Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ғәмәлдәр 16:16 - Изге Яҙма

16 Бер көндө доға ҡылыу урынына китеп барғанда беҙгә күрәҙәселек ене эйәләшкән бер хеҙмәтсе ҡыҙ осраны. Ул, күрәҙәлек ҡылып, үҙенең хужаларына күп табыш килтерә икән.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

16 Бер көндө доға ҡылыу урынына барғанда беҙгә күрәҙәселек ене эйәләшкән бер хеҙмәтсе ҡыҙ осраны. Ул, күрәҙәлек ҡылып, үҙенең хужаларына күп табыш килтерә икән.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

16 Бер көндө доға ҡылыу урынына китеп барғанда беҙгә күрәҙәселек ене эйәләшкән бер хеҙмәтсе ҡыҙ осраны. Ул, күрәҙәлек ҡылып, үҙенең хужаларына күп табыш килтерә икән.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ғәмәлдәр 16:16
21 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Улын утҡа һалып ҡорбан итте, күрәҙәлек һәм сихыр менән шөғөлләнде, әруахтарҙың рухын саҡырыусылар, тылсымсылар менән аралашты, Раббы хуш күрмәгән бик күп эштәр ҡылып Уны асыуландырҙы.


Раббыға тоғролоғон боҙғаны, Раббы әйткәнде тыңламағаны, Раббыға ялбарыр урынға әруахтарҙың рухын саҡырыусыға мөрәжәғәт иткәне өсөн, Шаулдың ғүмере бына шулай ҡыйыла. Раббы уны юҡ итә һәм батшалыҡты Ишай улы Дауытҡа тапшыра.


Әгәр һеҙгә: «Әруахтарҙың рухын саҡырыусыларға, бышылдаған һәм мығырҙаған күрәҙәселәргә мөрәжәғәт итегеҙ», – тиһәләр, «Халыҡ үҙенең аллаларынан һорарға тейеш түгелме ни? Тереләр хаҡында үлеләр менән кәңәшләшәләрме ни?» – тип әйтегеҙ.


Әруахтарҙың рухын саҡырыусыларға мөрәжәғәт итмәгеҙ, сихырсыларға йөрөмәгеҙ, уларға барып үҙегеҙҙе нәжесләмәгеҙ. Мин Аллағыҙ Раббымын.


Әруахтарҙың рухын саҡырыусы, сихырсылыҡ менән булашыусы йәки күрәҙәлек итеүсе, ирме ул, ҡатынмы, мотлаҡ үлтерелергә тейеш. Таш бәреп үлтерелер улар, үлемдәре өсөн үҙҙәре ғәйепле.


Кем әруахтарҙың рухын саҡырыусыларға, сихырсыларға бара һәм улар артынан эйәреп зина ҡыла, ул кешегә ҡаршы буласаҡмын һәм халҡы араһынан алып ташлаясаҡмын.


Шәмбе көндө ҡаланан сыҡтыҡ та, доға ҡылыу урыны шундалыр тип уйлап, йылға буйына барҙыҡ. Унда йыйылған ҡатын-ҡыҙҙар менән һөйләшеп ултырҙыҡ.


Был бер нисә көн шулай дауам итте. Паулустың тамам асыуы килеп, ен яғына боролоп: – Ғайса Мәсих вәкәләте менән бойорам: уның эсенән сыҡ! – тине. Ен шунда уҡ сығып китте.


Ҡыҙҙың табыш алырға булған өмөттәренең юҡҡа сығыуын аңлаған хужалары Паулус менән Силасты тотоп алдылар ҙа майҙанға ҡала башлыҡтары янына һөйрәп алып киттеләр.


Был ҡалала Демитриус тигән көмөшсө бар ине. Ул, гректар алиһәһе Артемида ҡорамының өлгөләрен көмөштән ҡойоп, шуның менән һөнәрселәргә күп табыш алырға ярҙам итә ине.


ялған илаһтарға табыныу, сихырсылыҡ, дошманлашыу, ыҙғыш, көнсөллөк, ярһыу, мин-минлек, талаш, ялған тәғлимәттәр таратыу,


Бөтә яуызлыҡтың башы – аҡсаға табыныу. Ҡайһы берәүҙәр, ҡомһоҙланып, имандан ситләшкән һәм үҙҙәрен күп михнәттәргә дусар иткән.


Яннес менән Ямбрес Муса пәйғәмбәргә ҡарышҡан кеүек, аҡылдары боҙоҡ, ялған иманлы был әҙәмдәр ҙә хәҡиҡәткә ҡаршы сыға.


Ялған өйрәтеүселәр, ҡомһоҙланып, үҙҙәре уйлап сығарған өйрәтеүҙәре ярҙамында һеҙҙең иҫәпкә байлыҡ туплар. Улар өҫтөнән күптән инде хөкөм тора, уларҙың һәләкәте ҡотолғоһоҙ.


Шемуил вафат булғас, Исраилдың барса халҡы уның өсөн йәш түкте. Уны тыуған ҡалаһы Рамала ерләнеләр. Ә Шаул бөтә әруах саҡырыусыларҙы һәм күрәҙәселәрҙе илдән ҡыуып сығарғайны.


Шуға күрә Шаул хеҙмәтселәренә: – Миңә әруах саҡырыусы берәй ҡатын табығыҙ, барып унан һорашам, – тип бойорҙо. – Ғейн-Дорҙа шундай ҡатын бар, – тине хеҙмәтселәре.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ