Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ғәмәлдәр 16:23 - Изге Яҙма

23 Ныҡ ҡына туҡмағандан һуң, уларҙы төрмәгә ташланылар һәм төрмә ҡарауылсыһына тотҡондарҙан күҙ яҙлыҡтырмаҫҡа бойорҙолар.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

23 Ныҡ ҡына туҡмағандан һуң, уларҙы төрмәгә ташланылар һәм төрмә ҡарауылсыһына тотҡондарҙы бик ҡаты һаҡларға бойорҙолар.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

23 Ныҡ ҡына туҡмағандан һуң, уларҙы төрмәгә ташланылар һәм төрмә ҡарауылсыһына тотҡондарҙан күҙ яҙлыҡтырмаҫҡа бойорҙолар.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ғәмәлдәр 16:23
21 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Хыянатсы: «Мин кемде үбәм, шул Ғайса булыр. Уны тотоғоҙ», – тип улар менән алдан уҡ һүҙ беркетеп ҡуйғайны.


Әммә быларҙың барыһынан элек һеҙҙе ҡулға алырҙар һәм эҙәрлекләрҙәр, хөкөмгә тапшырыу өсөн ғибәҙәтханаларға алып барырҙар һәм төрмәләргә ултыртырҙар, Минең исемем арҡаһында батшалар һәм идарасылар алдына баҫтырырҙар.


Таң атҡас, ҡот осҡос шау-шыу күтәрелде. Һаҡсылар бер-береһенән: «Петрус ҡайҙа булған икән?» – тинеләр.


Һируд Петрусты төрмәгә яптырҙы һәм дүртәр ғәскәриҙән торған дүрт төркөмдө ҡарауыл һағына ҡуйҙы. Ҡотҡарылыу байрамынан һуң уны халыҡ алдына сығарып хөкөм итергә ниәтләне.


Төрмә ҡарауылсыһы йоҡонан уянып, ишектәрҙең асыҡ торғанын күргәс, тотҡондар ҡасҡан, тип уйланы һәм, ҡылысын сығарып, үҙен үҙе үлтерергә теләне.


Төрмә ҡарауылсыһы был хаҡта Паулусҡа еткерҙе: – Ҡала идарасылары һеҙҙе азат итергә ҡушты. Барығыҙ, именлек һеҙгә, – тине.


илселәрҙе ҡулға алды һәм дөйөм төрмәгә ябып ҡуйҙы.


Ә Шаул имандаштар берҙәмлеген эҙәрлекләне. Өйҙән-өйгә йөрөнө, ир-атты һәм ҡатын-ҡыҙҙы һөйрәп алып сығып, төрмәгә япты.


Дамасктағы ғибәҙәтханаларға хат яҙып биреүен һораны. Унда Раббы юлынан йөрөгән һәр кемде, ир-атмы ул, ҡатын-ҡыҙмы, ҡулға алып, Йәрүсәлимгә алып килергә ниәтләне.


Мәсих хеҙмәтселәреме? Әйткәнем аҡылһыҙлыҡ булып яңғыраһа ла, әйтәм: мин уларҙан артығыраҡ. Күпкә ауырыраҡ эштәр башҡарҙым, төрмәләргә лә йыш ябылдым, туҡмалыуҙарымдың иҫәбе юҡ һәм үлем хәлендә лә күп мәртәбәләр булдым.


туҡмалыуҙарҙа, төрмәләрҙә, фетнә-сыуалыштарҙа, ауыр хеҙмәттә, йоҡонан һәм ашауҙан тыйылып торғанда ла,


Бына шуға күрә мин, Паулус, һеҙҙең, йәғни йәһүд булмағандарҙың хаҡына Ғайса Мәсихтең тотҡоно, Аллаға доға ҡылам.


Шуға күрә мин, Раббы хаҡына тотҡон булараҡ, һеҙҙең Алланан алған саҡырылыуығыҙҙа лайыҡлы йәшәүегеҙҙе үтенәм.


Шуның өсөн мин ғазап сигәм, мине хатта енәйәтсе һымаҡ бығаулап ҡуйҙылар. Ләкин Алла һүҙен бығаулап булмай.


башҡа берәү түгел, мин, ҡарт Паулус, әлеге ваҡытта Ғайса Мәсихкә инаныуым өсөн төрмәлә ултырыусы тотҡон, һөйөүебеҙгә таянып, һиңә үтенес менән өндәшәм.


– Яр башына менегеҙ, – тип бойорҙо Йушағ ҡаһиндарға.


Мин Ғайсаның ғазап сигеүен, батшалығын һәм сыҙамлығын уртаҡлашыусы имандашығыҙ Яхъямын, Алла һүҙе һәм Ғайса хаҡында шаһитлыҡ иткәнем өсөн Патмос тип аталған утрауға ебәрелгәйнем.


Алда үҙең кисерәсәк бер нәмәнән дә ҡурҡма. Һеҙҙе һынар өсөн арағыҙҙан ҡайһы берҙәрегеҙҙе Иблис төрмәгә ырғытасаҡ һәм ун көн буйы һеҙ хәсрәт күрәсәкһегеҙ. Үлгәнгә тиклем тоғро бул, һәм һиңә тормош тажы бирермен.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ