Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ғәмәлдәр 15:2 - Изге Яҙма

2 Паулус һәм Барнабас теге кешеләр менән ризалашманы һәм улар араһында ҡыҙыу бәхәс тыуҙы. Шунлыҡтан Паулус менән Барнабасҡа, тағы бер нисә кешегә, Йәрүсәлимгә барып, илселәр һәм берҙәмлек өлкәндәре менән был мәсьәлә буйынса фекерләшеү бурысын йөкмәттеләр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

2 Павел һәм Варнава теге кешеләр менән ризалашманы һәм улар араһында бәхәс тыуҙы. Шунлыҡтан Павел менән Варнаваны һәм тағы бер нисә кешене, был мәсьәләне асыҡлау өсөн, Иерусалимға илселәр һәм берҙәмлек өлкәндәре янына ебәрергә булдылар.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

2 Паулус һәм Барнабас теге кешеләр менән ризалашманы һәм улар араһында ҡыҙыу бәхәс тыуҙы. Шунлыҡтан Паулус менән Барнабасҡа, тағы бер нисә кешегә, Йәрүсәлимгә барып, илселәр һәм берҙәмлек өлкәндәре менән был мәсьәлә буйынса фекерләшеү бурысын йөкмәттеләр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ғәмәлдәр 15:2
20 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Шулай эшләһәң, Алла ла шулай бойорһа, үҙең дә хәл алырһың, халыҡ та үҙ өйөнә тынысланып ҡайтыр.


Петрус был кешеләрҙе алып инеп ҡунаҡ итте. Ә иртәгеһен улар менән бергә юлға сыҡты. Яфонан булған ҡайһы бер имандаштар ҙа уларға эйәрҙе.


Изге Рух миңә бер ниндәй икеләнеүһеҙ улар менән барырға ҡушты. Янымдағы бынау алты имандаш та минең менән бергә китте. Беҙ мине саҡырған кешенең өйөнә килеп еттек.


Ниәттәрен бойомға ашырып, Барнабас менән Шаул аша йыйылған бүләктәрҙе берҙәмлек өлкәндәренә ебәрҙеләр.


Шунлыҡтан беҙ, барыбыҙҙың ризалығы менән бер нисә кешене һайлап, уларҙы һеҙҙең янға үҙ ғүмерҙәрен Раббыбыҙ Ғайса Мәсихкә бағышлаған, яратҡан имандаштарыбыҙ Барнабас һәм Паулус менән бергә ебәрергә булдыҡ.


Йәһүҙә менән Силасты һеҙгә ебәрәбеҙ, улар был хатта яҙылғандарҙы телдән аңлатып бирер.


Йәрүсәлимгә килеп еткәс, берҙәмлек тә, уның өлкәндәре лә, илселәр ҙә асыҡ йөҙ менән ҡабул итте. Паулус менән Барнабас уларға Алланың үҙҙәре аша ниндәй эштәр башҡарыуы тураһында һөйләп бирҙе.


Ҡаланан ҡалаға сәйәхәт иткәндә, улар имандаштарға Йәрүсәлимдә илселәр һәм берҙәмлек өлкәндәре ҡабул иткән ҡарарҙарҙы еткерҙе һәм уларҙы үтәргә өндәне.


Икенсе көндө Паулус Яҡуп янына килде. Беҙ ҙә уға эйәреп барҙыҡ. Унда барлыҡ берҙәмлек өлкәндәре йыйылғайны.


Алла ихтыяры менән Ғайса Мәсихтең илсеһе булырға саҡырылған Паулустан һәм имандашыбыҙ Сосҫенестән


Мин бындай «самаһыҙ бөйөк илселәрҙән» һис тә кәм түгелмен, тип уйлайым.


Беҙ иһә, Һөйөнөслө Хәбәрҙең хәҡиҡәте һеҙҙә һаҡланһын өсөн, һис кенә лә баш бирмәнек һәм буйһонманыҡ.


Һөйөклөләрем! Һеҙгә үҙебеҙҙең уртаҡ ҡотҡарылыуыбыҙ хаҡында яҙырға бик теләһәм дә, Алланың изге халҡына бер тапҡыр һәм ғүмерлеккә бирелгән иманды яҡлап алып ҡалығыҙ, тип үтенеүҙе кәрәк таптым.


Раббы Шемуилға: – Халыҡтың һиңә нимә тип әйткәнен тыңла. Улар һинән баш тартмай, ә үҙҙәренең батшаһы булараҡ Минән баш тарта, – тине. –


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ