Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ғәмәлдәр 13:17 - Изге Яҙма

17 Исраил халҡының Аллаһы беҙҙең ата-бабаларыбыҙҙы һайлап алған. Мысыр ерендә булғандарында уларҙы бөйөк халыҡ иткән һәм Үҙенең ҡөҙрәте менән Мысырҙан алып сыҡҡан.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

17 Был халыҡтың – Израилдең Аллаһы беҙҙең ата-бабаларыбыҙҙы һайлап алған һәм был халыҡ Мысыр ерендә булған саҡта уның һанын арттырған, Үҙенең ҡөҙрәте менән уларҙы Мысырҙан сығарған.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

17 Исраил халҡының Аллаһы беҙҙең ата-бабаларыбыҙҙы һайлап алған. Мысыр ерендә булғандарында уларҙы бөйөк халыҡ иткән һәм Үҙенең ҡөҙрәте менән Мысырҙан алып сыҡҡан.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ғәмәлдәр 13:17
42 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Бары Ул бөйөк мөғжизәләр ҡылыусы, Уның тоғро мөхәббәте мәңгелек.


Тап ошо көндө Раббы Исраил халҡын, ғәскәр ише сафҡа теҙеп, Мысырҙан алып сыҡты.


Киләсәктә улың һинән: «Был нимәне аңлата?» – тип һораһа, былай тип яуап бир: «Раббы беҙҙе Мысырҙан, ҡоллоҡ йортонан ҡөҙрәтле ҡулы менән алып сыҡты.


Һинең өсөн был байрам ҡулыңдағы һәм маңлайыңдағы билдә һымаҡ булһын, сөнки Раббы ҡөҙрәтле ҡулы менән беҙҙе Мысырҙан сығарҙы.


Раббы Мысыр батшаһы фирғәүендең тиҫкәрелеген ҡуҙғатты ла теге Исраил халҡын ҡыуа сыҡты. Исраил халҡы иһә бер нәмәнән дә ҡурҡмай атлауын белде.


Хәҙер инде мин беләм: Раббы барлыҡ илаһтарҙан өҫтөнөрәк, Ул быларҙы мысырҙар Исраил халҡы менән тәкәббер ҡыланғанға эшләне.


Инде тыңла, ҡолом Яҡуп, Мин һайлап алған Исраил, ҡолаҡ һал!


Мин һеҙҙе Мысырҙан алып сығып, Әмөриҙәр ерен бирер өсөн, Ҡырҡ йыл буйы сүлдә юл күрһәттем.


Һине Мысырҙан сығарҙым, Ҡоллоҡ йортонан йолоп алдым, Муса менән Һарунды, Мирйәмде Һинең алдыңдан ебәрҙем.


Ата-бабаларыңдан Мысырға етмеш кеше килгәйне. Ә хәҙер һеҙҙе Аллаң Раббы күктәге йондоҙҙар һымаҡ күбәйтте.


Һеҙ – Аллағыҙ Раббы өсөн изге халыҡ. Раббы ер йөҙөндә булған бөтә халыҡтар араһынан Үҙ халҡы итеп һеҙҙе һайлап алды.


Ә һеҙгә килгәндә иһә, бөгөн күргәнегеҙсә, Раббы һеҙҙе Үҙенең халҡы, Үҙ биләмәһе итер өсөн тимер иретә торған мейестән, Мысырҙан, алып сыҡты.


Берәй алланың Аллағыҙ Раббы Мысырҙа күҙ алдығыҙҙа һеҙҙең өсөн эшләгән һымаҡ төрлө һынауҙар, хикмәт һәм мөғжизәләр ҡылғаны, һуғышып, ҡөҙрәте, һуҙылған ҡулы, оло дәһшәттәре менән килеп башҡа бер халыҡ араһынан Үҙенә халыҡ алырға баҙнат иткәне бармы?


Аталарығыҙҙы яратҡанға күрә уларҙан һуң һеҙҙе, уларҙың тоҡомон һайланы һәм Үҙенең бөйөк ҡөҙрәте менән Мысырҙан алып сыҡты.


Аллаң Раббының һеҙҙе Мысырҙан алып сығыр өсөн эшләгән бөйөк һынауҙар, хикмәттәр, бөйөк мөғжизәләрҙе, Уның ҡөҙрәтен, һуҙылған ҡулын үҙ күҙҙәрегеҙ менән күрҙегеҙ. Аллағыҙ Раббы әле һеҙ ҡурҡҡан башҡа халыҡтар менән дә шулай эшләйәсәк.


Был ерҙе тоғролоғоң һәм тәҡүәлегең өсөн милек итеп алырға бармайһың. Аллаң Раббы был халыҡтарҙы ҡылған яуызлыҡтары өсөн һәм ата-бабаларың Ибраһимға, Исхаҡҡа, Яҡупҡа ант итеп әйткән вәғәҙәһен үтәр өсөн күҙ алдыңдан ҡыуа.


Әммә һеҙ – ҡараңғылыҡтан Үҙенең ғәжәйеп яҡтылығына Саҡырыусының бөйөк эштәрен иғлан итеү өсөн һайланған нәҫел, батша ҡаһиндары, мөҡәддәс халыҡ, Алланың Үҙ халҡы.


Бөттө баш! Был ҡөҙрәтле аллалар ҡулынан беҙҙе кем ҡотҡарыр? Сүлдә мысырҙарҙы һәр төрлө ҡазалар менән язалаған аллалар бит улар.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ