Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ғәмәлдәр 19:9 - Изге Яҙма

9 Әммә ҡайһы берәүҙәр, уҫаллашып һәм иманға килеүҙән баш тартып, йыйылған халыҡ алдында Раббының юлын яманланы. Шул сәбәпле Паулус улар янынан китте. Шәкерттәрҙе айырып алып, Тураннус тигән берәүҙең уҡыу йортонда улар менән көн дә әңгәмәләшеп ултырҙы.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

9 Әммә ҡайһы берәүҙәр, уҫаллашып һәм иманға килеүҙән баш тартып, йыйылған халыҡ алдында Раббының юлын яманланы. Шул сәбәпле Павел улар янынан китте. Шәкерттәрҙе айырып алып, Тиранн тигән берәүҙең уҡыу йортонда көн һайын әңгәмә ҡороп ултырҙы.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

9 Әммә ҡайһы берәүҙәр, уҫаллашып һәм иманға килеүҙән баш тартып, йыйылған халыҡ алдында Раббының юлын яманланы. Шул сәбәпле Паулус улар янынан китте. Шәкерттәрҙе айырып алып, Тураннус тигән берәүҙең уҡыу йортонда улар менән көн дә әңгәмәләшеп ултырҙы.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ғәмәлдәр 19:9
39 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Әммә улар тыңламаны, Аллалары Раббыға ышанмаған ата-бабалары кеүек үк тиҫкәре булды.


Атайҙарығыҙ шикелле таш бәғерле булмағыҙ, Раббыға буйһоноғоҙ, Уның Изге торлағына, Ул мәңгелеккә мөҡәддәс ҡылған урынға, килегеҙ; үҙегеҙҙең Аллағыҙ Раббыға хеҙмәт итегеҙ, ана шунда Ул һеҙгә булған ялҡынлы асыуын тыйып ҡалыр.


Ләкин улар Алла илселәрен мыҫҡыллай, Алла һүҙҙәренә ҡолаҡ та һалмай, пәйғәмбәрҙәрен битәрләй. Раббының Үҙ халҡына асыуы төшкәнгә тиклем шулай дауам итә, ҡотолоу сараһы ҡалмай.


Һин уларҙы элекке кеүек ҡануның буйынса йәшәргә өгөтләнең, әммә улар, тәкәбберләнеп, бойороҡтарыңа иғтибар итмәне. Һинең ҡарар-хөкөмдәреңде үтәгән һәр кем йәшәү тапһа ла, уларға ҡаршы гонаһ ҡылдылар, тиҫкәреләнделәр, ҡарыштылар, буйһонорға теләмәнеләр.


Раббының данлы исемен ололағыҙ, Саҙаҡалар алып ихатаһына инегеҙ!


Мине тыңлап, көн һайын ҡапҡам төбәндә уяу торғандар, ишегемдән күҙен алмағандар бәхетле.


Ул Изге торлаҡ булыр, Ләкин Исраилдың ике батшалығы өсөн Абындырыр таш, һөрөндөрөр ҡая, Йәрүсәлимдә йәшәүселәр өсөн Боғалаҡ һәм тоҙаҡ булыр.


– Исраил Аллаһы, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: «Инде Мин был ҡаланы һәм уның әйләнә-тирәһендәге ҡалаларҙы алдан әйткән бөтә ҡазаларға ла дусар итәм, сөнки улар, тиҫкәрелектәренә барып, әйткәндәремде тыңламаны».


Әммә һеҙ Мине тыңламанығыҙ, ҡолаҡ һалманығыҙ. Тиҫкәреләнеп ата-бабаларығыҙҙан да яманыраҡ ҡыландығыҙ.


– Ҡалдырығыҙ шуларҙы! Һуҡырҙарҙы етәкләп йөрөүсе һуҡырҙар улар. Һуҡыр һуҡырҙы етәкләп бара икән, икеһе лә соҡорға ҡолап төшәсәк.


Был замандың яуыз һәм Аллаға иманы булмаған кешеләре илаһи билдә талап итә, әммә уларға Юныс пәйғәмбәрҙең билдәһенән башҡа билдә бирелмәйәсәк, – тип яуап ҡайтарҙы. Шунан һуң Ғайса уларҙы ҡалдырып китеп барҙы.


Шунда Ғайса кешеләр төркөмөнә: – Һеҙ ни өсөн Мине тоторға ҡылыс һәм суҡмарҙар күтәреп киләһегеҙ? Юлбаҫармы ни Мин? Көн һайын Алла йортонда һеҙҙе өйрәтеп ултырҙым. Һеҙ шунда Мине тотманығыҙ.


«Күҙҙәре менән күрмәһендәр, йөрәктәре менән аңламаһындар өсөн Алла уларҙың күҙҙәрен күрмәҫ итте, йөрәктәрен ҡатырҙы. Әгәр шулай булмаһа, Миңә табан боролорҙар – Мин уларҙы һауыҡтырыр инем».


Антиохияға алып килде. Улар бында бер йыл торҙолар, имандаштар берҙәмлеге менән осрашып, күп кешеләрҙе өйрәттеләр. Шәкерттәрҙе мәсихселәр тип иң тәүҙә Антиохия ҡалаһында атай башланылар.


Ҡала халҡы икегә бүленде: бер өлөшө – йәһүдтәр, икенселәре илселәр яҡлы булды.


Йәһүдтәрҙең ҡайһы берҙәре, шулай уҡ Алланы ололап йәшәгән бик күп гректар, уларҙың күп кенә күренекле ҡатын-ҡыҙҙары иманға килде һәм Паулус менән Силасҡа ҡушылды.


Шул көндәрҙә Раббы юлы арҡаһында ҙур боларыш сыҡты.


Паулус халыҡҡа сығырға теләне, ләкин шәкерттәр уны ебәрмәне.


Шуға күрә һаҡ булығыҙ, өс йыл буйы һеҙҙең һәр берегеҙгә күҙ йәштәрем аша көнө-төнө биргән нәсихәттәремде хәтерегеҙҙән сығармағыҙ.


Мин был юлдан барыусыларҙы үлемгә еткергәнгә тиклем эҙәрлекләнем, ир-атты ла, ҡатын-ҡыҙҙы ла бығаулап төрмәләргә ташлаттым.


Бәлки мин унда: «Бөгөн мин үленән терелеү мәсьәләһенә күрә алдығыҙҙа хөкөмдә торам», – тип ҡысҡырып әйткәнем өсөн ғәйеплемендер? – тине Паулус.


Хәйер, беҙ һинең фекерҙәреңде үҙеңдән ишетергә теләр инек, беҙгә билдәле булғанса, һәр ерҙә был төркөмгә ҡаршы һөйләйҙәр.


– Тиҫкәре халыҡ! – тине Стефанус. – Сөннәтте ҡабул итһәгеҙ ҙә, йөрәктәрегеҙ ҙә, ҡолаҡтарығыҙ ҙа бикле! Һеҙ, аталарығыҙ кеүек үк, Изге Рухҡа һәр ваҡыт ҡаршы киләһегеҙ.


Дамасктағы ғибәҙәтханаларға хат яҙып биреүен һораны. Унда Раббы юлынан йөрөгән һәр кемде, ир-атмы ул, ҡатын-ҡыҙмы, ҡулға алып, Йәрүсәлимгә алып килергә ниәтләне.


Ни тиергә һуң? Исраил халҡы теләгәненә ирешмәне. Бары тик һайланғандар был маҡсатҡа иреште, ҡалғандарының йөрәктәре таш булды.


Шулай итеп, Алла Үҙе теләгән кешегә шәфҡәт күрһәтә һәм теләгән кешеләрен тиҫкәре, Үҙ тауышына ҡарата һаңғырау итә.


сөнки был ҡалала, Һөйөнөслө Хәбәргә ҡаршылар күп булһа ла, хеҙмәт итеүгә ишектәр киң асыҡ.


Аллаға табыныу – табыш алыу өсөн тип уйлап, хәҡиҡәттән ситләшкән, шул арҡала аҡылдарына зыян килгән кешеләр араһында буш бәхәстәр тыуа.


Асия өлкәһендәгеләрҙең бөтөнөһөнөң дә мине ташлап киткәнен беләһең. Фугелос менән Һермогенес та улар араһында.


Аллаға ихлас табынған булып күренеп, иман көсөн кире ҡаҡҡан кешеләр артыр. Ундайҙарҙан алыҫ тор.


Алла һүҙен вәғәзлә, быны уңайлы ваҡытта ла, уңайһыҙ ваҡытта ла эшләргә әҙер тор, яңылышты төҙәт, иҫкәрт, өйрәткәндә һәр ваҡыт сабырлыҡ менән өгөтлә.


Киреһенсә «бөгөн» тигән һүҙ әлегә ғәмәлдә булған саҡта, берегеҙ ҙә гонаһҡа алданып тиҫкәреләнмәһен өсөн, бер-берегеҙҙе көн һайын ҡеүәтләп тороғоҙ.


Был ялған өйрәтеүселәр иһә үҙҙәре белмәгәнде хурлай. Улар – тәбиғи теләктәренә буйһоноп йәшәгән һәм фәҡәт аулау һәм үлтереү өсөн генә тыуған аңһыҙ хайуандар һымаҡ. Хайуандар нисек үлтерелгән, был ялған өйрәтеүселәр ҙә шулай һәләк ителәсәк.


Күптәр уларҙың аҙғынлығына эйәрер, һәм уларҙың шул эштәре арҡаһында хәҡиҡәт юлы хурланыр.


Был әҙәмдәр иһә үҙҙәре лә белмәгән нәмәләргә яла яға. Бына шулай аңһыҙ хайуандар кеүек тәбиғи тойғоға ғына эйәреп эш итеүҙәре уларҙы һәләк итә.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ