Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ғәмәлдәр 18:18 - Изге Яҙма

18 Паулус, Коринҫоста байтаҡ ваҡыт уҙғарғандан һуң, имандаштары менән хушлашып, һыу юлы менән Сүриәгә юлланды. Прискилла һәм Акулас та уның менән китте. Юлға сығыр алдынан, әйткән нәҙере буйынса, Паулус Кәнхреайҙа сәсен алдырҙы.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

18 Павел, Коринфта тағы байтаҡ көндәр булғандан һуң, имандаштары менән хушлашып, һыу юлы менән Сүриәгә юлланды. Прискилла һәм Акила ла уның менән китте. Юлға сығыр алдынан, әйткән нәҙере буйынса, Павел Кенхрейҙа сәсен алдырҙы.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

18 Паулус, Коринҫоста байтаҡ ваҡыт уҙғарғандан һуң, имандаштары менән хушлашып, һыу юлы менән Сүриәгә юлланды. Прискилла һәм Акулас та уның менән китте. Юлға сығыр алдынан, әйткән нәҙере буйынса, Паулус Кәнхреайҙа сәсен алдырҙы.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ғәмәлдәр 18:18
17 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Нәзир Осрашыу сатыры ауыҙында нәзирлек сәсен ҡырыр ҙа уны татыулыҡ ҡорбаны аҫтындағы утҡа һалып яндырыр.


– Исраилдарға шуны хәбәр ит: әгәр берәй ир йә ҡатын нәзирлек нәҙере биреп үҙен Раббыға бағышлаһа,


Уның тураһындағы хәбәр бөтә Сүриә буйлап таралды. Янына төрлө сирҙәрҙән, интектергес ауыртыныуҙарҙан яфаланған, ен эйәләшкән, илергән һәм фалиж һуҡҡан кешеләрҙе алып килделәр. Ғайса уларҙы һауыҡтырҙы.


Халыҡ менән хушлашҡас, Ул доға ҡылыр өсөн тауға менде.


Шулай бер көн, Петрус иманлылар алдына тороп баҫты. Йыйылышта йөҙ егермегә яҡын кеше бар ине.


Улар аша ошондай йөкмәткеле хат ебәрҙеләр: «Имандаштарығыҙҙан – илселәрҙән, берҙәмлек өлкәндәренән Антиохиялағы, Сүриәләге һәм Киликиялағы бүтән халыҡтарҙан булған имандаштарға сәләм.


берҙәмлектәрҙе нығытып, Сүриә һәм Киликия өлкәләре аша үтте.


Ул унда сығышы менән Понтос өлкәһенән булған Акулас атлы бер йәһүдте осратты. Клаудиус ҡайсар бөтөн йәһүдтәргә Римдан китергә әмер биргәнлектән, ул ҡатыны Прискилла менән күптән түгел Италиянан килгәйне. Паулус уларҙың хәлен белергә барҙы.


Ул ғибәҙәтханала бик ҡыйыу һөйләй башланы. Прискилла менән Акулас, Аполлостың һөйләгәндәрен ишетеп, уны үҙҙәре янына саҡырып алдылар һәм Алла юлы тураһында тулыраҡ итеп аңлаттылар.


Аполлос Ахаяға китергә ниәт белдергәс, имандаштары быны хупланы һәм ундағы шәкерттәргә, уны ҡабул итеүҙәрен һорап, хат яҙҙылар. Аполлос унда барғас, Алла мәрхәмәте менән иманға килгәндәргә күп ярҙам күрһәтте.


Шуға күрә, кәңәшебеҙ шул: беҙҙә нәҙер әйткән дүрт кеше бар,


улар менән бергә таҙарыныу йолаһын үтә. Сәстәрен алдыра алһындар өсөн, уларҙың сығымдарын үҙ өҫтөңә ал. Бөтәһе лә һинең хаҡта ишеткәндәренең дөрөҫ түгеллеген һәм үҙеңдең дә ҡанунға буйһоноп йәшәүеңде күрер.


Кипр утрауын көньяғынан урап үтеп, Сүриә өлкәһенә табан йөҙҙөк. Тирҙа туҡталыш яһаныҡ, сөнки унда караптан йөк бушатылырға тейеш ине.


Һеҙгә Кәнхреайҙағы берҙәмлектең ярҙамсыһы булған ҡыҙ имандашыбыҙ Фойбены тәҡдим итәм.


Йәһүдтәрҙе Мәсихкә килтереү өсөн, уларға йәһүд кеүек булдым, ҡанунға буйһонғандарҙы Мәсихкә килтереү өсөн, үҙем ҡанун аҫтында булмаһам да, улар янында ҡанунға буйһоноусы кеүек булдым,


Шунан һуң мин Сүриә һәм Киликия ерҙәренә киттем.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ