҙма

23 Был Кеше Алланың ниәте һәм алдан белеп тороуы менән һеҙҙең ҡарамаҡҡа тапшырылғайны. Һеҙ Уны Алла ҡанунын белмәүселәр ҡулы менән арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлатып үлтерҙегеҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

23 Алланың билдәләнгән маҡсаты һәм алдан белеп тороуы менән һеҙҙең ҡарамаҡҡа бирелгән ошо Кешене Алла ҡанунын белмәүселәр ҡулы менән арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлатып үлтерҙегеҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

23 Был Кеше Алланың ниәте һәм алдан белеп тороуы менән һеҙҙең ҡарамаҡҡа тапшырылғайны. Һеҙ Уны Алла ҡанунын белмәүселәр ҡулы менән арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлатып үлтерҙегеҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ғәмәлдәр 2:23
39 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Һеҙ миңә ҡаршы уйлаған золом Алланың ихтыяры менән яҡшылыҡҡа әүерелде: әле күреп тораһығыҙ, шул арҡала күпме кеше ҡотҡарылды!


Алла рәхимлеген оноттомо? Асыуланып, шәфҡәтенә юл яптымы?» Села


Быларҙың барыһын электән үк әҙерләгәнемде, Борон замандан уҡ ниәтләгәнемде ишетмәгәйнеңме ни? Нығытмалы ҡалаларҙы емереп, Уларҙы харабаға әйләндереп, Һинең аша ниәтемде әле бойомға ашырҙым.


мыҫҡыллау, ҡамсылау һәм арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлатыу өсөн, мәжүсиҙәр ҡулына тапшырасаҡ. Ләкин өсөнсө көндә Ул терелеп торор.


Әҙәм Улы Изге Яҙмала яҙылғандағыса китә. Әммә Әҙәм Улына хыянат итәсәк кешегә ҡайғы! Әгәр ҙә тыумаған булһа, уның өсөн яҡшыраҡ булыр ине.


Ғайсаны арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлағас, йәрәбә һалып, үҙ-ара Уның кейемдәрен бүлешеп алдылар


Унан һуң Ғайсаны арҡысаҡҡа ҡаҙаҡланылар һәм, кемгә нимә тейер, тип йәрәбә һалып, үҙ-ара Уның кейемдәрен бүлештеләр.


Әҙәм Улы алдан билдәләнгән юл менән бара, әммә Уға хыянат итәсәк кешегә ҡайғы!


Һеҙгә әйтәм, Изге Яҙманың: «Ул енәйәтселәр менән тиң һаналды», – тип яҙылған урыны Миңә ҡарата ғәмәлгә ашырылырға тейеш. Минең хаҡта яҙылғандарҙың бөтәһе лә үтәләсәк.


«Баш һөйәге» тигән урынға еткәс, Ғайсаны ла, ике енәйәтсене лә – береһен Уның уң яғына, икенсеһен һул яғына – арҡысаҡҡа ҡаҙаҡланылар.


Баш ҡаһиндарыбыҙ менән башлыҡтарыбыҙ Уны үлем язаһына тарттырырға һәм арҡысаҡҡа ҡаҙаҡларға тотоп бирҙеләр.


Уны һәм Уның ике яғынан тағы ике кешене арҡысаҡҡа ҡаҙаҡланылар, Ғайса уртаға тура килде.


Улар бер-береһенә: – Быны йыртмайыҡ, йәрәбә һалайыҡ, кемебеҙгә булһа ла сығыр, – тиеште. Был хәл Изге Яҙмалағы: «Кейемдәремде үҙ-ара бүлешеп алдылар, ябынсам өсөн йәрәбә ырғыттылар», – тигән һүҙҙәр тормошҡа ашһын өсөн булды. Ғәскәриҙәр тап шулай эшләне.


Йәрүсәлим халҡы һәм уларҙың башлыҡтары Ғайсаның кем икәнен таныманы, Уны хөкөм итеп, пәйғәмбәрҙәрҙең һәр шәмбе уҡыла торған һүҙҙәрен ғәмәлгә ашырҙы.


Шулай итеп, бөтә Исраил халҡы аныҡ белһен: Алла һеҙ арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлаған ошо Ғайсаны Хаким һәм Мәсих итте.


Алла Үҙ Мәсихенең ғазап сигәсәге тураһында барлыҡ пәйғәмбәрҙәр аша алдан әйткән хәбәрен шулай тормошҡа ашырҙы.


Улар Һинең ҡөҙрәтең һәм ихтыярың менән буласағы алдан билдәләнгән эште атҡарҙы.


– Беҙ һеҙгә ҡәтғи рәүештә был Кеше исеменән өйрәтмәҫкә бойорғайныҡ түгелме? Ә һеҙ үҙегеҙҙең тәғлимәтегеҙҙе бөтә Йәрүсәлимгә тараттығыҙ һәм ул Кешенең үлемендә беҙҙе ғәйепләйһегеҙ, – тине.


Ата-бабаларыбыҙҙың Аллаһы һеҙ ағас бағанаға ҡаҙаҡлап үлтергән Ғайсаны терелтте.


Ата-бабаларығыҙ эҙәрлекләмәгән берәй пәйғәмбәр ҡалдымы икән? Улар Хаҡ булған Заттың килерен алдан хәбәр иткән кешеләрҙе үлтергән, ә хәҙер һеҙ Уның Үҙенә хыянат иттегеҙ һәм Уны үлтерҙегеҙ.


Алла ҡанунын белмәйенсә гонаһ ҡылыусылар ҡанундан тыш һәләк булыр, ә уны белә тороп та, гонаһ ҡылғандар ҡанун буйынса хөкөм ителер.


Йәһүдтәр Раббы Ғайсаны ла, пәйғәмбәрҙәрҙе лә үлтерҙе, беҙҙе лә ҡыуып ебәрҙеләр. Улар Аллаға ла ярамай, барса кешеләргә лә ҡаршы.


Атабыҙ Алла һеҙҙе алдан Үҙе хәл иткән ниәт буйынса һайланы. Ул һеҙҙе, Ғайса Мәсихкә тыңлаусан булыуығыҙ һәм өҫтөгөҙгә Уның ҡаны һирпелеү аша таҙарыныуығыҙ өсөн, Үҙенең Рухы аша изге иткән. Һеҙгә мәрхәмәт һәм именлек мул бирелһен!


Алла Мәсихте донъя яратылғансы уҡ һайлағайны. Ә ошо һуңғы көндәрҙә иһә Уны һеҙҙең өсөн асты.


Ул – кешеләрҙе абындырыр таш, һөрөндөрөр ҡая». Был ташҡа абыналар, сөнки Уға буйһонмайҙар. Был улар өсөн алдан билдәләнгән.


Арағыҙға аҫтыртын ғына ҡайһы бер аллаһыҙ әҙәмдәр килеп инде. Улар, үҙҙәренең аҙғынлыҡтарын аҡлау өсөн, Аллабыҙҙың мәрхәмәтен боҙоп күрһәтә һәм шуның менән берҙән-бер Хакимыбыҙ һәм Раббыбыҙ Ғайса Мәсихте инҡар итә. Уларҙың хөкөм ителәсәге Изге Яҙмала күптән әйтелгән.


Салынған Бәрәстең тормош китабына донъя яратылғанға тиклем исемдәре яҙылмаған ерҙә йәшәгәндәрҙең һәммәһе лә ошо януарға баш эйәсәк.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ