Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ғәмәлдәр 13:10 - Изге Яҙма

10 – Эй, һин, эсе тулы ялған һәм мәкер, Иблис улы, һәр төрлө хаҡлыҡтың дошманы! Раббының тура юлын боҙоп күрһәтергә тырышыуҙан туҡтайһыңмы, юҡмы? – тине. –

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

10 – Һинең эсең тулы ялған һәм мәкер. Һин – Иблис улы, һәр төрлө хаҡлыҡтың дошманы! Раббының тура юлын боҙоп күрһәтергә тырышыуҙан туҡтайһыңмы, юҡмы? – тине. –

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

10 – Эй, һин, эсе тулы ялған һәм мәкер, Иблис улы, һәр төрлө хаҡлыҡтың дошманы! Раббының тура юлын боҙоп күрһәтергә тырышыуҙан туҡтайһыңмы, юҡмы? – тине. –

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ғәмәлдәр 13:10
23 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Балаларына һәм үҙенән һуңғы нәҫел-ырыуына дөрөҫлөктө яҡлап, ғәҙел хөкөм ҡылып, Раббы юлынан йөрөргә бойорһон тип, Ибраһимды һайланым. Шул саҡта Мин, Раббы, уға нимә вәғәҙә иткән булһам, шуны үтәрмен.


Һинең менән ҡатын араһына, Һинең тоҡом менән уның тоҡомо араһына Дошманлыҡ һалам Мин. Ҡатындың улы башыңды иҙер, Һин уның үксәһен сағырһың».


Йеһошафат бөтөн күңелен биреп Раббы юлында йөрөргә тырыша. Ул Йәһүҙәнән табыныу ҡалҡыулыҡтарын да, Ашераға ҡуйылған ҡолғаларҙы ла юҡ итә.


Ҡояш аҫтында эшләнгән эштәрҙең насар яғы шунда: бөтәһен дә бер үк тәҡдир көтә. Бынан тыш кешеләрҙең күңеле иҫән саҡтарында яуызлыҡ һәм дыуамаллыҡ менән тулы; ә аҙаҡ улар мәрхүмдәр янына китә.


Бынан кире «Раббының йөгө» тигән һүҙҙе ауыҙығыҙға ла алмағыҙ, сөнки һәр кемдең үҙенең һүҙе – үҙенә йөк. Бының менән һеҙ тере Алланың, Күк ғәскәрҙәре Раббыһының – үҙ Аллағыҙҙың һүҙҙәрен боҙаһығыҙ.


Әфраим әйтер: „Боттарҙың миңә ни кәрәге бар?“ Мин яуап ҡайтарырмын, уға ҡарармын: „Мин – мәңге йәшел кипарис һымаҡмын. Һинең бөтә емештәрең – Минән“».


Баҫыу – донъя ул, яҡшы орлоҡтар – Батшалыҡ улдары, ҡый үләне – Иблис балалары,


Сөнки яуыз уйҙар, кеше үлтереү, зина ҡылыу, фәхешлек итеү, урлашыу, ялған шаһитлыҡ биреү, яла яғыу – бөтәһе лә кешенең күңеленән сыға.


– Ҡайғы һеҙгә, ҡанун белгестәре һәм фарисейҙар! Ике йөҙлөләр! Һеҙ кешеләрҙән Күктәр Батшалығын бикләп тотаһығыҙ, үҙегеҙ ҙә инмәйһегеҙ, инергә теләүселәрҙе лә индермәйһегеҙ!


Ул, күп кенә фарисейҙарҙың һәм саддукейҙарҙың һыуға сумдырылырға тип килгәнен күреп, уларға былай тине: – Эй һеҙ, ағыулы йылан тоҡомо! Кем һеҙгә Алланың яҡынлашып килгән асыуынан ҡасып ҡала алырһығыҙ тип әйтте?


Әммә Раббы Ғайса уға былай тине: – Бына һеҙ, фарисейҙар, һауыт-һабаның тышын таҙартаһығыҙ, ә эсегеҙ ҡомһоҙлоҡ һәм яуызлыҡ менән тулы.


Ҡайғы һеҙгә, ҡанун белгестәре! Һеҙ белем асҡысын үҙ ҡулығыҙға алдығыҙ: үҙегеҙ ҙә инмәнегеҙ, инергә теләгәндәргә лә юл бирмәнегеҙ.


– Мин – Ишағыяһ пәйғәмбәр әйткәнсә: «Раббыға юл турайтығыҙ!» – тип сүлдә яңғыраған тауыш, – тине Яхъя.


Һеҙҙең атағыҙ – Иблис, һәм һеҙ атағыҙҙың теләктәрен үтәргә теләйһегеҙ. Ул баштан уҡ кеше үлтереүсе булған һәм хәҡиҡәт менән бер ниндәй ҙә уртаҡлығы юҡ, сөнки унда хәҡиҡәт юҡ. Ул ялғанды һөйләгәндә үҙ асылы буйынса эшләй, ул – ялғансы, ялғандың атаһы.


Хатта һеҙҙең арағыҙҙан да, шәкерттәрҙе үҙҙәренең арттарынан эйәртеп алып китеү өсөн, хәҡиҡәтте боҙоп күрһәтеүселәр сығасаҡ.


Әммә хәүефем бар: йылан Һауаны хәйләһе менән алдаған кеүек, һеҙҙең уй-фекерҙәрегеҙ ҙә, Мәсихкә ҡарата ихласлыҡтан һәм сафлыҡтан нисектер тайпылып, боҙолоп ҡуймаһын ине.


Әммә башҡа төрлө Һөйөнөслө Хәбәр юҡ! Һеҙҙең башығыҙҙы бутап, ҡайһы бер кешеләр Мәсих тураһындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе боҙорға теләй.


Мәкерле кешеләрҙең хәйләләренә, тәғлимәттәренә ышанып, төрлө яҡҡа борғолаған елдәр һәм тулҡындар ыңғайына һуғылып, алданып йөрөүсе сабый булыуҙан туҡтайыҡ.


Улар, тура юлдан тайпылып, аҙашты. Улар лайыҡһыҙ табыш алырға яратҡан Билғамға, Беғор улына, эйәрҙе.


Кем гонаһ ҡыла, ул – Иблистән, сөнки Иблис тәүҙән үк гонаһ ҡыла. Әммә Алла Улы Иблис эштәрен ҡыйратырға килде.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ