Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ғәмәлдәр 10:23 - Изге Яҙма

23 Петрус был кешеләрҙе алып инеп ҡунаҡ итте. Ә иртәгеһен улар менән бергә юлға сыҡты. Яфонан булған ҡайһы бер имандаштар ҙа уларға эйәрҙе.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

23 Петр был кешеләрҙе алып инеп ҡунаҡ итте. Ә иртәгеһен улар менән бергә китте, Иоппиянан булған ҡайһы бер имандаштар ҙа уларға эйәрҙе.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

23 Петрус был кешеләрҙе алып инеп ҡунаҡ итте. Ә иртәгеһен улар менән бергә юлға сыҡты. Яфонан булған ҡайһы бер имандаштар ҙа уларға эйәрҙе.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ғәмәлдәр 10:23
16 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ҡулың эшләй алғанды, көсөңдән килгәнде эшлә, сөнки һин бара торған үлеләр донъяһында эш тә, уй ҙа, белем дә, аҡыл да юҡ.


Шулай бер көн, Петрус иманлылар алдына тороп баҫты. Йыйылышта йөҙ егермегә яҡын кеше бар ине.


Шуға, һеҙ мине саҡырыу менән, һис һүҙһеҙ янығыҙға килдем. Инде әйтегеҙ: ни өсөн минең арттан кешеләр ебәрҙегеҙ? – тине.


Мин шунда уҡ һиңә кешеләр ебәрҙем, һәм һин килеп яҡшы иттең. Хәҙер беҙ һәммәбеҙ, Раббы һиңә һөйләргә ҡушҡан һүҙҙәрҙе тыңлар өсөн, Алла алдында торабыҙ.


Петрус менән бергә килгән сөннәтле иманлылар Изге Рухтың мәжүсиҙәргә лә бирелеүенә бик ғәжәпләнде.


Изге Рух миңә бер ниндәй икеләнеүһеҙ улар менән барырға ҡушты. Янымдағы бынау алты имандаш та минең менән бергә китте. Беҙ мине саҡырған кешенең өйөнә килеп еттек.


Ундағы имандаштар, беҙҙең хаҡта ишетеп, Аппиос баҙар майҙанына һәм Өс ҡунаҡхана ҡасабаһына тиклем етеп, беҙҙе ҡаршы алырға сыҡҡайны. Уларҙы күргәс, Паулус Аллаға шөкөрана ҡылды, уның күңеле күтәрелде.


Яфо ҡалаһында гел генә яҡшы эштәр ҡылған һәм фәҡирҙәргә ярҙам иткән Табиҫа (грекса «Доркас») исемле бер шәкерт ҡатын бар ине.


Шәкерттәр Петрустың Луддала икәнен ишеткәс, Яфоға яҡын булғанлыҡтан, үҙҙәре янына тиҙерәк килеп етеүен үтенеп, ике кеше ебәрҙеләр.


Был хәл бөтә Яфо халҡына мәғлүм булды һәм күптәр Раббыға инанды.


Алдан уҡ уйлап, Раббы алдында ғына түгел, кешеләр алдында ла һүҙ тейҙермәҫлек булһын өсөн тырышабыҙ.


Ҡунаҡсыл булырға онотмағыҙ, сөнки шулай итеп, ҡайһы берәүҙәр үҙҙәре лә белмәйенсә фәрештәләргә ҡунаҡсыллыҡ күрһәткән.


Бер-берегеҙгә аһ-зарһыҙ ҡунаҡсыл булығыҙ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ