Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ғәмәлдәр 13:1 - Изге Яҙма

1 Антиохиялағы имандаштар берҙәмлегендә пәйғәмбәрҙәр, остаздар бар ине: Барнабас, Шимғон (уны тағы Нигер тип тә атайҙар), Курененан Лукиос, өлкә идарасыһы Һируд менән бергә тәрбиәләнгән Манаен һәм Шаул.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

1 Антиохиялағы имандаштар берҙәмлегендә Варнава, Симон (уны тағы Нигер тип тә атайҙар), Киринеянан Луций, өлкә идарасыһы Ирод менән бергә тәрбиәләнгән Манаил һәм Савл исемле пәйғәмбәрҙәр, остаздар бар ине.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

1 Антиохиялағы имандаштар берҙәмлегендә пәйғәмбәрҙәр, остаздар бар ине: Барнабас, Шимғон (уны тағы Нигер тип тә атайҙар), Курененан Лукиос, өлкә идарасыһы Һируд менән бергә тәрбиәләнгән Манаен һәм Шаул.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ғәмәлдәр 13:1
34 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Юлда улар Шимғон исемле Курене кешеһен осраттылар һәм уны Ғайсаның арҡысағын күтәреп барырға мәжбүр иттеләр.


Тибериос ҡайсар хакимлығының ун бишенсе йылында, Йәһүҙиәлә Понтиос Пилатос идара иткәндә, Галилеяның башлығы – Һируд, уның ир туғаны Филиппус – Итуреа һәм Трахонитис өлкәләренең башлығы, ә Лусаниас Әбиләнә өлкәһе башлығы булғанда,


Ниәттәрен бойомға ашырып, Барнабас менән Шаул аша йыйылған бүләктәрҙе берҙәмлек өлкәндәренә ебәрҙеләр.


Ә Барнабас менән Шаул, үҙҙәренә тапшырылған эште башҡарғандан һуң, Маркус тип тә йөрөтөлгән Яхъяны ла алып, Йәрүсәлимдән Антиохияға ҡайттылар.


Әммә Изге Рух менән һуғарылған Шаул, уны Паулус тип тә атайҙар, Әлүмасҡа туп-тура ҡарап:


Йәһүҙә менән Силас, үҙҙәре лә пәйғәмбәр булараҡ, һүҙ ярҙамы менән дәртләндереп, имандаштарҙың рухын нығытты.


Паулус менән Барнабас иһә Антиохияла ҡалды. Улар башҡа күп кенә имандаштар менән бергә Раббы һүҙен өйрәтте, вәғәздәр уҡыны.


Паулус ҡулдарын уларҙың баштарына ҡуйғас, шәкерттәргә Изге Рух инде, улар таныш булмаған телдәрҙә һөйләй һәм Алла хәбәрен иғлан итә башланы.


Уның Алла хәбәрен иғлан итеүсе пәйғәмбәр ҡыҙҙары – кейәүгә сыҡмаған дүрт ҡыҙы бар ине.


Мәҫәлән, илселәр Барнабас (йәғни «Йыуаныс улы») тип йөрөткән, Кипрҙа тыуған Йософ исемле бер леви,


Шаул элеккесә Раббының шәкерттәренә нәфрәт менән янды, уларға үлем менән янаны. Ул иң баш ҡаһиндан


Хеҙмәттәшем Тимоҫеус һәм яҡташтарым Лукиос, Ясон менән Сосипатрус һеҙгә сәләм ебәрә.


Башын ҡаплап доға ҡылған йәки пәйғәмбәрлек иткән һәр ир үҙенең башын оятлы итә.


Пәйғәмбәрлек һәләтем булһа ла, барлыҡ серҙәрҙе һәм һәр төрлө ғилемде белһәм дә, тауҙар күсерерлек иманым булһа ла, мөхәббәтем юҡ икән, мин бер ни ҙә түгел.


Мөхәббәт бер ваҡытта ла һүрелмәҫ, әммә пәйғәмбәрлек итеүҙәр туҡтар, бүтән төрлө телдәр тыныр, белем дә юҡҡа сығыр.


Пәйғәмбәрҙәрҙең дә икәүһе йәки өсәүһе һөйләһен, ә ҡалған иман тотоусылар, ишеткәндәре хаҡында фекер йөрөтөп, уларға баһа бирһен.


Пәйғәмбәрҙәрҙең рухтары пәйғәмбәрҙәргә буйһона,


Йәиһә Барнабас менән мин генә йәшәү өсөн эшләргә тейешбеҙме?


Уның менән бергә башҡа имандаш йәһүдтәр ҙә ике йөҙлөлөк күрһәтте, хатта Барнабас та улар яғына ауҙы.


Хеҙмәт итеү миңә Алла мәрхәмәте буйынса бирелгәнен аңлағас, имандаштар берҙәмлегенең терәге тип һаналған Яҡуп, Кефас һәм Яхъя, уртаҡ хеҙмәттәшлек билдәһе итеп, Барнабас менән минең ҡулды ҡыҫты. Беҙ – сит ҡәүемдәргә, ә улар сөннәтлеләргә барырға килештек.


Ул Үҙе ҡайһы берҙәрен – илселәр, икенселәрен – пәйғәмбәрҙәр, бәғзеләрен – Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләүселәр, ҡайһыларын – башлыҡ һәм өйрәтеүсе итеп ҡуйҙы.


Һеҙҙе бөтә имандаштар, бигерәк тә ҡайсар һарайында хеҙмәт итеүселәр сәләмләй.


Пәйғәмбәрлек һүҙҙәренә кәмһетеп ҡарамағыҙ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ