Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ғәмәлдәр 11:14 - Изге Яҙма

14 Ул һеҙгә килтергән хәбәр аша һин үҙең дә, бөтөн йортоң да ҡотолорһоғоҙ», – тип әйткән.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

14 Ул һиңә һөйләгән һүҙҙәр аша һин үҙең дә, бөтөн йортоң да ҡотоласаҡһығыҙ», – тип әйткән.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

14 Ул һеҙгә килтергән хәбәр аша һин үҙең дә, бөтөн йортоң да ҡотолорһоғоҙ», – тип әйткән.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ғәмәлдәр 11:14
30 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Килешеүемде һинең һәм нәҫелең менән быуындан-быуынға мәңгелеккә нығытырмын. Мин һинең һәм нәҫел-нәсәбеңдең Аллаһы булырмын.


Балаларына һәм үҙенән һуңғы нәҫел-ырыуына дөрөҫлөктө яҡлап, ғәҙел хөкөм ҡылып, Раббы юлынан йөрөргә бойорһон тип, Ибраһимды һайланым. Шул саҡта Мин, Раббы, уға нимә вәғәҙә иткән булһам, шуны үтәрмен.


Ҡоштар унда ояларын ҡора, Шыршылар – ҡауҙылар өсөн төйәк.


Раббының исеме хәҙер ҙә, Мәңге лә мөбәрәк булһын!


Тәҡүә кеше хәләл донъя көтә, үҙенән һуң килгән нәҫеле лә бәхетле булыр.


Үҙҙәренең һәм балаларының именлеге хаҡына Минән ҡурҡып йәшәһендәр, Мине мәңге хөрмәт итһендәр өсөн уларға бер йөрәк, бер юл бирермен.


Иманға килеп, һыуға сумдырылыу йолаһын үтәгән кеше ҡотҡарыласаҡ, ә ышанмағандар хөкөм ителәсәк.


Әҙәм Улы юғалғанды эҙләп табырға һәм ҡотҡарырға тип килде.


Мин Уның бойороғо мәңгелек тормош килтереүен беләм. Шулай итеп, нимә һөйләһәм дә, һәр һүҙҙе нәҡ Атам ҡушҡанса һөйләйем.


Былары иһә Ғайсаның Алла Улы, Мәсих булыуына инаныуығыҙ өсөн һәм, Уға инаныу арҡаһында, Уның исеменән һеҙгә йәшәү булһын өсөн яҙылды.


Атай кеше Ғайсаның: «Улың иҫән-һау», – тигән һүҙҙәренең нәҡ ана шул сәғәткә тап килеүен аңлағас, ул үҙе лә, өйөндәгеләрҙең бөтәһе лә Ғайсаға инанды.


Бары тик Рух ҡына йәшәү бирә, кеше бында көсһөҙ. Минең һеҙгә һөйләгән һүҙҙәрем дә Рухтан килә һәм йәшәү бирә.


Шимғон Петрус: – Хакимым, беҙ кемгә барайыҡ? Мәңгелек тормош һүҙҙәре – Һиндә бит.


Ул үҙе лә, уның бөтә ғаиләһе лә Алланы ололап, Унан ҡурҡып йәшәне. Ул йәһүдтәргә мул хәйер-саҙаҡалар бирер һәм һәр ваҡыт Аллаға доға ҡылыр булды.


– Беҙҙе тәҡүә һәм Алланы ололап йәшәгән, барлыҡ йәһүд халҡында хөрмәт ҡаҙанған йөҙ башы Корнелиус ебәрҙе. Изге фәрештә уға һине үҙенең өйөнә саҡырырға, һинең һөйләгәндәреңде тыңларға бойорҙо, – тинеләр.


Уға инанған һәр кемдең гонаһтары Уның исеме аша ғәфү ителәсәк, тип барса пәйғәмбәрҙәр Уның тураһында һөйләне, – тине Петрус.


Ул күн оҫтаһы Шимғонда туҡталған, ә уның өйө диңгеҙ буйында урынлашҡан.


Ул нисек итеп үҙ өйөндә фәрештәне күреүе хаҡында һөйләне. Фәрештә уға: «Петрус тип тә йөрөтөлгән Шимғонды саҡырыу өсөн Яфоға кешеләр ебәр.


Үҙе һәм өйөндәге туғандары һыуға сумдырылыу йолаһын үтәгәс, Лидиә: – Мине Раббыға инаныусы тип һанаһағыҙ, өйөмә килеп ҡунаҡ булығыҙ, – тип инәлде һәм ахырҙа беҙҙе күндерҙе.


Ғибәҙәтхана башлығы Криспос иһә үҙенең бөтә ғаиләһе менән Раббыға инанды. Күп кенә коринҫостар ҙа, Паулустың һөйләгәндәрен ишетеп, иманға килде һәм һыуға сумдырылыу йолаһын үтте.


Был вәғәҙә – Аллабыҙ Раббы Үҙенә саҡырған һәр кемгә: һеҙгә, һеҙҙең балаларығыҙға һәм алыҫта йәшәгән барыһына ла ҡағыла, – тип яуап бирҙе Петрус.


Хәйер, уларҙан тыш мин Стефанастың өйөндәгеләр менән был йоланы атҡарҙым, әммә тағы берәйһен сумдырыуымды хәтерләмәйем.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ