Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Галаттарға 4:14 - Изге Яҙма

14 Ауырыуым һеҙҙең өсөн һынау булһа ла, мине кире ҡаҡманығыҙ, һанға һуҡмай торманығыҙ, ә Алла фәрештәһен ҡабул иткәндәй, хатта Ғайса Мәсихтең Үҙен ҡабул иткәндәй ҡаршыланығыҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

14 Ауырыуым һеҙҙең өсөн һынау булһа ла, мине кире ҡаҡманығыҙ, вәғәздәремде һанға һуҡмай торманығыҙ, ә Алла фәрештәһен ҡабул иткәндәй, хатта Ғайса Мәсихтең Үҙен ҡабул иткәндәй ҡаршыланығыҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

14 Ауырыуым һеҙҙең өсөн һынау булһа ла, мине кире ҡаҡманығыҙ, һанға һуҡмай торманығыҙ, ә Алла фәрештәһен ҡабул иткәндәй, хатта Ғайса Мәсихтең Үҙен ҡабул иткәндәй ҡаршыланығыҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Галаттарға 4:14
23 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Хакимым батшаның һүҙе йәнемә тыныслыҡ бирһен, тинем. Сөнки батша, Алланың фәрештәһе кеүек, яманды яҡшынан айыра ала. Аллаң Раббы һәр саҡ һинең менән булһын!


Ә ул мин ҡолоңа һинең алда яла яҡты. Хакимым батша, һин Алланың фәрештәһе кеүекһең; инде ни теләһәң, шуны эшлә.


Зарһыҙ зарлыға тәкәббер ҡарай, Аяғы тайһа, төртөп ебәрер.


Шул саҡ мин әйттем: аҡыл көстән яҡшыраҡ, ләкин фәҡир кешенең аҡылын һис кем ҡәҙерләмәй, уның һүҙҙәренә ҡолаҡ һалмай.


Раббы ул көндө Йәрүсәлимдә йәшәүселәрҙе яҡлар. Уларҙың араһындағы иң көсһөҙ әҙәм Дауыт кеүек, Дауыт нәҫеле иһә Алла кеүек, алдарынан барған Раббының фәрештәһе шикелле булыр.


Ҡаһиндың ауыҙы Алла тураһында ғилем һаҡлай, Кеше уның теленән ҡанун эҙләй, Сөнки ҡаһин – Күк ғәскәрҙәре Раббыһының хәбәрсеһе.


Һеҙҙе ҡабул иткән кеше Мине ҡабул итә. Ә Мине ҡабул иткән Мине Ебәргәнде ҡабул итә.


Кем Минең хаҡыма ошондай бер баланы ҡабул итә, шул Мине лә ҡабул итә.


Батша уларға яуабында: «Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: Минең иң кесе туғандарымдың береһенә генә лә нимә эшләгән булһағыҙ, шуны Миңә эшләгәнһегеҙ», – тиер.


Һеҙҙе тыңлаған кеше Мине тыңлай, һеҙҙе кире ҡаҡҡан кеше Мине кире ҡаға; Мине кире ҡаҡҡан иһә Мине Ебәргәнде кире ҡаға.


Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: Мин ебәргән кешене ҡабул итеүсе Мине лә ҡабул итә; Мине ҡабул иткән кеше иһә Мине Ебәргәнде ҡабул итә.


Береһе лә Алла алдында маҡтанмаһын өсөн, донъяла мөһим һаналғандарҙы хур итер өсөн, Ул донъяның әһәмиәтһеҙ тип иҫәпләнгәндәрен һәм кәмһетелгәндәрен һайлап алды.


Беҙ Мәсих хаҡына иҫәргә әйләндек, һеҙ иһә Мәсихтә аҡылға эйә булдығыҙ. Беҙ көсһөҙ, ә һеҙ – ҡеүәтле. Һеҙҙе хөрмәтләйҙәр, ә беҙҙе хурлайҙар.


Шулай итеп, беҙ – Мәсихтең вәкилдәре, һәм Алла беҙҙең аша ялбарғандай, Мәсих исеменән үтенәбеҙ: Алла менән ярашығыҙ.


Ғайса Мәсихкә булған иманығыҙ аша һеҙ барығыҙ ҙа – Алла балалары.


Хәҙер йәһүд менән грек, ҡол менән ирекле, ир менән ҡатын араһында айырма юҡ – бөтәгеҙ ҙә Ғайса Мәсихтә берһегеҙ.


Ауырып китеүем сәбәпле һеҙҙә туҡталып, Һөйөнөслө Хәбәрҙе беренсе тапҡыр һеҙгә вәғәзләүемде беләһегеҙ.


Ул саҡтағы ҡыуанысығыҙ ҡайҙа булды һуң? Һеҙгә әйтәм, һеҙ бит хатта үҙ күҙҙәрегеҙҙе һурып алып, миңә бирергә әҙер инегеҙ.


Беҙҙән ишеткән Алла һүҙен кешенән килгән хәбәр итеп түгел, ә ысынында нисек булһа, шул көйө – Алла һүҙе итеп ҡабул итеүегеҙ өсөн дә Аллаға һәр ваҡыт рәхмәт әйтәбеҙ. Ул һүҙ һеҙҙә, иман юлындағыларҙа, үҙ эшен алып бара.


Шулай итеп, был бойороҡтарҙы ҡабул итмәүселәр кешене түгел, ә һеҙгә Изге Рухын ебәреүсе Алланы кире ҡаға.


Ҡунаҡсыл булырға онотмағыҙ, сөнки шулай итеп, ҡайһы берәүҙәр үҙҙәре лә белмәйенсә фәрештәләргә ҡунаҡсыллыҡ күрһәткән.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ