Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Галаттарға 2:5 - Изге Яҙма

5 Беҙ иһә, Һөйөнөслө Хәбәрҙең хәҡиҡәте һеҙҙә һаҡланһын өсөн, һис кенә лә баш бирмәнек һәм буйһонманыҡ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

5 Беҙ иһә, Һөйөнөслө Хәбәрҙең хәҡиҡәте һеҙҙә һаҡланһын өсөн, аҙ ғына ваҡытҡа ла баш бирмәнек һәм буйһонманыҡ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

5 Беҙ иһә, Һөйөнөслө Хәбәрҙең хәҡиҡәте һеҙҙә һаҡланһын өсөн, һис кенә лә баш бирмәнек һәм буйһонманыҡ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Галаттарға 2:5
11 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Улар мине дүрт тапҡыр саҡырҙы, дүртеһендә лә бер үк төрлө яуап бирҙем.


Паулус һәм Барнабас теге кешеләр менән ризалашманы һәм улар араһында ҡыҙыу бәхәс тыуҙы. Шунлыҡтан Паулус менән Барнабасҡа, тағы бер нисә кешегә, Йәрүсәлимгә барып, илселәр һәм берҙәмлек өлкәндәре менән был мәсьәлә буйынса фекерләшеү бурысын йөкмәттеләр.


Мәсихтең мәрхәмәте менән һеҙҙе саҡырып алған Алланан йөҙ бороп, тиҙ генә ниндәйҙер икенсе бер «һөйөнөслө хәбәр»гә күсеүегеҙ мине ғәжәпләндерә.


Ә мин, уларҙың Һөйөнөслө Хәбәр хәҡиҡәте буйынса хаҡ юлдан бармауҙарын күргәс, бөтөнөһө алдында Кефасҡа: «Һин үҙең, йәһүд була тороп, йәһүдтәрсә түгел, ә мәжүсиҙәрсә йәшәйһең. Ни өсөн һуң мәжүсиҙәрҙе йәһүдтәрсә йәшәргә мәжбүр итәһең?» – тип әйттем.


Һеҙгә хәҡиҡәт асҡаным өсөн дошманығыҙға әйләндемме әллә?


Һеҙ ҙә хәҡиҡәт һүҙен – һеҙгә ҡотолоу килтереүсе Һөйөнөслө Хәбәрҙе ишетеп, Мәсихкә инанғас, Мәсихтә Алла тарафынан вәғәҙә ителгән Изге Рух менән мөһөрләндегеҙ.


Һеҙҙең иманығыҙ һәм мөхәббәтегеҙ күктәрҙә һеҙгә әҙерләнгән өмөтөгөҙгә нигеҙләнгән. Ул өмөт хаҡында һеҙ быға тиклем хәҡиҡәт һүҙендә – Һөйөнөслө Хәбәрҙә ишеттегеҙ.


Беҙҙән ишеткән Алла һүҙен кешенән килгән хәбәр итеп түгел, ә ысынында нисек булһа, шул көйө – Алла һүҙе итеп ҡабул итеүегеҙ өсөн дә Аллаға һәр ваҡыт рәхмәт әйтәбеҙ. Ул һүҙ һеҙҙә, иман юлындағыларҙа, үҙ эшен алып бара.


Һөйөклөләрем! Һеҙгә үҙебеҙҙең уртаҡ ҡотҡарылыуыбыҙ хаҡында яҙырға бик теләһәм дә, Алланың изге халҡына бер тапҡыр һәм ғүмерлеккә бирелгән иманды яҡлап алып ҡалығыҙ, тип үтенеүҙе кәрәк таптым.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ