Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ғәмәлдәр 1:14 - Изге Яҙма

14 Улар һәр ваҡыт берҙәм булып доға ҡылды. Бер нисә ҡатын менән Ғайсаның әсәһе Мәрйәм дә, ҡустылары ла улар менән булды.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

14 Ҡайһы бер ҡатындар ҙа, Ғайсаның әсәһе Мәрйәм һәм Уның ҡустылары ла улар менән булды һәм һәр ваҡыт берҙәм рәүештә доға ҡылдылар.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

14 Улар һәр ваҡыт берҙәм булып доға ҡылды. Бер нисә ҡатын менән Ғайсаның әсәһе Мәрйәм дә, ҡустылары ла улар менән булды.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ғәмәлдәр 1:14
27 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ғайса халыҡҡа һөйләгән саҡта Уның әсәһе һәм ҡустылары килде. Ғайса менән һөйләшергә теләп, улар тышта тора ине.


Доға ҡылғанда нимә һораһағыҙ ҙа, ышанһағыҙ, ҡабул булыр, – тип яуапланы Ғайса.


Унда булған хәлдәрҙе йыраҡтан ҡарап торған бик күп ҡатын-ҡыҙ ҙа бар ине. Улар Ғайсаға хеҙмәт итеү өсөн Галилеянан алып эйәреп йөрөгәйне.


Был хәлдәргә йыраҡтан ғына ҡатын-ҡыҙҙар ҙа ҡарап торҙо. Улар араһында Магдала ҡалаһынан Мәрйәм, шулай уҡ кесе Яҡуп менән Йосестың әсәһе Мәрйәм һәм Саломе ла бар ине.


Шәмбе көнө уҙғас, магдалалы Мәрйәм, Яҡуптың әсәһе Мәрйәм һәм Саломе, Ғайсаның кәүҙәһен майлау өсөн хуш еҫле майҙар һатып алды.


Шулай булғас, һеҙ үҙегеҙ яман була тороп та, балаларығыҙға яҡшылыҡ өләшә беләһегеҙ икән, күктәге Атағыҙ Үҙенән һорағандарға Изге Рухты һис шикһеҙ бирәсәк.


Төшөнкөлөккә бирелмәҫкә, һәр ваҡыт доға ҡылырға кәрәклеген белһендәр өсөн, Ғайса Үҙенең шәкерттәренә ошондай ҡисса һөйләне:


Ғайсаның таныштарының бөтәһе лә, шулай уҡ Галилеянан Уға эйәреп килгән ҡатындар ҙа йыраҡтан был хәлдәрҙе күҙәтеп торҙо.


Галилеянан уҡ Ғайсаға эйәреп килгән ҡатындар, Йософ артынан барып, Ғайсаның кәүҙәһен нисек итеп ҡәбергә һалғанын ҡарап торҙолар.


Илселәргә был турала магдалалы Мәрйәм, Йоанна, Яҡуптың әсәһе Мәрйәм һәм улар менән ҡәбер янында булған бүтән ҡатындар хәбәр итте.


Шунда уҡ тороп, Йәрүсәлимгә ҡайттылар, унда ун бер шәкерттең һәм улар менән бергә башҡаларҙың да йыйылышып торғанын күрҙеләр.


Бынан һуң, Алланы данлап, һәр ваҡыт Алла йортонда булдылар.


Ғайсаға: – Әсәйең менән ҡустыларың тышта тора. Улар һине күрергә теләй, – тип хәбәр еткерҙеләр.


Илленсе көн байрамы еткәндә иманлыларҙың барыһы ла бергә ине.


Иман юлындағы кешеләр үҙҙәрен илселәрҙең тәғлимәтен өйрәнеүгә, аралашыуға, бергә икмәк бүлешеүгә, доғаға бағышланылар.


Көн һайын Алла йортонда йыйылдылар, Алланы маҡтап, шат һәм ихлас йөрәктән өйҙәрендә икмәк һындырып, ризыҡты бергәләп ашанылар. Бөтөн халыҡ уларҙы яратты, Раббы иһә ҡотҡарылыусылар һанын көн һайын арттырып торҙо.


Ә беҙ үҙебеҙҙе доғаға һәм Алла һүҙе менән хеҙмәт итеүгә бағышлайыҡ.


Үҙегеҙҙә булған өмөткә ҡыуанығыҙ, ҡайғыларҙа ныҡ булығыҙ, арымай-талмай доға ҡылығыҙ.


Шуға күрә бүтән телдә һөйләүсе телде аңлата белеү һәләте өсөн доға ҡылһын.


Һәр төрлө доға һәм үтенес менән Изге Рухта һәр ваҡыт Аллаға ялбарығыҙ. Бының өсөн даими рәүештә, арымай-талмай бөтә изгеләр өсөн доға ҡылығыҙ.


Арымай-талмай доға ҡылығыҙ. Доға ҡылғанда уяу булығыҙ һәм Аллаға шөкөр итегеҙ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ