Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ғәмәлдәр 13:52 - Изге Яҙма

52 Ә шәкерттәрҙең күңеле ҡыуаныс һәм Изге Рух менән һуғарылды.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

52 Ә шәкерттәрҙең күңеле ҡыуаныс һәм Изге Рух менән тулы ине.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

52 Ә шәкерттәрҙең күңеле ҡыуаныс һәм Изге Рух менән һуғарылды.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ғәмәлдәр 13:52
18 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Шатланығыҙ һәм ҡыуанығыҙ, сөнки күктәрҙә әжерегеҙ ҙур буласаҡ. Һеҙгә тиклем йәшәгән пәйғәмбәрҙәрҙе лә шулай уҡ эҙәрләнеләр.


Шунан һуң шәкерттәр, һәр береһе үҙ хәленән килгәнсә, Йәһүҙиәлә йәшәгән имандаштарына ярҙам ебәрергә булды.


Барыһы ла Изге Рух менән һуғарылып, башҡа телдәрҙә һөйләшә башланы: был һәләтте уларға Алла Рухы бирҙе.


Көн һайын Алла йортонда йыйылдылар, Алланы маҡтап, шат һәм ихлас йөрәктән өйҙәрендә икмәк һындырып, ризыҡты бергәләп ашанылар. Бөтөн халыҡ уларҙы яратты, Раббы иһә ҡотҡарылыусылар һанын көн һайын арттырып торҙо.


Доға ҡылғандан һуң улар торған урын һелкенеп китте һәм бөтәһе лә Изге Рух менән һуғарылды, Алла һүҙен ҡыйыу рәүештә һөйләй башланылар.


Илселәр, Ғайса исеме хаҡына кәмһетелеүгә лайыҡ булыуҙарына шатланып, Юғары кәңәшмәнән сығып китте.


Алла батшалығы ризыҡ менән эсемлектән түгел, ә Изге Рух биргән тәҡүәлек, именлек һәм шатлыҡтан тора.


Изге Рухтың ҡөҙрәте менән өмөтөгөҙ артһын өсөн, өмөт биреүсе Алла һеҙҙе Үҙенә инаныу аша бөтә шатлыҡ һәм именлек менән һуғарһын.


Бының менән генә түгел, кисергән михнәттәребеҙ өсөн дә ғорурланабыҙ, сөнки михнәттән сыҙамлыҡ тыуғанын беләбеҙ.


Уларҙың ауыр һынауҙар араһында ҡыуаныстары сиктән ашҡан, үтә фәҡирлектә йәшәһәләр ҙә, йомартлыҡтары иҫ киткес.


Алла Рухының емештәре иһә – мөхәббәт, шатлыҡ, именлек, сабырлыҡ, игелеклелек, изгелек, тоғролоҡ,


Һәм һеҙ, беҙҙе һәм Раббыны өлгө итеп алып, күп ғазаптар кисерһәгеҙ ҙә, был Хәбәрҙе Изге Рухтан килгән ҙур шатлыҡ менән ҡабул иттегеҙ.


Имандаштарым, төрлө һынауҙарға юлыҡҡанда, уларҙы ҙур шатлыҡ кеүек итеп ҡабул ҡылығыҙ.


Киреһенсә, Мәсихтең ғазаптарында ҡатнашыуығыҙ өсөн ҡыуанығыҙ һәм Уның шөһрәте асылғанда шатлығығыҙҙың сиге булмаҫ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ