Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ғәмәлдәр 19:34 - Изге Яҙма

34 Уның йәһүд икәнен белеп ҡалғас: – Эфестар Артемидаһы бөйөк! – тип бер тауыштан ҡысҡырыша башланылар. Улар шулай ике сәғәт тирәһе ҡысҡырышты.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

34 Уның йәһүд икәнлеген белеп алғас, һәммәһе бер тауыштан: – Ефестар Артемидаһы бөйөк! – тип һөрәнләй башланылар. Улар шулай тип ике сәғәт тиерлек ҡысҡырышты.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

34 Уның йәһүд икәнен белеп ҡалғас: – Эфестар Артемидаһы бөйөк! – тип бер тауыштан ҡысҡырыша башланылар. Улар шулай ике сәғәт тирәһе ҡысҡырышты.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ғәмәлдәр 19:34
10 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Бәғелдең пәйғәмбәрҙәре үҙҙәренә бирелгән башмаҡты алып, уны әҙерләнеләр ҙә: – Эй Бәғел, яуап бир беҙгә! – тип ҡысҡыра башланылар. Иртәнән төшкә тиклем ялбарҙылар, үҙҙәре яһаған ҡорбан усағы тирәләп бер туҡтамай һикерештеләр, тик уларға бер ниндәй ҙә яуап булманы.


Доға ҡылғанда мәжүсиҙәр кеүек буш һүҙ һөйләмәгеҙ. Улар, күберәк һөйләһәк, илаһтарыбыҙ беҙҙе ишетер, тип уйлай.


Уларҙы идарасылар ҡаршыһына килтереп: – Был әҙәмдәр – йәһүдтәр. Улар беҙгә, римлыларға, ҡабул итергә лә, башҡарырға ла ярамаған йолаларҙы вәғәзләп, ҡалала тәртипһеҙлек тыуҙыра, – тинеләр.


Был ҡалала Демитриус тигән көмөшсө бар ине. Ул, гректар алиһәһе Артемида ҡорамының өлгөләрен көмөштән ҡойоп, шуның менән һөнәрселәргә күп табыш алырға ярҙам итә ине.


Күреп-ишетеп тә йөрөйһөгөҙ, әлеге Паулус, кеше ҡулы менән яһалған нәмәләр илаһ түгел, тип, Эфеста ғына түгел, бөтә Асия өлкәһендә тиерлек күп кешеләрҙе ышандырҙы һәм юлдан яҙҙырҙы.


Ошо һүҙҙәрҙе ишеткәс, һөнәрселәрҙең асыуы ҡабарып: – Эфестар Артемидаһы бөйөк! – тип ҡысҡырырға керештеләр.


Ҡайһылары йәһүдтәр халыҡ алдына этеп сығарған Искәндәр исемле бер кешегә кәңәштәр бирҙе. Искәндәр, халыҡҡа һүҙ әйтергә теләп, ҡулы менән ишара яһаны.


Ниһайәт, ҡала етәкселәренең береһе халыҡты тынысландырып: – Эфес халҡы! Эфестың бөйөк алиһә Артемида ғибәҙәтханаһын һәм күктән төшкән изге ташты һаҡлаусы ҡала икәнен кем генә белмәй? – тине. –


«Зина ҡылма» тиһең, ә үҙең зина ҡылаһың? Ялған илаһтарҙан ерәнәһең, ә уларға табына торған йорттарҙы талайһың?


һәм, януарға хакимлығын биргән өсөн, аждаһаға баш эйҙе. Шулай уҡ: – Кем януар кеүек була алһын? Кем уның менән алыша алһын? – тип януарға ла баш эйҙеләр.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ