Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ғәмәлдәр 17:1 - Изге Яҙма

1 Илселәр, Амфиполис һәм Аполлония ҡалалары аша үтеп, Тессалонике ҡалаһына килеп етте. Унда йәһүдтәр ғибәҙәтханаһы бар ине.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

1 Илселәр, Амфиполь һәм Аполлония ҡалалары аша үтеп, Фессалоника ҡалаһына килеп етте. Унда йәһүдтәр ғибәҙәтханаһы бар ине.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

1 Илселәр, Амфиполис һәм Аполлония ҡалалары аша үтеп, Тессалонике ҡалаһына килеп етте. Унда йәһүдтәр ғибәҙәтханаһы бар ине.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ғәмәлдәр 17:1
13 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Иконионда Паулус менән Барнабас, ғәҙәттәгесә, йәһүдтәр ғибәҙәтханаһына инде. Уларҙың тәьҫирле итеп һөйләүенән бик күп йәһүдтәр һәм башҡа халыҡ кешеләре Раббыға инанды.


Сөнки Муса ҡануны элек-электән һәр ҡалала вәғәз ителә, һәр шәмбе һайын ғибәҙәтханаларҙа уҡыла, – тине Яҡуп.


Шәмбе көндө ҡаланан сыҡтыҡ та, доға ҡылыу урыны шундалыр тип уйлап, йылға буйына барҙыҡ. Унда йыйылған ҡатын-ҡыҙҙар менән һөйләшеп ултырҙыҡ.


Төн еткәс тә имандаштары Паулус менән Силасты Бероя ҡалаһына оҙатты. Берояға барып еткәс, Паулус менән Силас йәһүдтәр ғибәҙәтханаһына китте.


Бындағы кешеләр Тессалонике ҡалаһындағыларға ҡарағанда инсафлыраҡ ине. Улар Алла һүҙен бик теләп ҡабул итте һәм һәр көн Паулус һөйләгән һүҙҙәрҙең дөрөҫлөккә тап киләме икәнен тикшерер өсөн Изге Яҙманы өйрәнде.


Әммә, Паулустың Бероя ҡалаһында ла Алла һүҙен вәғәзләүе тураһында белеп ҡалғас, Тессалоникела йәшәүсе йәһүдтәр бында ла килде һәм, ҡотҡо һалып, халыҡта асыу тыуҙырҙы.


Уны Бероянан Пуррос улы Сосипатрус, тессалоникеларҙан Аристархос һәм Секундос, Дербенан Гай, шулай уҡ Тимоҫеус һәм Асия өлкәһенән Тухикус менән Трофимус оҙата барҙы.


Беҙ Асия өлкәһе ярҙары буйлап бара торған, Адрамиттан килгән карапҡа ултырып йөҙөп киттек. Беҙҙең менән Тессалонике ҡалаһында йәшәүсе македон Аристархос та бар ине.


Һеҙ иһә, ихтыяжымды ҡәнәғәтләндереү өсөн, хатта Тессалоникела булған сағымда ла бер нисә тапҡыр ярҙам ебәрҙегеҙ.


Тессалоникелағы имандаштар берҙәмлегенә, Атабыҙ Аллала һәм Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтә булғандарға Паулустан, Силуандан һәм Тимоҫеустан сәләм. Һеҙгә мәрхәмәт һәм именлек булһын!


Белеүегеҙсә, бынан алда Филиппойҙа ғазаптар сигеп, мәсхәрәләр аша үтһәк тә, Аллабыҙҙан ҡыйыулыҡ алып, ҡаршылыҡтарға бирешмәй, Һөйөнөслө Хәбәрҙе һеҙгә еткерҙек.


Тессалоникелағы имандаштар берҙәмлегенә, Атабыҙ Аллала һәм Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтә булғандарға Паулустан, Силуандан һәм Тимоҫеустан сәләм.


сөнки Демас, был донъяны өҫтөн күреп, мине ташлап, Тессалоникеға юлланды, Крескес – Галатияға, Титус Далматиәгә китте,


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ