Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ғәмәлдәр 13:12 - Изге Яҙма

12 Өлкә башлығы, был хәлде күреп, Раббы тураһындағы тәғлимәттең ҡөҙрәтенә таң ҡалды һәм Раббыға инанды.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

12 Өлкә башлығы, был хәлде күреп, Раббы тураһындағы тәғлимәттең ҡөҙрәтенә таң ҡалды һәм Раббыға инанды.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

12 Өлкә башлығы, был хәлде күреп, Раббы тураһындағы тәғлимәттең ҡөҙрәтенә таң ҡалды һәм Раббыға инанды.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ғәмәлдәр 13:12
20 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Йөҙ башы һәм уның менән бергә Ғайсаны һаҡлаған ғәскәриҙәр, ер тетрәүҙе һәм башҡа хәлдәрҙе күргәс: – Ул ысынлап та Алла Улы булған икән! – тип ҡурҡыуға төштө.


Барыһы ла Уны маҡтаны һәм Уның мәрхәмәтле һүҙҙәренә таң ҡалып: – Был Йософтоң Улы түгелме һуң? – тиештеләр.


Бөтәһе лә ҡурҡып ҡалды һәм: – Арабыҙҙан бөйөк пәйғәмбәр сыҡты. Алла Үҙ халҡына ярҙамға килде, – тип Алланы данланы.


– Ул Кеше кеүек берәүҙең дә һөйләгәне юҡ, – тип яуап бирҙе һаҡсылар.


Йәһүд булмағандар был һүҙҙәрҙе ишетеп ҡыуанды һәм Раббы һүҙен данланы. Мәңгелек тормош өсөн һайлап алынғандарҙың барыһы ла иманға килде.


Раббы һүҙе шул тирәләге барса ерҙәргә таралды.


Ул өлкә башлығы, бик аҡыллы кеше Сергиос Паулустың хеҙмәтсеһе ине. Сергиос Паулус, Алла һүҙен тыңларға теләп, Барнабас менән Шаулды үҙ һарайына саҡырҙы.


Ә Әлүмас (был Бар-Йеһошуағтың икенсе исеме – «сихырсы»), өлкә башлығының иманға килеүенә аяҡ салырға тырышып, уларға ҡаршы торҙо.


Паулус менән Барнабас иһә Антиохияла ҡалды. Улар башҡа күп кенә имандаштар менән бергә Раббы һүҙен өйрәтте, вәғәздәр уҡыны.


Бер ни тиклем ваҡыт үткәс, Паулус Барнабасҡа, үҙҙәре Раббы һүҙен вәғәзләп йөрөгән барса ҡалаларҙағы имандаштар янына барып, уларҙың хәлен белергә тәҡдим итте.


Ахаяла Галлион өлкә башлығы булған ваҡытта йәһүдтәр, берләшеп, Паулусҡа ҡаршы күтәрелде һәм уны тотоп хөкөм йортона алып барҙы.


Ошо рәүешле ике йыл дауам итте. Шунлыҡтан Асия өлкәһендә йәшәгән бөтә йәһүдтәр ҙә, йәһүд булмағандар ҙа Раббы тураһындағы хәбәрҙе ишетте.


Раббы һүҙе бына шундай көс менән таралды һәм нығынды.


Демитриустың һәм уның янындағы башҡа һөнәрселәрҙең берәй кешегә дәғүәһе булһа, бының өсөн хөкөм йорттары һәм өлкә башлыҡтары бар. Бер-береһенә ана шунда барып ялыу итһендәр.


Унда ун икеләп шәкерт бар ине.


Шул урындан йыраҡ түгел ерҙә утрау башлығы Поплиостың хужалығы урынлашҡайны. Ул беҙҙе үҙ өйөнә саҡырҙы һәм өс көн буйы дуҫтарса ҡунаҡ итте.


әммә уның һүҙҙәрендәге аҡылға һәм Изге Рухҡа ҡаршы тора алманы.


Петрус менән Яхъя, үҙҙәренең шаһитлығын биреп Раббы һүҙен иғлан иткәндән һуң, кире Йәрүсәлимгә китте. Юлайҡан Самарияның күп кенә ауылдарында Һөйөнөслө Хәбәрҙе иғлан иттеләр.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ