Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ғәмәлдәр 10:38 - Изге Яҙма

38 Алла, назаралы Ғайсаны Изге Рух менән мәсехләп, Уға ҡөҙрәт бирҙе һәм Ғайса, яҡшылыҡтар ҡылып, Иблис йонсотҡан кешеләрҙе һауыҡтырып йөрөнө, сөнки Алла Уның менән булды.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

38 Алла назаралы Ғайсаны Изге Рух менән һуғарып, Уға ҡөҙрәт бирҙе. Ғайса, яҡшылыҡ ҡылып, Иблис йонсотҡан кешеләрҙе һауыҡтырып йөрөнө, сөнки Алла Уның менән булды.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

38 Алла, назаралы Ғайсаны Изге Рух менән мәсехләп, Уға ҡөҙрәт бирҙе һәм Ғайса, яҡшылыҡтар ҡылып, Иблис йонсотҡан кешеләрҙе һауыҡтырып йөрөнө, сөнки Алла Уның менән булды.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ғәмәлдәр 10:38
40 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

«Раббының Рухы Минең өҫтөмдә, сөнки Ул Мине фәҡирҙәргә Һөйөнөслө Хәбәрҙе еткереү өсөн мәсехләне. Ул Мине әсирҙәргә – ирек, һуҡырҙарға – күрә башлауҙарын иғлан итергә, йәберләнгәндәрҙе азат итергә


– Исраилдар! – тип дауам итте һүҙен Петрус. – Тыңлағыҙ: белеүегеҙсә, Алла һеҙҙең күҙ алдығыҙҙа Ғайса арҡылы ҡөҙрәтле эштәр, мөғжизәләр, хикмәттәр ҡылды һәм шул эштәре менән назаралы Ғайсаның һеҙҙең өсөн билдәләнгән Зат икәнен иҫбат итте.


Унда Раббының Рухы – Аҡыл һәм зирәклек рухы, Өгөт-нәсихәт һәм ҡөҙрәт рухы, Раббыны белеү һәм Унан ҡурҡыу рухы булыр.


Алла ебәргән Зат Алланың һүҙҙәрен һөйләй, сөнки Ул Рухты самаһыҙ бирә.


Һин дөрөҫлөктө яраттың, яуызлыҡты күрә алманың. Шуға күрә Алла, Һинең Аллаң, шатлыҡ майы менән мәсехләп, дуҫтарыңдан Һине өҫтөн ҡуйҙы», – тиелгән.


Ҡәүемдәр шаулашыр, батшалыҡтар тетрәнер, Алла тауышын яңғыратыр ҙа ер иреп киткәндәй булыр.


Бер ваҡыт ул төндә Ғайса янына килеп: – Остаз! Беҙ һинең Алла тарафынан ебәрелгән Остаз икәнеңде беләбеҙ. Һин ҡылған мөғжизәләрҙе, Алланың ярҙамы булмаһа, бер кем дә эшләй алмаҫ ине, – тине.


Әгәр ҙә Мин Алла Рухы менән ендәрҙе ҡыуып сығарам икән, тимәк, һеҙгә Алла Батшалығы килеп етте.


Уға күгәрсен сүрәтендә Изге Рух төштө. Күктән: «Һин – Минең һөйөклө Улым. Һин – Минең ҡыуанысым!» – тигән ауаз ишетелде.


«Бына, Минең яҡлай торған ҡолом, Уны Үҙем һайлап алдым! Күңелем уны хуш күрә; Уны Рухым менән һуғарҙым, Ул ҡәүемдәргә ғәҙел хөкөм килтерер.


– Мин һеҙгә Атам тарафынан күп яҡшы эштәр күрһәттем. Шуларҙың ҡайһыһы өсөн Мине таш менән бәреп үлтерергә теләйһегеҙ? – тине Ғайса.


Бына ваҡыт етә, эйе, ул етте инде: һеҙ барығыҙ ҙа, Мине яңғыҙ ҡалдырып, өйҙәрегеҙгә таралырһығыҙ. Ләкин Мин яңғыҙ түгелмен, сөнки Атам Минең менән.


Донъя батшалары ҡуҙғалыша, Хакимдар берләшә Раббыға һәм Уның мәсихенә ҡаршы.


Кем гонаһ ҡыла, ул – Иблистән, сөнки Иблис тәүҙән үк гонаһ ҡыла. Әммә Алла Улы Иблис эштәрен ҡыйратырға килде.


Фани ризыҡты түгел, мәңгелек тормош бирә торған фани булмаған ризыҡты табырға тырышығыҙ. Уны һеҙгә Әҙәм Улы бирәсәк, сөнки Аллабыҙ Ата Әҙәм Улын хуплап, Үҙенең тамғаһын Уға һалды, – тине.


Ғайса, бөтә ҡалалар һәм ауылдар буйлап йөрөп, ғибәҙәтханаларҙа өйрәтеп, Күктәр Батшалығы хаҡындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләне, кешеләрҙе һәр төрлө ауырыу-зәхмәттәрҙән һауыҡтырҙы.


Улар Йәһүҙәлә Раббының ҡанун китабынан һабаҡ бирә. Йәһүҙәнең бөтә ҡалаларында халыҡты уҡытып йөрөйҙәр.


Айыҡ аҡыллы һәм уяу булығыҙ, дошманығыҙ Иблис, ырылдаған арыҫлан һымаҡ, кемде йоторға тип эҙләнеп йөрөй.


Малай килеп етеп килгәндә, ен уны ергә атып бәрҙе лә, баланың тәне ҡороша башланы. Ғайса иһә яуыз рухты тыйҙы һәм, малайҙы һауыҡтырып, атаһына тапшырҙы.


Был хаҡта белгәс, Ғайса унан китте. Артынан күмәк халыҡ эйәрҙе. Ул ауырыуҙарҙың бөтәһен дә һауыҡтырҙы,


Әйтер: «Мин Сионға, изге тауыма, Үҙемдең батшамды ултырттым».


Халыҡтың ышанмауы Уны ныҡ ғәжәпләндерҙе. Ғайса, тирә-яҡтағы ауылдарҙы ҡыҙырып, аң-белемгә өйрәтеп йөрөнө.


Улар икенсе ауылға юл тотто.


Яхъя һыуға сумдырылыу йолаһын үтергә саҡырып иғлан итә башлағандан һуң, Галилеянан алып бөтөн Йәһүҙиәлә ниҙәр булғанын һеҙ беләһегеҙ:


Һеҙҙе иһә Изге Зат мәсехләгән, һәм һеҙ бөтәгеҙ ҙә хәҡиҡәтте беләһегеҙ.


Ғайса торҙо ла шәкерттәре менән бергә был кешенең артынан китте.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ