Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Галаттарға 2:21 - Изге Яҙма

21 Алла мәрхәмәтен кире ҡаҡмайым. Әгәр кеше ҡанунды үтәү юлы менән аҡлана икән, Мәсих юҡҡа үлгән булып сыға.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

21 Алла мәрхәмәтен кире ҡаҡмайым. Әгәр кеше ҡанунды үтәү юлы менән аҡланыу таба икән, Мәсих юҡҡа үлгән булып сыға.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

21 Алла мәрхәмәтен кире ҡаҡмайым. Әгәр кеше ҡанунды үтәү юлы менән аҡлана икән, Мәсих юҡҡа үлгән булып сыға.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Галаттарға 2:21
16 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Раббынан ҡурҡығыҙ, Уның изге бәндәләре, Унан ҡурҡҡандар мохтажлыҡ күрмәҫ.


Ә мин: «Юҡҡа ғына тырышҡанмын, Көсөмдө бушҡа түккәнмен, – тинем. – Әммә мин Раббы хөкөмөндәмен, Әжерем – Раббы ҡулында».


Нисек һеҙ: „Беҙ аҡыллы, Беҙҙә Раббы ҡануны бар“, – тип әйтәһегеҙ? Ҡарағыҙ, кәтиптәрҙең алдаҡсы ҡәләме Уны ла ялғанға әйләндерә!


Үҙ йолағыҙҙы тотор өсөн, ҡайһылай оҫта итеп Алла бойороғон кире ҡағаһығыҙ! – тип һүҙен дауам итте Ғайса. –


Алланың кешеләрҙе ҡайһылай аҡлағанын аңлап етмәйенсә, үҙҙәрен үҙҙәре аҡларға ынтылып, Алланың аҡлау юлына буйһонманылар.


Әммә Алланың һайлауы Үҙенең мәрхәмәте буйынса икән, тимәк, кешеләрҙең эштәренә ҡарап түгел; юғиһә, мәрхәмәт ысын мәрхәмәт булмаҫ ине.


Ғайса иһә беҙҙең гонаһтарыбыҙ өсөн үлемгә дусар ителде һәм аҡланыуыбыҙ өсөн үленән терелтелде.


Быларға өҫтәп, тағы нимә әйтергә? Алла беҙҙең яҡлы булғас, кем беҙгә ҡаршы һуң?


Әгәр Мәсих үленән терелтелмәгән икән, беҙҙең вәғәзләүебеҙ ҙә, һеҙҙең иманығыҙ ҙа буш була.


Әгәр Мәсих терелтелмәгән икән, һеҙҙең иманығыҙ – буш, һәм һеҙ гонаһтарығыҙ хакимлығы аҫтындаһығыҙ.


Һөйөнөслө Хәбәр һүҙҙәрен мин вәғәзләгәнсә тотһағыҙ, уның менән ҡотолорһоғоҙ, тотмаһағыҙ – иманға килеүегеҙ юҡҡа булыр.


Шулай ҙа кешеләрҙең ҡанун талаптарын үтәп түгел, ә Ғайса Мәсихкә инаныуыбыҙ аша ғына аҡланғанлығын беләбеҙ. Шуға күрә ҡанун талаптарын үтәү аша түгел, ә Мәсихкә инаныу аша аҡланыу өсөн, Ғайса Мәсихкә инандыҡ. Ҡанун талаптарын үтәү менән бер кем дә аҡлана алмаясаҡ.


Сөнки үҙем емергән нәмәләрҙе яңынан күтәрәм икән, бының менән мин үҙемдән енәйәтсе яһайым.


Улайһа, ҡанун Алланың вәғәҙәләренә ҡаршы сығамы ни? Юҡ! Әгәр ҙә йәшәү бирә торған ҡанун бирелһә, кешеләрҙең аҡланыуы, ысынлап та, ҡанунды үтәү аша булыр ине.


Шулай итеп, әгәр камиллыҡҡа өлгәшеү Леви ҡаһинлығы хеҙмәте аша булһа, – сөнки ҡанун халыҡҡа уның нигеҙендә бирелгән, – Һарун кеүек түгел, ә Мәлки-Садиҡ дәрәжәһендәге икенсе мәңгелек Ҡаһиндың килеүенә ихтыяж булыр инеме һуң?


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ