Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ғамос 5:25 - Изге Яҙма

25 Эй Исраил нәҫеле, сүлдә ҡырҡ йыл буйына һеҙ Миңә ҡорбан йәки икмәк саҙаҡалары килтерҙегеҙме ни?

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

25 Эй Исраил нәҫеле, сүлдәге ҡырҡ йыл буйына, һеҙ Миңә ҡорбан йәки икмәк саҙаҡалары килтерҙегеҙме ни?

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

25 Эй Исраил нәҫеле, сүлдә ҡырҡ йыл буйына һеҙ Миңә ҡорбан йәки икмәк саҙаҡалары килтерҙегеҙме ни?

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ғамос 5:25
12 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Улар үҙҙәренә башмаҡ һыны ҡойоп, беҙҙе Мысырҙан сығарған аллабыҙ бына ошо тип, сикһеҙ хурлаһалар ҙа,


Ҡырҡ йыл буйына туҡландырҙың һин уларҙы сүллектә; һис бер мохтажлыҡ кисермәне улар – кейемдәре туҙманы, аяҡтары шешенмәне.


Сөнки улар ҡағиҙәләремде кире ҡаҡты, бойороҡтарымды тыңламаны, шәмбе көндәремде боҙҙо, уларҙың күңелдәре боттарына береккәйне.


сөнки ҡанун-ҡағиҙәләремде үтәмәнеләр, бойороҡтарымды кире ҡаҡтылар, шәмбе көндәремде боҙҙолар, ата-бабаларының боттарына күҙ төбәнеләр.


Әммә улар Миңә ҡаршы баш күтәрҙе, әйткәнемә ҡолаҡ һалманы. Бер кем дә үҙе бил бөккән ерәнгес боттарҙы алып ташламаны, Мысырҙың боттарын ырғытманы. Шунда Мысырҙа ярһыуымды уларҙың өҫтөнә яуҙырасағымды, асыуымды түгәсәгемде әйттем.


Бынан ары Исраил халҡы кәзә тәкәһе ҡиәфәтендәге ендәргә ҡорбан килтермәһен, улар менән зина ҡылмаһын. Был – улар өсөн быуындан-быуынға мәңгелек ҡағиҙә.


– Бөтә ил халҡына һәм ҡаһиндарға әйт: «Етмеш йыл буйы бишенсе һәм етенсе айҙарҙа ураҙа тотҡанда һәм ҡайғырғанда һеҙ Минең өсөн ураҙа тоттоғоҙмо ни?


– Шуның өсөн, – тине Йушағ, – Раббынан ҡурҡығыҙ һәм Уны хөрмәтләгеҙ, Уға намыҫлы һәм тоғро хеҙмәт итегеҙ. Ата-бабаларығыҙ Евфрат йылғаһының аръяғында һәм Мысырҙа табынған барлыҡ илаһтарҙан ваз кисегеҙ һәм бары тик Раббыға ғына ғибәҙәт ҡылығыҙ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ