Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ғәмәлдәр 10:11 - Изге Яҙма

11 Ул күктең асылыуын һәм унан ҙур туҡымаға оҡшаған бер нәмәнең дүрт мөйөшөнән тотолған килеш ергә төшөрөлгәнен күрҙе.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

11 Ул күктең асылыуын һәм ҙур туҡымаға оҡшаған бер нәмәнең дүрт мөйөшөнән тотоп ергә төшөрөлөүен күрҙе.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

11 Ул күктең асылыуын һәм унан ҙур туҡымаға оҡшаған бер нәмәнең дүрт мөйөшөнән тотолған килеш ергә төшөрөлгәнен күрҙе.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ғәмәлдәр 10:11
28 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Хужаһы килгәнгә тиклем Хакимлыҡ таяғы Йәһүҙәнең ҡулынан ысҡынмаҫ. Етәкселек уның нәҫел-ырыуынан китмәҫ. Ҡәүемдәр уның һүҙенән сыҡмаҫ.


Төньяҡҡа: „Бир уларҙы!“ Көньяҡҡа: „Тотма уларҙы, – тип әйтермен. – Улдарымды алыҫтан, Ҡыҙҙарымды ерҙең сигенән килтер, – тиермен. –


Һөргөндәге исраилдарҙы туплаған Раббы Хаким былай ти: «Йыйылғандары янына башҡаларын да йыйырмын».


Утыҙынсы йылда, дүртенсе айҙың бишенсе көнөндә, Кевар йылғаһы буйында, һөргөндә йәшәүселәр араһында булған сағымда, күк ҡабағы асылды ла миңә Алланан күренмештәр булды.


Әммә һеҙгә шуны әйтәм: көнсығыштан һәм көнбайыштан күптәр килер, улар Күктәр Батшалығында Ибраһим, Исхаҡ һәм Яҡуп менән бергә табын артында ултырыр.


Бик күп халыҡ һыуға сумдырылды, улар менән бергә Ғайса ла сумдырылды. Ул доға ҡылған ваҡытта күк ҡабағы асылып китте лә


һүҙен дауам итте. – Мин һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: Күктәрҙең асылыуын, Алла фәрештәләренең Әҙәм Улына төшөүен һәм күтәрелеүен күрерһегеҙ.


Мин, ерҙән күтәрелгәс, барлыҡ кешеләрҙе Үҙемә тартасаҡмын.


Уның эсендә ерҙә йәшәгән һәр төрлө дүрт аяҡлы хайуандар, һөйрәлеүселәр һәм ҡоштар бар ине.


– Яфо ҡалаһында доға ҡыла инем, шул мәл миңә илаһи күренмеш иңде: ҙур туҡымаға оҡшаған бер нәмә дүрт мөйөшөнән тотолған килеш күктән минең яныма төшөрөлдө.


– Ана, – тине ул. – Мин асылған күктәрҙе һәм Алланың уң яғында торған Әҙәм Улын күрәм!


Һөйөнөслө Хәбәрҙән оялмайым, сөнки ул – уға ышанғандарҙың барыһына ла – иң элек йәһүдкә, унан һуң йәһүд булмағанға ла – ҡотҡарыу алып килгән Алла ҡөҙрәте.


Улар – исраилдар, Алла уларҙы Үҙ балалары итте, уларға Үҙенең шөһрәтен күрһәтте, улар менән килешеүҙәр төҙөнө, ҡанун, ғибәҙәт ҡылыу тәртибен өйрәтте, вәғәҙәләр бирҙе.


Беҙ – тыумышыбыҙ менән йәһүд, ә гонаһлы мәжүсиҙәр түгел.


Хәҙер йәһүд менән грек, ҡол менән ирекле, ир менән ҡатын араһында айырма юҡ – бөтәгеҙ ҙә Ғайса Мәсихтә берһегеҙ.


Уның ниәте шулай: билдәләнгән ваҡыт еткәс, күктәрҙә һәм ерҙә булғандарҙың бөтөнөһөн дә Мәсихтә берләштереү.


Был сер шунан ғибәрәт: Ғайса Мәсихтә, Һөйөнөслө Хәбәр аша, йәһүдтәр менән йәһүд булмағандар – бер тәндең ағзалары, вариҫтар һымаҡ, Алла биргән вәғәҙәне уртаҡлашыусылар.


Унда инде йәһүд булмағандар һәм йәһүдтәр ҙә, сөннәтлеләр һәм сөннәтһеҙҙәр ҙә, ҡырағайҙар һәм скифтар ҙа, ҡолдар һәм иреклеләр ҙә юҡ – әммә Мәсих һәммәһе лә һәм барыһында ла.


Шунан һуң күктә Алла йорто асылды һәм унда Килешеү һандығы күренде. Шул мәл йәшен йәшнәне, гөрһөлдәгән тауыштар ишетелде, күк күкрәне, ер тетрәне һәм бик көслө боҙлауыҡ яуҙы.


Мин күктең асылыуын күрҙем. Унда аҡ ат бар ине һәм уның өҫтөндәге һыбайлыһын Тоғро һәм Хаҡ тип атайҙар ине. Уның хөкөм итеүе һәм һуғыш алып барыуы ғәҙел.


Шунан һуң күрәм: ана күктә ишек асыҡ һәм унан әлеге борғонан сыҡҡандай көслө тауыш миңә былай тине: – Бында күтәрел. Мин һиңә ошоларҙан һуң булырға тейешле нәмәләрҙе күрһәтермен.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ