Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ғәмәлдәр 11:26 - Изге Яҙма

26 Антиохияға алып килде. Улар бында бер йыл торҙолар, имандаштар берҙәмлеге менән осрашып, күп кешеләрҙе өйрәттеләр. Шәкерттәрҙе мәсихселәр тип иң тәүҙә Антиохия ҡалаһында атай башланылар.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

26 Антиохияға алып килде. Улар, бер йыл буйы имандаштар берҙәмлеге менән осрашып, күп кешеләрҙе өйрәтте. Шәкерттәрҙе мәсихселәр тип иң тәүҙә Антиохия ҡалаһында исемләй башланылар.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

26 Антиохияға алып килде. Улар бында бер йыл торҙолар, имандаштар берҙәмлеге менән осрашып, күп кешеләрҙе өйрәттеләр. Шәкерттәрҙе мәсихселәр тип иң тәүҙә Антиохия ҡалаһында атай башланылар.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ғәмәлдәр 11:26
34 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Исемегеҙ һайлап алған халҡымдың ауыҙында Бары ҡарғыш өсөн тороп ҡалыр. Раббы Хаким һеҙҙе үлемгә дусар итер, Ә Үҙенең ҡолдарына башҡа исем бирер.


Шуға күрә барса халыҡтарға барығыҙ һәм уларҙы Минең шәкерттәрем итегеҙ, уларҙы Ата, Улы һәм Изге Рух исеме менән һыуға сумдырығыҙ,


Ғайса ла Үҙенең шәкерттәре менән шул туйға саҡырылғайны.


Шулай бер көн, Петрус иманлылар алдына тороп баҫты. Йыйылышта йөҙ егермегә яҡын кеше бар ине.


Әммә улар араһындағы ҡайһы бер Кипр һәм Курене кешеләре, Антиохияға килгәс, башҡа халыҡ кешеләренә лә Раббы Ғайса хаҡындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе еткерҙе.


Был туралағы хәбәр Йәрүсәлимдәге имандаштар берҙәмлегенә лә барып етте. Барнабасты Антиохияға ебәрҙеләр.


Шул осорҙа Йәрүсәлимдән Антиохияға бер нисә пәйғәмбәр килде.


Шунан һуң шәкерттәр, һәр береһе үҙ хәленән килгәнсә, Йәһүҙиәлә йәшәгән имандаштарына ярҙам ебәрергә булды.


Әммә эргәһенә шәкерттәре йыйылып киткәс, Паулус тороп кире ҡалаға инде. Икенсе көндө ул Барнабас менән Дербе ҡалаһына юл тотто.


унда шәкерттәрҙең рухын күтәрҙеләр, иманда ныҡ торорға өндәнеләр. – Алла Батшалығына инер өсөн күп михнәттәр аша үтергә тура киләсәк, – тине улар.


Улар һәр берҙәмлеккә өлкәндәр тәғәйенләнеләр һәм, ураҙа тотоп доға ҡылғандан һуң, уларҙы үҙҙәре инанған Раббының ҡулына тапшырҙылар.


Улар, Антиохияға ҡайтып еткәс, имандаштар берҙәмлеген йыйып, Алланың үҙҙәре аша ниҙәр эшләгәнен, Уның йәһүд булмағандарға иман ишеген асҡанын – бөтәһен дә һөйләп бирҙеләр.


Паулус менән Барнабас шәкерттәр янында байтаҡ ваҡытҡа туҡталды.


Аполлос Ахаяға китергә ниәт белдергәс, имандаштары быны хупланы һәм ундағы шәкерттәргә, уны ҡабул итеүҙәрен һорап, хат яҙҙылар. Аполлос унда барғас, Алла мәрхәмәте менән иманға килгәндәргә күп ярҙам күрһәтте.


Әммә ҡайһы берәүҙәр, уҫаллашып һәм иманға килеүҙән баш тартып, йыйылған халыҡ алдында Раббының юлын яманланы. Шул сәбәпле Паулус улар янынан китте. Шәкерттәрҙе айырып алып, Тураннус тигән берәүҙең уҡыу йортонда улар менән көн дә әңгәмәләшеп ултырҙы.


Боларыш туҡталғас, Паулус шәкерттәрҙе янына саҡырып алды, уларҙың күңелдәрен күтәрҙе һәм, һаубуллашып, Македония өлкәһенә юлланды.


Хатта һеҙҙең арағыҙҙан да, шәкерттәрҙе үҙҙәренең арттарынан эйәртеп алып китеү өсөн, хәҡиҡәтте боҙоп күрһәтеүселәр сығасаҡ.


Шәкерттәрҙе эҙләп тапҡандан һуң, яндарында ете көн булдыҡ. Улар, Рухтың иҫкәртеүенән сығып, Паулусты Йәрүсәлимгә бармаҫҡа күндерҙе.


Агриппас: – Һин мине шулай тиҙ генә мәсихсе итергә мөмкин тип уйлайһыңмы? – тине.


Шәкерттәрҙең һаны арта барҙы. Шул көндәрҙә грекса һөйләшкән йәһүдтәр, көндәлек ризыҡты бүлгәндә беҙҙең тол ҡатындарҙы иҫәпкә алмайҙар, тип йәһүд телендә һөйләшеүселәргә ризаһыҙлыҡ белдерҙе.


Был тәҡдим бөтәһенә лә оҡшаны. Иман һәм Изге Рухҡа тулы Стефанусты, шулай уҡ Филиппусты, Прохоросты, Никанорҙы, Тимонды, Парменасты һәм мәжүсилектән йәһүд диненә күскән антиохиялы Николаусты һайлап,


Ашап алғас, уға хәл инеп китте. Шаул шәкерттәр менән бер нисә көн Дамаскта булды.


Шәкерттәр Петрустың Луддала икәнен ишеткәс, Яфоға яҡын булғанлыҡтан, үҙҙәре янына тиҙерәк килеп етеүен үтенеп, ике кеше ебәрҙеләр.


Беренсенән, берҙәмлектәге йыйылыштарҙа айырым төркөмдәргә бүленеүегеҙ тураһында ишетеп торам, һәм быға мин ниндәйҙер дәрәжәлә ышанам.


Мәсих – күп ағзаларға эйә булған тән кеүек; тән күп ағзаларҙан торһа ла, бер бөтөндө тәшкил итә.


Шуға күрә, әгәр бөтөн берҙәмлек бергә йыйылып, барыһы ла бүтән төрлө телдәрҙә һөйләп ултырһа, һәм шул саҡ иман менән ҡыҙыҡһынған йәки иманы булмаған берәй сит кеше килеп инһә, һеҙҙе: «Аҡылдан яҙғандар!» – тип әйтмәҫме?


Ошо маҡсат менән һеҙгә Тимоҫеусты ебәрҙем. Раббыла ул минең ҡәҙерле улым, һәм мин уға таяна алам. Ул һеҙгә Ғайса Мәсихкә эйәреп йәшәү рәүешем хаҡында иҫегеҙгә төшөрөр. Һәр ерҙә, һәр имандаштар берҙәмлегендә мин ошолар тураһында өйрәтәм.


Күктә һәм ерҙә булған һәр ғаилә үҙенә йәшәйеште лә, исемде лә Унан ала.


Һеҙ йөрөткән Мәсихтең яҡшы исемен шулар хурламаймы ни?


Әгәр ҙә һеҙҙе Мәсих исеме өсөн мыҫҡыллайҙар икән, һеҙ бәхетле, сөнки шөһрәт Рухы, Алла Рухы – һеҙҙә.


Әгәр ҙә инде ул мәсихсе булараҡ ғазап сигә икән, оялмаһын, ә был исемде йөрөтөүе өсөн Алланы данлаһын.


Ә һеҙҙең үҙегеҙҙә Мәсихтән бирелгән Изге Рух тора, һәм һеҙ һис кемдең өйрәтеүенә мохтаж түгелһегеҙ. Мәсих Рухы һеҙгә бөтәһен дә өйрәтә, һәм Ул хәҡиҡәтте өйрәтә, ялғанды түгел. Рух өйрәткәнсә Мәсихтә йәшәгеҙ.


Һиңә Минән байыр өсөн утта таҙартылған алтын, яланғаслығыңдың мәсхәрәһе асылмаһын өсөн кейергә аҡ кейем һәм күҙҙәрең күрһен өсөн һөртөргә күҙ майы һатып алырға кәңәш итәм.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ