Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ғәмәлдәр 18:8 - Изге Яҙма

8 Ғибәҙәтхана башлығы Криспос иһә үҙенең бөтә ғаиләһе менән Раббыға инанды. Күп кенә коринҫостар ҙа, Паулустың һөйләгәндәрен ишетеп, иманға килде һәм һыуға сумдырылыу йолаһын үтте.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

8 Ғибәҙәтхана башлығы Крисп иһә үҙенең бөтә ғаиләһе менән Раббыға инанды. Павелдың һөйләгәндәрен ишетеп, күп кенә коринфтар ҙа иманға килде һәм һыуға сумдырылыу йолаһын үтте.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

8 Ғибәҙәтхана башлығы Криспос иһә үҙенең бөтә ғаиләһе менән Раббыға инанды. Күп кенә коринҫостар ҙа, Паулустың һөйләгәндәрен ишетеп, иманға килде һәм һыуға сумдырылыу йолаһын үтте.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ғәмәлдәр 18:8
25 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ибраһим йортондағы ир затынан булғандарҙың һәммәһе – уның өйөндә тыуғандар ҙа, сит ырыуҙарҙан һатып алынған хеҙмәтселәр ҙә – шул бер көндә сөннәтләнде.


Балаларына һәм үҙенән һуңғы нәҫел-ырыуына дөрөҫлөктө яҡлап, ғәҙел хөкөм ҡылып, Раббы юлынан йөрөргә бойорһон тип, Ибраһимды һайланым. Шул саҡта Мин, Раббы, уға нимә вәғәҙә иткән булһам, шуны үтәрмен.


Шуға күрә барса халыҡтарға барығыҙ һәм уларҙы Минең шәкерттәрем итегеҙ, уларҙы Ата, Улы һәм Изге Рух исеме менән һыуға сумдырығыҙ,


ғибәҙәтхана башлыҡтарынан булған Яйрос исемле кеше килде. Ғайсаны күреү менән Уның аяғына йығылды:


Ул ошо һүҙҙәрҙе әйткән саҡта, ғибәҙәтхана башлығы Яйростың өйөнән килеүселәр башлыҡҡа: – Ҡыҙың үлде. Ниңә Остазды мәшәҡәтләп торорға? – тинеләр.


Ул үҙе лә, уның бөтә ғаиләһе лә Алланы ололап, Унан ҡурҡып йәшәне. Ул йәһүдтәргә мул хәйер-саҙаҡалар бирер һәм һәр ваҡыт Аллаға доға ҡылыр булды.


Ул һеҙгә килтергән хәбәр аша һин үҙең дә, бөтөн йортоң да ҡотолорһоғоҙ», – тип әйткән.


Ҡанундан һәм пәйғәмбәрҙәр яҙған китаптарҙан өҙөктәр уҡығандан һуң, ғибәҙәтхана башлыҡтары уларға хеҙмәтсе аша: – Туғандар! Халыҡҡа еткерергә теләгән нәсихәтегеҙ булһа, һөйләгеҙ, – тигән һүҙҙәрҙе еткерҙе.


Паулус менән Силасты үҙенең өйөнә алып ҡайтып, уларға табын әҙерләне, Аллаға инанғандары өсөн бөтә ғаиләһе менән ҡыуандылар.


Бынан һуң Паулус, Афинанан китеп, Коринҫос ҡалаһына килде.


Шунан һуң ундағы кешеләр хөкөм йорто алдында ғибәҙәтхана башлығы Сосҫенесте тотоп туҡманы. Ә Галлиондың быға иҫе лә китмәне.


Аполлос Коринҫоста саҡта, Паулус, илдең таулы өлөштәре аша үтеп, Эфесҡа килде. Унда бер нисә шәкертте осратты һәм уларҙан:


Әммә, Алла Батшалығы һәм Ғайса Мәсих исеме хаҡындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе бәйән иткән Филиппусҡа ышанғас, ирҙәр ҙә, ҡатындар ҙа һыуға сумдырылыу йолаһын үтте.


Коринҫостағы имандаштар берҙәмлегенә сәләм! Алла һеҙҙе Үҙенең изгеләре булырға саҡырған, һеҙ ҙә Ғайса Мәсихтә Аллаға бағышланғанһығыҙ. Һеҙгә һәм һәр ерҙә лә Раббыбыҙ Ғайса Мәсих исеменә мөрәжәғәт итеүселәрҙең барыһына ла сәләм. Мәсих – уларҙың һәм беҙҙең Раббыбыҙ.


Алла ихтыяры менән Ғайса Мәсихтең илсеһе Паулустан һәм имандашыбыҙ Тимоҫеустан Алланың Коринҫостағы имандаштар берҙәмлегенә, шулай уҡ тотош Ахая өлкәһендәге барлыҡ изгеләргә сәләм.


Әгәр дөрөҫөн әйтмәһәм, Алла үҙемде һәләк итһен: мин Коринҫосҡа һеҙҙе ҡыҙғанғанға күрә бығаса барманым.


Коринҫостар! Һеҙгә асыҡтан-асыҡ өндәштек, йөрәктәребеҙ һеҙҙең өсөн шар асыҡ.


Әрәстос Коринҫоста ҡалды; ауырып киткән Трофимусты мин Милетоста ҡалдырҙым.


Әгәр ҙә ки һеҙҙең Раббыға хеҙмәт иткегеҙ килмәй икән, кемгә хеҙмәт итерегеҙҙе хәҙер үк ошонда хәл итегеҙ. Ата-бабаларығыҙ Евфрат йылғаһы аръяғында сәждә ҡылған илаһтарғамы, әллә әле һеҙ йәшәп ятҡан ерҙәге әмөриҙәрҙең илаһтарынамы? Әммә мин һәм минең нәҫелем Раббыға хеҙмәт итәсәкбеҙ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ