Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ғәмәлдәр 15:6 - Изге Яҙма

6 Илселәр һәм берҙәмлек өлкәндәре был мәсьәләне тикшерергә йыйылды.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

6 Был мәсьәләне тикшереү өсөн илселәр һәм берҙәмлек өлкәндәре бергә йыйылды.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

6 Илселәр һәм берҙәмлек өлкәндәре был мәсьәләне тикшерергә йыйылды.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ғәмәлдәр 15:6
12 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Кәңәшһеҙ эш тарҡалыр, кәңәшселәр күп булһа, уңыш ҡаҙаныр.


Ҡайһы ерҙә ике йәки өс кеше Минең хаҡыма йыйыла, Мин шунда улар араһында буласаҡмын.


Ниәттәрен бойомға ашырып, Барнабас менән Шаул аша йыйылған бүләктәрҙе берҙәмлек өлкәндәренә ебәрҙеләр.


Паулус һәм Барнабас теге кешеләр менән ризалашманы һәм улар араһында ҡыҙыу бәхәс тыуҙы. Шунлыҡтан Паулус менән Барнабасҡа, тағы бер нисә кешегә, Йәрүсәлимгә барып, илселәр һәм берҙәмлек өлкәндәре менән был мәсьәлә буйынса фекерләшеү бурысын йөкмәттеләр.


Бынан аҙаҡ илселәр һәм берҙәмлек өлкәндәре, бөтә берҙәмлек менән үҙҙәре араһынан бер нисә кешене һайлап, уларҙы Антиохияға Паулус һәм Барнабасҡа эйәртеп ебәрергә ҡарар итте. Улар имандаштар араһында етәксе булған Барсаббас тип аталған Йәһүҙәне һәм Силасты һайланылар.


Шунлыҡтан беҙ, барыбыҙҙың ризалығы менән бер нисә кешене һайлап, уларҙы һеҙҙең янға үҙ ғүмерҙәрен Раббыбыҙ Ғайса Мәсихкә бағышлаған, яратҡан имандаштарыбыҙ Барнабас һәм Паулус менән бергә ебәрергә булдыҡ.


Йәрүсәлимгә килеп еткәс, берҙәмлек тә, уның өлкәндәре лә, илселәр ҙә асыҡ йөҙ менән ҡабул итте. Паулус менән Барнабас уларға Алланың үҙҙәре аша ниндәй эштәр башҡарыуы тураһында һөйләп бирҙе.


Ҡаланан ҡалаға сәйәхәт иткәндә, улар имандаштарға Йәрүсәлимдә илселәр һәм берҙәмлек өлкәндәре ҡабул иткән ҡарарҙарҙы еткерҙе һәм уларҙы үтәргә өндәне.


Икенсе көндө Паулус Яҡуп янына килде. Беҙ ҙә уға эйәреп барҙыҡ. Унда барлыҡ берҙәмлек өлкәндәре йыйылғайны.


Шуға ун ике илсе, бөтә шәкерттәрҙе йыйып: – Алла һүҙен вәғәзләүҙе ситкә ҡуйып, ризыҡ бүлеү менән шөғөлләнһәк, дөрөҫ булмаҫ, – тинеләр. –


Етәкселәрегеҙҙе тыңлағыҙ һәм уларға буйһоноғоҙ – улар Алла алдында яуап тота торған кешеләр булғанлыҡтан, һеҙҙең йәндәрегеҙ тураһында арымай-талмай хәстәрлек күрә. Шулай булғас, был эште уларға ауырһынып түгел, ә шатланып башҡарырға юл ҡуйығыҙ. Ауырһынып башҡарған эштең һеҙҙең өсөн һис ниндәй файҙаһы булмаҫ.


Һеҙгә Алла һүҙен еткергән етәкселәрегеҙҙе иҫегеҙҙә тотоғоҙ һәм ғүмерҙәренең һөҙөмтәһен уйлап, имандарынан өлгө алып, уларға эйәрегеҙ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ