Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ғәмәлдәр 15:3 - Изге Яҙма

3 Шулай итеп, берҙәмлек уларҙы юлға оҙатты. Фойникә һәм Самария өлкәләрен үткәндә улар, йәһүд булмаған халыҡтарҙың Аллаға табан боролоуҙары тураһында һөйләп, бөтә имандаштарҙың күңелендә ҙур ҡыуаныс уятты.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

3 Шулай итеп, берҙәмлек уларҙы юлға оҙатты. Финикия һәм Самария өлкәләрен үткәндә улар, йәһүд булмаған халыҡтарҙың Аллаға табан боролоуҙары тураһында һөйләп, бөтә имандаштарҙың күңелендә ҙур ҡыуаныс уятты.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

3 Шулай итеп, берҙәмлек уларҙы юлға оҙатты. Фойникә һәм Самария өлкәләрен үткәндә улар, йәһүд булмаған халыҡтарҙың Аллаға табан боролоуҙары тураһында һөйләп, бөтә имандаштарҙың күңелендә ҙур ҡыуаныс уятты.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ғәмәлдәр 15:3
27 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Әммә бөгөн ҡыуаныстан нисек күңел асмайһың инде: ҡустың үлгәйне – терелде, юғалғайны – табылды», – тигән.


Шулай бер көн, Петрус иманлылар алдына тороп баҫты. Йыйылышта йөҙ егермегә яҡын кеше бар ине.


Йәһүд булмағандар был һүҙҙәрҙе ишетеп ҡыуанды һәм Раббы һүҙен данланы. Мәңгелек тормош өсөн һайлап алынғандарҙың барыһы ла иманға килде.


Ә шәкерттәрҙең күңеле ҡыуаныс һәм Изге Рух менән һуғарылды.


Улар, Антиохияға ҡайтып еткәс, имандаштар берҙәмлеген йыйып, Алланың үҙҙәре аша ниҙәр эшләгәнен, Уның йәһүд булмағандарға иман ишеген асҡанын – бөтәһен дә һөйләп бирҙеләр.


Йәһүҙиәнән Антиохияға ниндәйҙер кешеләр килеп иманлыларҙы: – Муса ҡануны ҡушҡанса сөннәткә ултырмаһағыҙ, ҡотола алмаясаҡһығыҙ, – тип өйрәтә башланы.


Бөтә йыйылыш тынып, Барнабас менән Паулусты тыңланы. Улар Алланың башҡа халыҡтар араһында үҙҙәре аша ҡылған хикмәттәре һәм мөғжизәләре тураһында һөйләне.


Бынан аҙаҡ илселәр һәм берҙәмлек өлкәндәре, бөтә берҙәмлек менән үҙҙәре араһынан бер нисә кешене һайлап, уларҙы Антиохияға Паулус һәм Барнабасҡа эйәртеп ебәрергә ҡарар итте. Улар имандаштар араһында етәксе булған Барсаббас тип аталған Йәһүҙәне һәм Силасты һайланылар.


Йәһүҙә менән Силас, үҙҙәре лә пәйғәмбәр булараҡ, һүҙ ярҙамы менән дәртләндереп, имандаштарҙың рухын нығытты.


Йәрүсәлимгә килеп еткәс, берҙәмлек тә, уның өлкәндәре лә, илселәр ҙә асыҡ йөҙ менән ҡабул итте. Паулус менән Барнабас уларға Алланың үҙҙәре аша ниндәй эштәр башҡарыуы тураһында һөйләп бирҙе.


Паулусты оҙатыусылар уның менән Афинаға тиклем барҙы, шунан һуң ғына ҡайтып киттеләр. Паулус улар аша Силасҡа һәм Тимоҫеусҡа мөмкин тиклем тиҙерәк килеп етергә ҡушты.


Бигерәк тә уның «мине ҡабат күрмәҫһегеҙ инде» тигән һүҙҙәренә ҡайғырҙылар. Шунан уны карапҡаса оҙата барҙылар.


Әммә, китер ваҡыт еткәс, юлға сыҡтыҡ. Барлыҡ иманлылар ҡатындары һәм балалары менән беҙҙе ҡаланан сыҡҡансы оҙата барҙы, ә яр буйына килеп еткәс, бөтәбеҙ бергә тубыҡланып доға ҡылдыҡ.


Ундағы имандаштар, беҙҙең хаҡта ишетеп, Аппиос баҙар майҙанына һәм Өс ҡунаҡхана ҡасабаһына тиклем етеп, беҙҙе ҡаршы алырға сыҡҡайны. Уларҙы күргәс, Паулус Аллаға шөкөрана ҡылды, уның күңеле күтәрелде.


Самария халҡының Алла һүҙен ҡабул итеүен ишеткәс, Йәрүсәлимдәге илселәр улар янына Петрус менән Яхъяны ебәрҙе.


Испанияға китеп барышлай һеҙгә лә һуғылырға йыйынам. Һеҙҙең менән аралашыуҙан бер ни тиклем ләззәт алғандан һуң, миңә унда тиклем барып етергә ярҙам итерһегеҙ, тип өмөтләнәм.


Шуның өсөн бер кем дә уға кәмһетеп ҡарамаһын, минең яныма әйләнеп ҡайта алһын өсөн, юлға именлек менән оҙатығыҙ. Уны мин имандаштар менән бергә көтәм.


Бәлки, бер аҙ янығыҙҙа йәшәрмен, бәлки, хатта һеҙҙә ҡышлармын, һәм һеҙ, ҡайҙа ғына йүнәлһәм дә, юлымда миңә ярҙам итерһегеҙ.


Һеҙҙең аша – Македония өлкәһенә, Македониянан тағы һеҙгә килергә һәм һеҙҙең ярҙамығыҙ менән Йәһүҙиәгә барырға ниәтләнгәйнем.


Ҡанун белгесе Зенас менән Аполлосты бер нәмәгә лә мохтаж булмаҫлыҡ итеп юлға оҙатыу хәстәрлеген күр.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ