Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ғәмәлдәр 15:1 - Изге Яҙма

1 Йәһүҙиәнән Антиохияға ниндәйҙер кешеләр килеп иманлыларҙы: – Муса ҡануны ҡушҡанса сөннәткә ултырмаһағыҙ, ҡотола алмаясаҡһығыҙ, – тип өйрәтә башланы.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

1 Йәһүҙиәнән Антиохияға килгән ниндәйҙер кешеләр иман тотоусыларҙы: – Муса ҡануны ҡушҡанса сөннәткә ултырмаһағыҙ, ҡотола алмаясаҡһығыҙ, – тип өйрәтә башланы.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

1 Йәһүҙиәнән Антиохияға ниндәйҙер кешеләр килеп иманлыларҙы: – Муса ҡануны ҡушҡанса сөннәткә ултырмаһағыҙ, ҡотола алмаясаҡһығыҙ, – тип өйрәтә башланы.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ғәмәлдәр 15:1
25 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Сабый һигеҙенсе көндә сөннәткә ултыртылһын.


Муса һеҙгә сөннәт бирҙе (дөрөҫ, был Мусанан түгел, ата-бабаларҙан килә), һәм һеҙ шәмбе көндө лә ир баланы сөннәткә ултыртаһығыҙ.


Шулай бер көн, Петрус иманлылар алдына тороп баҫты. Йыйылышта йөҙ егермегә яҡын кеше бар ине.


Бынан аҙаҡ илселәр һәм берҙәмлек өлкәндәре, бөтә берҙәмлек менән үҙҙәре араһынан бер нисә кешене һайлап, уларҙы Антиохияға Паулус һәм Барнабасҡа эйәртеп ебәрергә ҡарар итте. Улар имандаштар араһында етәксе булған Барсаббас тип аталған Йәһүҙәне һәм Силасты һайланылар.


Улар аша ошондай йөкмәткеле хат ебәрҙеләр: «Имандаштарығыҙҙан – илселәрҙән, берҙәмлек өлкәндәренән Антиохиялағы, Сүриәләге һәм Киликиялағы бүтән халыҡтарҙан булған имандаштарға сәләм.


Беҙҙән барған ҡайһы бер кешеләр һеҙҙе аптырашта ҡалдыра, күңелегеҙгә борсоу һала, тип ишеттек, әммә беҙ уларға ундай эш йөкмәтмәнек.


Шулай итеп, берҙәмлек уларҙы юлға оҙатты. Фойникә һәм Самария өлкәләрен үткәндә улар, йәһүд булмаған халыҡтарҙың Аллаға табан боролоуҙары тураһында һөйләп, бөтә имандаштарҙың күңелендә ҙур ҡыуаныс уятты.


Йәһүҙә менән Силас, үҙҙәре лә пәйғәмбәр булараҡ, һүҙ ярҙамы менән дәртләндереп, имандаштарҙың рухын нығытты.


Шунан һуң фарисейҙар араһынан иманға килгән ҡайһы берәүҙәр урындарынан тороп: – Йәһүд булмағандарҙы сөннәткә ултыртырға һәм уларҙан Муса ҡанунын тотоуҙы талап итергә кәрәк, – тинеләр.


Паулусты тыңлағас, ундағылар Алланы данланы. Шунан Паулусҡа: – Беләһеңме, имандаш, – тинеләр, – йәһүдтәр араһында инде нисә мең иманға килгән кеше бар. Уларҙың бөтәһе лә Муса ҡанунын бик ихлас яҡлай.


Беҙ уның: «Назаралы Ғайса был Йортто емерәсәк һәм Мусаның беҙгә биргән йолаларын үҙгәртәсәк», – тигәнен ишеттек.


Ун дүрт йыл үткәндән һуң Барнабас менән тағы Йәрүсәлимгә юлландым. Титусты ла үҙебеҙ менән алдыҡ.


Ғайса Мәсихтә сөннәткә ултыртылыуҙың да, сөннәтһеҙ булыуҙың да бер ниндәй ҙә әһәмиәте юҡ, мөхәббәт аша эш итеүсе иман ғына әһәмиәткә эйә.


Тирә-яҡтағыларға тышҡы яҡтан ғына яҡшы тәьҫир ҡалдырырға теләүселәр, Мәсих арҡысағы хаҡына үҙҙәрен эҙәрлекләмәһендәр өсөн генә, һеҙҙе сөннәтле итергә тырышалар.


Шулай итеп, ризыҡ йәки эсемлек, йәки ниндәй булһа ла байрам, йә яңы ай, йә шәмбе көндәрен нисек тотоуығыҙ өсөн бер кем дә һеҙҙе хөкөм итмәһен.


Һаҡ булығыҙ: һеҙҙе берәйһе Мәсихкә түгел, ә әҙәм йолаларына һәм донъяның идара итеүсе көстәренә нигеҙләнгән буш һәм ялған фәлсәфә ҡороу менән ҡол итмәһен.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ