Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ғәмәлдәр 14:23 - Изге Яҙма

23 Улар һәр берҙәмлеккә өлкәндәр тәғәйенләнеләр һәм, ураҙа тотоп доға ҡылғандан һуң, уларҙы үҙҙәре инанған Раббының ҡулына тапшырҙылар.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

23 Һәр берҙәмлектә өлкәндәр тәғәйенләнеләр һәм, ураҙа тотоп доға ҡылғандан һуң, уларҙы үҙҙәре лә инанған Раббының ҡулына тапшырҙылар.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

23 Улар һәр берҙәмлеккә өлкәндәр тәғәйенләнеләр һәм, ураҙа тотоп доға ҡылғандан һуң, уларҙы үҙҙәре инанған Раббының ҡулына тапшырҙылар.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ғәмәлдәр 14:23
28 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Бойороғома ярашлы, тамамланмаған эштәрҙе тәртипкә килтереү һәм бөтә ҡалаларҙа ла берҙәмлектәргә өлкәндәр тәғәйенләү өсөн, һине Критта ҡалдырҙым.


Ниәттәрен бойомға ашырып, Барнабас менән Шаул аша йыйылған бүләктәрҙе берҙәмлек өлкәндәренә ебәрҙеләр.


Арағыҙҙа кемдер ауырыһа, шул имандаштар берҙәмлеге өлкәндәрен саҡырһын һәм улар, Раббы исеме менән уға зәйтүн майы һөртөп, уның өсөн доға ҡылһын.


Минән күп шаһиттар алдында ишеткәндәреңде башҡаларҙы ла өйрәтерлек ышаныслы кешеләргә тапшыр.


Хәҙер һеҙҙе Алла ҡулына һәм Уның мәрхәмәте тураһындағы һүҙгә тапшырам. Уның һүҙе ышанысығыҙҙы тағы ла нығытырға һәм Үҙенең изге халҡы араһында һеҙгә өлөш бирергә һәләтле.


Кемгә лә булһа ҡулдарыңды ҡуйырға ашыҡма, башҡаларҙың гонаһлы эштәрендә ҡатнашма. Үҙеңде саф көйө һаҡла.


Ул берҙәмлектәге өлкәндәрҙе саҡыртырға Милетостан Эфесҡа кешеләр ебәрҙе.


Берҙәмлек өлкәненән – мин ысын күңелдән яратҡан ҡәҙерле Гайға.


Берҙәмлек өлкәненән Алла һайлап алған һәм мин ихлас яратҡан ханымға һәм уның балаларына. Һеҙҙе мин генә түгел, хәҡиҡәтте танып белгәндәрҙең барыһы ла ярата,


Үҙем дә өлкән, Мәсих ғазаптарының шаһиты һәм киләсәктә асыласаҡ шөһрәтте уртаҡлашыусы булараҡ, арағыҙҙағы өлкәндәрҙән үтенеп һорайым:


Ололарға ҡаты бәрелмә. Ололарҙы – атайың һымаҡ, үҙеңдән кеселәрҙе ҡустың кеүек күреп өгөтлә;


Илселәр һәм берҙәмлек өлкәндәре был мәсьәләне тикшерергә йыйылды.


Йәрүсәлимгә килеп еткәс, берҙәмлек тә, уның өлкәндәре лә, илселәр ҙә асыҡ йөҙ менән ҡабул итте. Паулус менән Барнабас уларға Алланың үҙҙәре аша ниндәй эштәр башҡарыуы тураһында һөйләп бирҙе.


Бар мәрхәмәттең сығанағы булған һәм һеҙҙе Үҙенең Ғайса Мәсихтәге мәңгелек шөһрәтенә саҡырып алған Алла, һеҙ бер аҙ ғазап сиккәндән һуң, көсөгөҙҙө ҡайтарасаҡ, ҡеүәт бирәсәк, нығытасаҡ һәм ҡаҡшамаҫлыҡ итәсәк.


Шул сәбәпле мин әле ғазап сигәм, ләкин оялмайым, сөнки Кемгә инанғанымды беләм һәм Уның миңә ышанып тапшырғанды килгән көнөнә тиклем һаҡлай алырына ышанам.


Улар аша ошондай йөкмәткеле хат ебәрҙеләр: «Имандаштарығыҙҙан – илселәрҙән, берҙәмлек өлкәндәренән Антиохиялағы, Сүриәләге һәм Киликиялағы бүтән халыҡтарҙан булған имандаштарға сәләм.


Атталеянан һыу юлы менән Антиохияға киттеләр. Ошо ҡалала Паулус менән Барнабас, үҙҙәренә тәғәйенләнгән эште атҡарыу өсөн, Алланың мәрхәмәтенә тапшырылғайны.


Ғайса көслө тауыш менән: – Атам! Рухымды Һинең ҡулыңа тапшырам, – тип ҡысҡырҙы ла йән бирҙе.


араларынан һәр ваҡыт янында булырлыҡ һәм Һөйөнөслө Хәбәрҙе халыҡ араһында тарата алырлыҡ ун икеһен һайлап алып, илселәр тип атаны.


тол ҡалған, һәм әле ул һикһән дүрт йәштә ине. Ханна һәр ваҡыт ураҙа тотоп, доға ҡылып, Алла йортонда көнө-төнө Аллаға хеҙмәт итте.


– Раббыбыҙ! Һиңә һәр береһенең күңелендә ни ятҡаны мәғлүм. Йәһүҙә үҙенә насип урынға китте инде. Ул ҡалдырған вазифаны һәм илселекте ҡабул итергә Һин был икәүҙең ҡайһыһын һайланың, шуны күрһәт, – тип доға ҡылдылар.


Ул, өҫтәүенә, Раббының даны һәм тырышлығыбыҙҙы күрһәтеү хаҡына башҡара торған изгелекле эшебеҙҙә берҙәмлектәр тарафынан беҙгә юлдаш итеп тә һайланған.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ