Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ғәмәлдәр 15:4 - Изге Яҙма

4 Йәрүсәлимгә килеп еткәс, берҙәмлек тә, уның өлкәндәре лә, илселәр ҙә асыҡ йөҙ менән ҡабул итте. Паулус менән Барнабас уларға Алланың үҙҙәре аша ниндәй эштәр башҡарыуы тураһында һөйләп бирҙе.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

4 Иерусалимға килеп еткәс, берҙәмлек тә, уның өлкәндәре лә, илселәр ҙә асыҡ йөҙ менән ҡабул итте. Павел менән Варнава уларға Алланың үҙҙәре аша ниндәй эштәр башҡарыуы тураһында һөйләп бирҙе.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

4 Йәрүсәлимгә килеп еткәс, берҙәмлек тә, уның өлкәндәре лә, илселәр ҙә асыҡ йөҙ менән ҡабул итте. Паулус менән Барнабас уларға Алланың үҙҙәре аша ниндәй эштәр башҡарыуы тураһында һөйләп бирҙе.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ғәмәлдәр 15:4
20 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Һеҙҙе ҡабул иткән кеше Мине ҡабул итә. Ә Мине ҡабул иткән Мине Ебәргәнде ҡабул итә.


Ниәттәрен бойомға ашырып, Барнабас менән Шаул аша йыйылған бүләктәрҙе берҙәмлек өлкәндәренә ебәрҙеләр.


Улар, Антиохияға ҡайтып еткәс, имандаштар берҙәмлеген йыйып, Алланың үҙҙәре аша ниҙәр эшләгәнен, Уның йәһүд булмағандарға иман ишеген асҡанын – бөтәһен дә һөйләп бирҙеләр.


Бөтә йыйылыш тынып, Барнабас менән Паулусты тыңланы. Улар Алланың башҡа халыҡтар араһында үҙҙәре аша ҡылған хикмәттәре һәм мөғжизәләре тураһында һөйләне.


Паулус һәм Барнабас теге кешеләр менән ризалашманы һәм улар араһында ҡыҙыу бәхәс тыуҙы. Шунлыҡтан Паулус менән Барнабасҡа, тағы бер нисә кешегә, Йәрүсәлимгә барып, илселәр һәм берҙәмлек өлкәндәре менән был мәсьәлә буйынса фекерләшеү бурысын йөкмәттеләр.


Бынан аҙаҡ илселәр һәм берҙәмлек өлкәндәре, бөтә берҙәмлек менән үҙҙәре араһынан бер нисә кешене һайлап, уларҙы Антиохияға Паулус һәм Барнабасҡа эйәртеп ебәрергә ҡарар итте. Улар имандаштар араһында етәксе булған Барсаббас тип аталған Йәһүҙәне һәм Силасты һайланылар.


Шулай итеп, берҙәмлек уларҙы юлға оҙатты. Фойникә һәм Самария өлкәләрен үткәндә улар, йәһүд булмаған халыҡтарҙың Аллаға табан боролоуҙары тураһында һөйләп, бөтә имандаштарҙың күңелендә ҙур ҡыуаныс уятты.


Илселәр һәм берҙәмлек өлкәндәре был мәсьәләне тикшерергә йыйылды.


Ҡаланан ҡалаға сәйәхәт иткәндә, улар имандаштарға Йәрүсәлимдә илселәр һәм берҙәмлек өлкәндәре ҡабул иткән ҡарарҙарҙы еткерҙе һәм уларҙы үтәргә өндәне.


Аполлос Ахаяға китергә ниәт белдергәс, имандаштары быны хупланы һәм ундағы шәкерттәргә, уны ҡабул итеүҙәрен һорап, хат яҙҙылар. Аполлос унда барғас, Алла мәрхәмәте менән иманға килгәндәргә күп ярҙам күрһәтте.


Йәрүсәлимгә килгәс, имандаштар беҙҙе шатланып ҡабул итте.


Паулус уларҙы сәләмләгәндән һуң, үҙенең хеҙмәте арҡылы Алланың башҡа халыҡтар араһында ниҙәр эшләгәнен ентекләп һөйләп бирҙе.


Йәһүд булмағандарҙы Аллаға буйһондорорға теләп, Мәсихтең минең аша ҡылған ғәмәлдәренән башҡа нәмә тураһында һөйләргә батырсылыҡ итмәйем. Ул быларҙы минең һүҙем һәм эшем менән,


Шуға күрә, Алла даны өсөн Мәсих һеҙҙе ҡабул иткән кеүек, һеҙ ҙә бер-берегеҙҙе ҡабул итегеҙ.


Әммә хәҙер кем булһам, Алла мәрхәмәте менән мин шул булдым. Ул күрһәткән мәрхәмәт бушҡа китмәне, башҡа илселәрҙең һәммәһенә ҡарағанда ла тырышыбыраҡ хеҙмәт иттем. Хәйер, мин түгел, ә минең менән булған Алла мәрхәмәте хеҙмәт итте.


Йәғни кешеләрҙең ҡылған енәйәттәрен ғәйепкә һанамайынса, Алла донъяны Мәсихтә Үҙе менән татыулаштырҙы һәм татыулашыу тураһындағы хәбәрҙе башҡаларға еткереүҙе беҙгә йөкмәтте.


Беҙ иһә, Алланың хеҙмәттәштәре булараҡ, һеҙгә бүләк ителгән Алла мәрхәмәте бушҡа булмаһын, тип үтенеп һорайбыҙ.


Минең менән бергә тотҡонда булған Аристархос та, Барнабастың ике туғаны Маркус та сәләм ебәрә. Уның тураһында, әгәр янығыҙға килһә, ҡабул итегеҙ, тигән әмер алдығыҙ.


Әгәр ҙә һеҙгә берәү килһә, ләкин был тәғлимәтте алып килмәһә, ул кешене өйөгөҙҙә ҡабул итмәгеҙ һәм уға сәләм бирмәгеҙ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ